Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
17 Ноябрь 2017, 14:43

"О, ПУТИН ҺЕҘҘӘ ӨЛКӘНДӘРҘЕ ҠАЛАЙ ХӨРМӘТЛӘЙ!"

Хәмиҙә инәйҙе унынсы тиҫтәне ваҡлай башлаған тимәҫһең дә: әле лә биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, һаман да шулай нурлы күңелле, балҡыу йөҙлө, асыҡ зиһенле. Сабырлығы, артыҡ һүҙ һөйләмәй, кешене йыуатып, күңелен күтәрә, ҡайғыһын тарата белә. Ул 83 аяттан торған “Ясин” сүрәһен яттан һәр ваҡыт тулыһынса уҡый.

Яратҡан инәйебеҙ хеҙмәт ветераны, тыл эшсәне Хәмиҙә Ейәнғолова яңыраҡ 90 йәшлек юбилейын билдәләне
Әҙме был, күпме? Бындай дата менән ҡотлау открыткалары һатыуҙа, айырыуса ауыл ерендә, бигүк булмауын иҫәпкә алһаң – бик һирәктәр менер ғүмер үре. Уға артылғандарҙы хатта ил Президенты үҙе ҡотлап, открытҡа ебәрә. Әйткәндәй, Хәмиҙә инәйҙең Италияла йәшәгән ҡыҙы Фәниә апай эшенән ебәрмәй, ҡайтырға рөхсәт бирмәй аптыратҡастары телефонында һаҡланған ошо Хатты күрһәтә. “О, Путин һеҙҙә өлкәндәрҙе ҡалай хөрмәтләй икән! Әсәйегеҙҙе ҡотлаған! Беҙҙә улай ҙурламайҙар. Һеҙҙең Президент маладис!” – тип ҡайтып килергә рөхсәт итәләр. “Улар өсөн 90 йәшкә етеү ғәҙәти хәл шул”, – тип көлә итальяндарға “подход” таба алғанына ҡыуанған Фәниә апай.
Ә Хәмиҙә инәйҙе унынсы тиҫтәне ваҡлай башлаған тимәҫһең дә: әле лә биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, һаман да шулай нурлы күңелле, балҡыу йөҙлө, асыҡ зиһенле. Сабырлығы, артыҡ һүҙ һөйләмәй, кешене йыуатып, күңелен күтәрә, ҡайғыһын тарата белгән был инәйҙе иҫәнғолдар, шулай уҡ тирә-яҡ ауылдар халҡы Ҡөрьән ашына аят уҡырға алырға тырыша, алдан сиратҡа яҙылып ҡуялар. Хатта ҡалаларға алып китәләр. Ул 83 аяттан торған “Ясин” сүрәһен яттан һәр ваҡыт тулыһынса уҡый. “Уҡыған аяттарым һеҙҙе һаҡлаһын-яҡлаһын, Ҡөрьәндең йөрәге – Ясин менән “Аятел Көрси” һәр ваҡыт янығыҙҙа булһын”, – тип теләй.
Хәмиҙә Ейәнғолова – торғаны тере тарих, хәтере шәп. Элеккеләрҙе яҙырға ниәт итеүселәр мотлаҡ уның менән кәңәшләшә, уның хәтеренә таяна. Бәләкәйҙән эшкә күнегеп, әрһеҙ, беше булып үҫә ул. Башланғыс белемде үҙ ауылында алғандан һуң заманында данлыҡлы булған, бик күптәргә төплө белем биреп, иңдәренә ҡанат ҡуйған ‡рген мәктәбенә йөрөп уҡый башлай. Белемгә ынтылышы шул тиклем көслө була, ара алыҫлығы ла, өҫ-башта кейем, тамаҡҡа йүнле ризыҡ булмауы ла уны һүрелтә алмай.
Киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, белем тауына үрмәләгәндә, барыһы ла селпәрәмә килә – һуғыш башлана. Ир-егеттәр бер-бер артлы фронтҡа китә башлай. Шулай уҡ уҡытыусылар ҙа. Математиканы һыу кеүек эскәнен, ауыр мәсьәләләрҙе лә бик тиҙ сискәнен белгән Мосифуллин фамилиялы уҡытыусы-математик фронтҡа китер алдынан бәләкәй Хәмиҙәгә: «Аҡыллым, уҡырға тырыш, ҙур кеше булырһың!» – ти. Тик ҡайҙа ул, башҡаса уҡыу эләкмәй. Хәмиҙә Хәмитова 13 йәшендә колхозға эшкә сыға.
Ил яҙмышы иңдәренә төшкәс, уны иңрәмәйенсә күтәрешә Хәмиҙә Ейәнғолова. Һуғыш дәүере балалары (уларының да күбеһе ҡыҙ-ҡырҡын) менән бергә «Бөтәһе лә фронт өсөн! Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» тип алһыҙ-ялһыҙ эшләй. «Буранғолдоң 40 ҡыҙы» тип уларҙың тырышып эшләүҙәре хаҡында гәзиткә лә яҙып сығалар. Хәмиҙә инәй 20 йәшендә тәүге ҙур наградаһын ала: СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 6 июнендәге указы менән Хәмиҙә Хәмитова (ҡыҙ фамилияһы) 1947 йылдың 17 ғинуарында «Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр һәм батыр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Хәмиҙә инәй йәйәүләп мал ҡыуып барыуын, урманға ағас ҡырҡырға йөрөүҙәрен иҫкә төшөрә.
