-3 °С
Ҡар
Байрас Фәтих улы башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса секцияла ҡатнашты: «Фекер алышыуҙа бик ҡыҙыҡлы һорауҙар яңғыраны. «Каруанһарай» тарихи комплексының яҙмышы тураһында һөйләшеү булды. Икенсеһе - Салауат Юлаев һәйкәле тураһында. Ул ҡуйылғандан алып 60 йылға яҡын ваҡыт үтте һәм федераль әһәмиәттәге был ҙур ҡомартҡы тәрән реконструкция талап итә. Уны һуңлатырға ярамай. Тарих беҙҙе Башҡортостандың төп символына ҡарата еңел ҡарауҙы ғәфү итмәйәсәк, тип ышана Радий Фәрит улы һәм мин дә ошо фекерҙәрҙе тулыһынса хуплайым. Киләһе йылда ошо ҡатмарлы күләмле эшкә тотонорға кәрәк, тине республика етәксеһе".