Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
13 Ноябрь 2017, 12:46

ШӘХСИ ЯРҘАМСЫ ХУЖАЛЫҠТЫ КИҢӘЙТӘЛӘР

“Ҡортсолоҡ, малсылыҡ менән көн күрәбеҙ, бесән-утын килтерергә техникабыҙ бар”, – тиҙәр Юнай ауылында йәшәүсе Нәркәс һәм Сәғиҙулла Сәғитовтар.

Ҡалаларҙан алыҫта, район үҙәгенән байтаҡ саҡрымдар айырған ауылдарҙа йәшәүселәргә донъя көтөүе еңелдән түгел. Әммә фәҡәт ошо ерлектә халыҡтың тәбиғәт, ер-һыу менән бәйләнеше көслө, улар сәмле итеп тормош көтә, йәш быуынды хеҙмәт нигеҙендә тәрбиәләп, яҙмыш һынауҙарына бирешмәҫлек итеп сыныҡтырып үҫтерә.

“Ҡортсолоҡ, малсылыҡ менән көн күрәбеҙ, бесән-утын килтерергә техникабыҙ бар”, – тиҙәр Юнай ауылында йәшәүсе Нәркәс һәм Сәғиҙулла Сәғитовтар ҙа.

Юнай егете менән Сәғит ауылы ҡыҙы ҡорған татыу ғаиләлә Наил (Өфө нефть колледжы студенты), Ислам (башҡорт гимназияһында 8-се класта уҡый), Бүләк (Үтәғол мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы) исемле балалар тәрбиәләнә.

Сәғиҙулла Салауат исемендәге колхозда ваҡытында бригадир, келәт мөдире, ат ҡараусы, сусҡа ҡараусы һәм башҡа эштәрҙә эшләгән. Бухгалтер һәм тәрбиәсе дипломдарына эйә Нәркәс тә төрлө эштәрҙә эшләгән. Йылдар үтеү менән, күмәк хужалыҡ тарҡалған, ирле-ҡатынлы рәсми эшһеҙ ҡалған. Әммә барыбер ҙә ғаиләне аҫрау ниәтендә аҡса эшләү юлдарын табып торалар, әле йүкә ағасынан төкәтмә эшләп, йорттарын ҙурайта башлағандар. Көрсөк мәлен еңел үткәреү маҡсатында һыйыр һәм ваҡ мал,ҡош-ҡорт һанын арттырғандар, картуф, йәшелсә үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәләр. Икеһе лә күп балалы ғаиләлә ауыл эштәренең нескәлеген белеп, ауырлыҡтарҙы бергә үткәреп өйрәнгәнгә, Нәркәс менән Сәғиҙулла ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмай. Ауыл старостаһы Заһир Ҡыуатов та был ғаиләнең йәмәғәтселек эштәрендә әүҙемлеген яҡшы яҡтан билдәләне.
Читайте нас в