– 1948 йылдың 19 октябрендә Иҫәнғолдан Орскиға 200 баш һыйыр, 400 һарыҡ ҡыуып алып киттек, Сәлимов тигән ағай етәксебеҙ булды. 5 декабрҙә ҡайттыҡ. Ҡыш сыҡҡас, 1949 йылдың апрелендә сплавка (һал ағыҙырға) киттек. Йылайыр районында ағас ауҙарғандан һуң һыуға төшөрәбеҙ, Оло Һүрәм буйлап Ырымбурға тиклем ағыҙабыҙ. 26 августа ғына эшебеҙҙе теүәлләп кире ҡайттыҡ. Сентябргә тиклем өйҙә торҙоҡ та Күркәтауға тағы урман ҡырҡырға киттек. Унан 1950 йылдың ғинуарында ҡайттыҡ. Шунан ошо йылдың 20 ғинуарынан башлап 1952 йылдың көҙөнә тиклем Иҫәнғолда ГЭС төҙөүҙә эшләнек: көрәк менән ҡаҙып, носилка менән ташып Эйекте быуҙыҡ.
Йор телле Хәмиҙә инәй үҙенең нисек тормошҡа сығыуын көлөмһөрәп хәтергә төшөрә. Ҡыҙҙарҙың әҙере, әҙҙәрҙең ҡәҙере күп саҡта үҙенең ғүмерлек юлдашын таба ул. Буласаҡ бикәсе әсәһенең ҡушыуы буйынса Ҡарағандала йәшәгән, ғаиләһенән уңмаған Бикмөхәмәт ағаһына хат яҙа: «Ауылға ҡайт. Буранғолдоң 40 ҡыҙының береһен алырһың». Бикмөхәмәте ҡайтҡан көндө үк Ғәтиә еңгәһен ебәрә, сыҡһын, һөйләшәһе һүҙ бар, тип.
– Ҡайҙа ул «свидание»ға сығыу, тураһын әйтеп баш тарттым, –ти Хәмиҙә инәй. – «Һөйләшеп тормайым, ҡурҡам, алам тиһә, барам», тип яуап сәләме әйттем. Иртәгәһенә һоратып та киләләр. Был 1953 йыл була.
– Фронтовик атайым һаулыҡҡа туйманы. Һатыусы булып эшләгән әсәйем ҡыш буйы төндәрен дебет шәл бәйләй ҙә, һатып, отпускыһында атайымды Ҡара диңгеҙгә йөрөтә ине. Йәй һайын, 28 йыл буйы. Барған һайын берәй ейәнен үҙҙәре менән ала торғайнылар. Быйыл мин дә әсәйемдәр булған ерҙәрҙә йөрөп ҡайттым әле, атайым менән ожмахҡа тиң ерҙәрҙә йөрөгәнһегеҙ икән, тием ҡайтҡас. Ғөмүмән, әсәйем бәхетле кеше, – тип һүҙгә ҡушыла ағинәйҙең бергә йәшәгән ҡыҙы Әлфиә апай.
Хәмиҙә инәй үҙе лә уны йөпләй. Кешеләрҙең ҡабаттан иманға ҡайтыуын, дин юлына баҫыуын күрә алыуын да бәхеткә һанай. Бәхетле оҙон ғүмер кисереүенең серен һораусыларға ул: “Яуызлыҡ ҡылмағыҙ – күңелегеҙ тыныс, бөтөн ҡалыр, үҙегеҙ ҙә бәхетле булырһығыҙ. Тән арыуы бер ни түгел, ял итеп алһаң, арыу онотола. Иң мөһиме, күңел арымаһын, йән сәләмәт булһын”, – ти.
Изге күңелле, яҡшы кешегә тартылаһың бит ул. Уларҙан һис ҡасан да кеше өҙөлмәй. Хәмиҙә инәйҙе юбилейы менән ҡотлаусылар ҙа күп булды: гәзит аша ла, өйөнә барып та. Ҡотларға килгән ҡунаҡтарға иһә ул үҙенең йәш саҡта яратып башҡарған “Иҙел бит ул”ды йырлап ишеттерҙе, бик һорағастары, мәктәптә уҡыған саҡта ятлаған (80 йыл элек!) кәкүк тураһындағы немецса шиғырын да һөйләп күрһәтте. Күңелдән математик ғәмәлдәрҙе иҫәпләүгә әле лә шәп. Һин берәй һанды ҡуша йә ҡабатлай алмай, калькуляторға тотонһаң, ул йәһәт кенә яуабын әйтә һала. Бер шулай, намаҙҙың һаулыҡҡа ла файҙалы булыуы хаҡында һүҙ ҡуйыртҡанда, ул, хуплап, көнөнә 96 тапҡыр теҙ сүгеү организмға ыңғай тәьҫир итеүен билдәләне. Намаҙҙағы башҡа апайҙар, бармаҡ бөгә-бөгә иҫәпләп, ҡушып ҡаранылар ҙа, ысынлап та шул хәтлем сәждәлә тороуҙарына инандылар. Хәмиҙә инәй һандарға, ғөмүмән, иғтибарлы. Яңыраҡ хәйер итеп бирелгән аҡсаның ялған булыуын абайлап ҡалған, шуны һөйләп көлдөрөп алды. Ул ғәҙәттәгесә һандарҙа үҙенең тыуған йылын эҙләй икән, ә баяғы аҡсаның серия һандары булмай сыҡҡан.
Ниндәй ауыр заманда йәшәп тә рухы һынмаған, һәр атҡан таңға ҡыуанып, һәммәһенә һаулыҡ теләп, тиҫбе тартып ултырған инәйҙең әле лә көр күңелле булыуына, зарлана белмәүенә ҡарап һоҡланырлыҡ. Нурлы йөҙлө Ағинәйебеҙ әруахтар рухына доғалар уҡып, тереләргә изге теләктәрен теләп, йәшәһен дә йәшәһен әле, тибеҙ.
Читайте нас: