Телгенәм – бергенәм
16 Октября , 05:58

42 йыл “Ейәнсура таңдары” һәм “Йәшлек” менән дуҫ

Быйыл да “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто “Яҙыл да бүләк от!” акцияһын уҙғарҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
42 йыл “Ейәнсура таңдары” һәм “Йәшлек” менән дуҫ42 йыл “Ейәнсура таңдары” һәм “Йәшлек” менән дуҫ
42 йыл “Ейәнсура таңдары” һәм “Йәшлек” менән дуҫ

Был акцияла ҡатнашыу өсөн республика һәм район баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәләрен Нәшриәт йортона ебәрергә кәрәк ине. Сентябрь айында 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Беҙҙең яҡташыбыҙ, Этҡол ауылынан Миңзәлә Бикбаеваға робот- саң һурҙырғыс эләкте.

Этҡол (Юлдаш) ауылында йәшәүсе Миңзәлә Бикбаева 42 йыл инде яратҡан “Ейәнсура таңдары” һәм “Йәшлек”тән айырылмай. Бүләк уйнатыуҙа йыл да тиерлек ҡатнашһа ла, быға тиклем уңыш йылмайғаны булмаған. 15 октябрҙә  “Республика мәғлүмәт үҙәге” директоры Айнур Дәүләтбәков һәм “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, хәбәрсеһе Гөлнур Ҡыуатова төп призды эйәһенә тапшырҙы.

– 42 йыл инде Юлдашҡа килен булып төшөүемә, бер ҙә гәзиткә яҙылмай ҡалғаным юҡ, – ти Миңзәлә апай. – Белмәй ҙә йөрөй инем, магазинға барһам, уныһы ла ҡотлай, быныһы ла. “Нимәгә ҡотлайһығыҙ”, - тиһәм, “робот-пылесос  отҡанһың бит”, – тип һөйөнсөләйҙәр. Ҡыуаныс инде. Ҙур рәхмәт ойоштороусыларға.

Ғөмүмән, юлдаштар ваҡытлы матбуғатҡа бик әүҙем яҙылып торалар, бүләкһеҙ ҙә ҡалмайҙар. “Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһы 2026 йылдың икенсе яртыһында бүләк уйнатҡанда Сәфәрғәле Әбдрәхимов мантоварка отто. Бына шулай даланлы ул юлдаштар!

Дуҫтар, республикабыҙ баҫмаларына дәррәү яҙылып, гәзит-журналдарҙы таратыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!

С.Булатова.

Автор: