Бөтә яңылыҡтар

«Тышта -45 градус, ә уларҙа – туй»

Йәмле Байыш ауылынан Ваһаповтар ғаиләһе талаш-тартышһыҙ, көнсөллөкһеҙ, шул уҡ ваҡытта юмор тойғоһон юғалтмай донья арбаһын һөйрәү сере менән  бүлеште

«Тышта -45 градус, ә уларҙа – туй»
«Тышта -45 градус, ә уларҙа – туй»

1978-79 йылдарҙағы аномаль ҡыш тураһында күптәр әле лә хәтерләй. Һыуыҡтар шундай ҡаты була, хатта термометрҙарҙа терегөмөш туңа, йылытыу батареялары шартлай, һыуыҡтан имәндәр ярыла, ағас олононда барлыҡҡа килгән йәрәхәттәр оҙаҡ терелмәй.

Тәбиғәттең шундай ҡаты ҡыланған сағында, 1978 йылдың 3 декабрендә, Мәрйәм менән Сәлих Ваһаповтар сәсен сәскә бәйләй.  Туй йәштәрҙең тыуған ауылдарында ике көн гөрләй; ҡунаҡтар лесхоздың ДТ тракторына тағылған мейесле будкала ике ауыл араһын тапай.

– Ул ваҡытта география уҡытыусыһы булып эшләгән ағайҙың бындай тантананы күреп: «Вот, әй, тышта –45 градус, ә быларҙа – туй!», – тигәне һаман хәтерҙә, – тип көлөп иҫкә ала Ваһаповтар. 

Һауа торошо һәм яҙмыш менән сыныҡҡан ир һәм ҡатын күп йылдар дауамында йөрәк йылыһын һаҡлап килә. Улар инде 46 йыл бергә. Күпме йылдар үтеп, күпме һыуҙар аҡһа ла, кеше күңеле тормош китабының бер битен дә, бер миҙгелен дә онотмай.

Эх, бала саҡ

Яҙмыш уларҙы бала саҡта осраштыра. Мәрйәм – күрше Аҡдәүләт ҡыҙы, ҙур кластарҙа Байыш мәктәбендә уҡый, интернатта йәшәй.

Ауылда тыуып үҫкәндәр бала саҡтан эшкә тиҙ өйрәнә, ә интернат шарттарында йәшәгән бала-саға бигерәк тә уҙ аллы булып үҫә. Мәрйәм инәй һөйләүенсә, уҡыусы ҡыҙҙар үҙҙәре картуф әрсеп, ашарға хәстәрләгән; тирә-яҡты, бинаны тәртиптә тотҡандар, малайҙар, иһә, утын ярып мейес яҡҡан, һыу ташыған, үлән сапҡан. Һәм, иҫләүенсә, берәү ҙә был шарттарға зарланмаған. Ул ваҡытта бөтә балалар бер тигеҙ эшләгән. Эшкә әрһеҙ, ризыҡҡа талымһыҙ, ҡыйынлыҡтарға сыҙам булып үҫкәндәр.

Ҡулдарынан энә төшмәне

Уҡығанда ҡыҙ бигерәк тә математика дәрестәрен оҡшата. Был предметҡа һөйөүҙе уҡытыусы Мәрйәм Шафиҡова тәрбиәләй һәм мәктәптән һуң һатыусыға уҡырға барырға булышлыҡ итә.

Уҡып сыҡҡас, Мәрйәм Фатхулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар РайПО магазинында һатыусы булып эшләй. Аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙар менән бүтән ауылдарға, ҡалаларға ла йөрөп сауҙа итәләр.         Унан тыш йыл әйләнәһенә шәл бәйләргә лә өлгөрә. Әйткәндәй, был һөнәр донья көткәндә, балалар үҫтергәндә күптәргә ярҙам итә. Август айҙарында, уҡыу йылы башланыр алдынан, ауыл ҡатындары тоҡтарҙы шәл менән тығыҙлап тултырып, Ҡыуандыҡ, Медногорск, Ырымбур баҙарҙарына йөрөй, балаларға кейем-һалым алып ҡайта. Кәзә-һарыҡ аҫрап, малҡайҙарҙың файҙаһын күрәләр.

Ҡатын-ҡыҙға тәғәйен эштең барыһын да башҡара Мәрйәм инәй – икмәген дә бешерә, һыйырын да һауа, ҡул эштәре менән дә булыша. Хҡлы ялға сығыр алдынан Байыш мәктәбендә ашнаҡсы булып, уҡыусыларҙы тәмле ризыҡтар менән һыйлай.

Бер үгеҙ мажараһы

Ғаилә башлығы Сәлих Ваһапов 2 йыл әрме сафында, телеграфист булып хеҙмәт итә лә, ҡайтып «Ҡаҫмарт» совхозына эшкә төшә. Тырыш, яуаплы кеше ҡайҙа ла кәрәк. Инәй әйтмешләй, хәләл ефете башҡа бер ҡайҙа китеп, сығып та йөрөмәгән – тыуған ауылында ергә ереккән.

Совхоз-колхозда эш еңелдән түгел, хатта мал көтөүсе булһаң да. Ҡайһы саҡ хәүефле лә. Быға Сәлих Вәхит улы үҙе лә инана.   

Ике йөҙҙән баштан артҡан совхоз көтөүен көткәндә уға үгеҙ һөжүм итә. Һыбай булмағанын күрепме, әллә үҙе ҡыҙып китепме, асыулы мал көтөүсегә ташлана. Быны алыҫтан күреп ҡалған иптәше «Йүгер!» – тип кенә иҫкәртеп өлгөрә һәм шундуҡ янына ярҙамға ашыға. Тик ул килеп еткәнсе, күҙ асып йомғансы, тоннаға яҡын ауырлыҡтағы тоҡомло үгеҙ Сәлих олатайҙы ҡыуып етеп, мөгөҙҙәре менән өҫкә олоҡтора. Аҙаҡ, иптәше һөйләүенсә, өс метр тиклем бейеклеккә ырғытҡан була. Көтөүсе һушын юғалта. Тик бәхеткә күрә, бер нисә секундҡа. Ул күҙен асҡанда, үгеҙ бер аҙ ситкә китеп, ерҙе тырнап, бышҡырыап икенсегә һөжүмгә әҙерләнгән була. Быны күргәс, имгәнгән ир-егет бар хәленә тороп, ағастар яғына йүгерә. Үгеҙ яй, ауыр хәрәкәтле кеүек булып күренһә лә, имәндәр араһында һеләүһен кеүек етеҙ борғоланып баҫтырыуын дауам итә. Ярҙамға килгән иптәше менән саҡ тынысландырып ҡотолоп ҡалалар.

– Шул ваҡыт ерҙә ятҡанда, иҫемә килмәһәм, өҫтөмдән тапап тар-мар итер ине ул мине, – тип уйланып ҡуя ғаилә башлығы.

Был хәлдән һуң оҙаҡ ?тергеҙеләнергә тура килә. Әлбиттә, эшен ташламай Сәлих Вәхит улы, совхоз тарҡалғансы эшләй.

Яҙыусы һүҙе ҡайҙа?

Әйткәндәй, Сәлих Ваһапов шахмат оҫтаһы һәм яҙыусы ла. Оҙаҡ йылдар мәктәптә түңәрәк етәкләп, балаларға шахмат серҙәрен өйрәткән, үҙе лә район ярыштарында ҡатнашып, урындар алған. Ә буш ваҡытында, яҙыусы булараҡ, уйын, борсолоуҙарын, хистәрен ҡағыҙға күсерә, һүҙгә әйләндерә. Яҙған кеше өсөн иң аҫыл байлыҡ – хәтер һандығы. Унда һаҡланған аҫыл заттарҙан яҙыусы үҙ әҫәрҙәрен туҡый.

Тәүге мәҡәләһен 9-сы класта уҡығанда район гәзитенә ебәрә. Яйлап йәш егеттең исеме төрлө матбуғат биттәрендә күренә башлай. Йылдар үткән һайын, яҙыусы һәләте нығыраҡ үҫә. Уны гәзит уҡыусылар Сәлих Ваһаповты тиҫтәләгән юморескалар, хикәйәләр авторы итеп белә. Бөгөн иһә республика баҫмалары менән хеҙмәттәшлек итә. Уның өсөн Өфөгә барыу ҙа кәрәкмәй, ижад емештәрен интернет аша ебәреп була.

Әҫәрҙәре башҡа яҙыусылар менән берлектә «Бүре күҙҙәре» йыйынтығында донья күргән. Хыялында – әлбиттә, үҙ китабын баҫтырыу. Ул яңыраҡ 70 йәшен билдәләгән авторҙың үҙенә лә, туған-тыумасаһына ла ҙур бүләк булыр ине.

Йылмайыуҙын көсө

Кеше эштә тейешле ваҡытын, сәғәттәрен эшләй ҙә ял итә. Ә яҙыусының бит өҫтәл артында ултырмағанда ла тынлығы юҡ, башында барыбер ижади уйҙар, фекерләү процессы. Хатта төштәрендә лә ижад, геройҙары. Илһамды ҡайҙан алаһығыҙ, юморлы сюжеттарҙы нисек уйлап сығараһығыҙ, тигән һорауға, Сәлих олатай ярым етди, ярым шаярып яуап бирҙе: «Тормоштан. Сөнки тормош өйрәтә лә, күрһәтә лә!” Ҡәләм оҫтаһы фекеренсә, тормошта бөтә нәмәне йөрәккә яҡын алып йәшәргә лә ярамай.

Эйе, еңел булмаған йәшәйәшебеҙҙә йылмайыу-көлөүгә сәбәптәр гел сығып тормай. Үҙенең ижады менән башҡаларҙың күңелен күтәреүсе, яҡшы кәйеф таратыусы ул Сәлих Вәхит улы. Ләззәтләнеп көлөүҙең берәй сихәте, дауаһы ла барҙыр. Юҡҡа ғына көлөүҙе бер туҫтаҡ ҡаймаҡ ашауға тиңләмәйҙәр бит.

Балаларҙан уңдыҡ

Икеһе лә бишәр балалы ишле ғаиләлә үҫкән Ваһаповтар өс ул тәрбиәләп, тормош юлына сығарған. Ғәзиз йәндәре – балалары Дамир, Алмас, Венер һәм биш ейәндәре хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡанда уларҙың кәйефе күтәрелә.

– Аллаға шөкөр, балаларыбыҙҙың үҙ эше, үҙ тормошо бар. Килһәләр ҙә, үҙҙәренә барһаҡ та, ҡәҙер-хөрмәт күрәбеҙ, – тип һөйөнөшә ата-әсә.

Ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡ та, йәшәп туймаҫлыҡ танһыҡ та тормош. Һәм был тормошта, йылдар дауамында, бер-береңде яратыу һәм хөрмәт итеү, бөтә шатлыҡ-көйөнөстәрҙе уртаҡ кисереү, ауылдаштарҙың хөрмәтен яулау, ныҡлы ғаилә өлгөһө булыу – ҡиммәт. Ә ныҡлы, бәхетле ғаилә союзы булдырыу һәм уны һаҡлауы еңелдән түгел. Тормош иҫбатлауынса һәм Ваһаповтарҙың ғаиләһе өлгөһөндә, ҡайһы саҡта юмор тойғоһо һәм бер-береңде көлдөрә белеү ғаиләне һаҡлап ҡалырға ла ярҙам иткәненә инанабыҙ.

Дилә ДӘҮЛӘТШИНА.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас