Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
21 Ноябрь 2017, 12:53

МАҠСАТ ҺӘМ ХЕҘМӘТ МЕНӘН КӨСЛӨ

“Районка”ға 85 йәш тулғанда, уның булмышы өсөн көс һалған, хәҙер инде хаҡлы ялда булған гәзитселәрҙе лә билдәләү яҙыҡ булмаҫ. Бөгөн һеҙгә ошо коллективта 18 йыл буйы берҙән-бер бухгалтер булып эшләгән Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Миңзада Буранғолова тураһында һөйләп үтмәксебеҙ.

Районыбыҙ тормошонда редакция йылъяҙманы рәсмиләштереп, тарих биттәренә теркәп барыусы берҙән-бер ойошма. Район гәзитен халыҡ көн дә көткән яҡын дуҫ кеүек һағынып көтөп ала, бихисап ғаиләләр ғүмерҙәре буйы баҫманан айырылмай, илдә ниндәй генә сәйәсәт булмаһын, үҙгәрештәргә һәм көрсөккә һылтанмай ваҡытында яҙылып, уҡып бара. Гәзит тип әйтеүе генә еңел, уның һәр бер һаны донъяға килһен өсөн ни тиклем зиһен кәрәклеге, ни тиклем күҙ нурҙары түгелеүен, йөрәк йылыһы һалыныуын фәҡәт редакцияла был эштәрҙең уртаһында ҡайнап, ең һыҙғанып эшләгән хеҙмәткәрҙәр генә белә. “Районка”ға 85 йәш тулғанда, уның булмышы өсөн көс һалған, хәҙер инде хаҡлы ялда булған гәзитселәрҙе лә билдәләү яҙыҡ булмаҫ.

Бөгөн һеҙгә ошо коллективта 18 йыл буйы берҙән-бер, баш бухгалтер булып эшләгән Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Миңзада Буранғолова тураһында һөйләп үтмәксебеҙ.

Үрге Бикбирҙе ауылында тыуып үҫкән Миңзада Фәхретдинова, өс балалы ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ булараҡ, бөткөһөҙ ауыл эштәренең бар нескәлектәрен белеп, үҙ иңдәрендә күтәреп үҫә. 1973 йылда Иҫәнғол 1-се һанлы мәктәбен тамамлау менән яҙмыш уны Аҡдәүләт ауылы егете, милиция участковыйы булып эшләп йөрөүсе йәш егет Таһир Буранғолов менән ҡауыштыра. Участковый 5 колхозға берәү булғанлыҡтан, йәштәр Күгәрсен ауылында йәшәй башлай. 1974 йылда улдары тыуа, уға Заһир тип исем ҡушалар. Тормош бит, һөнәр алырға кәрәк, шуға ла улына бер йәш тулыу менән йәш хужабикә Стәрлетамаҡ ҡала техникумына бер йыллыҡ көндөҙгө бухгалтерҙар курсына уҡырға инә. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, Миңзада Буранғолова юғары категориялы бухгалтер дипломына эйә була. 1977 йылда йәш ғаиләне шатлыҡҡа күмеп, улдары Эльвир донъяға килә. Район үҙәгендә төпләнеү яҡшыраҡ булыр, тип Буранғоловтар Иҫәнғолға күсенеп килә.

1983-2000 йылдарҙа иһә район редакцияһында баш бухгалтер булып эшләгән Миңзада апай алдыбыҙға тарих төпкөлөндә төшөрөлгән аҡлы-ҡаралы фотоларҙы теҙеп һалды. Бына ул ысын яҙмыш! Редакция хеҙмәткәрҙәре 1 Май демонстрацияһында… Әлеге бинаның ағастарын бушатҡан, өмә мәле… Яңы йылда балаларға шыршы байрамы… ауыр хеҙмәт көнөнән һуң бергәләп сәй табынына йыйылыу… тирә-йүнде яҙғы йыйыштырыу, биш минутлыҡ көңәшмәләр… Сырайҙарынан, үҙ-үҙҙәрен тотоштарынан ул ваҡытта коллективтың ни тиклем татыулығы, берҙәмлеге, матурлығы һиҙелеп тора.

Коллективта 22 кеше. 2-3 йылға бер Өфөлә аҙналап белем камиллаштырыу курстарында уҡыу… Өс айға бер Өфөгә отчет менән барыуҙар. Бының өсөн тәүҙә Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән ҡасабаһына барырға, унан поезда ҡалаға юлланыр кәрәк. Дәүләт баҫма комитетына отчет бирә торған урын Ленин урамында, “Ағиҙел” ҡунаҡханаһына яҡын урынлашҡан. Миңзада апай иң беренсе трамвайға ултырғанда туҡталышта төшөп ҡалмай тулы ҡулса буйлап әйләнеп йөрөүен әле көлөп хәтерләй!.. Редакцияға һатып алынған тәүге машинала Өфөгә эш сәфәрендә юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуҙарын да күҙ йәштәре аша көлөп хәтергә алды ул.

Ғөмүмән, Буранғоловтар совет осоро ғаиләләренә хас тормош алып бара – эштә янып эшләйҙәр, ике ҡатлы йорттағы фатирҙа торғанда ла ихатала мал-тыуар аҫрап, балаларҙы аҡтан өҙмәйҙәр. Ял көндәрендә дебет шәлдәр бәйләргә лә, ғаиләһен милли, танһыҡ аш-һыу менән һыйларға ла өлгөрә Миңзада апай. Балалар ҙа хеҙмәт тәрбиәһен күреп үҫә.

Районда дан ғаиләләр күп. Миңзада һәм Таһир Буранғоловтар ҙа (яҙма баҫмаға әҙерләнгәндә Таһир Солтанхәмит улының вафат булыуын белдек, ауыр тупрағы еңел булһын) шундайҙарҙан. Атайҙары 28 йыл эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итеп, майор дәрәжәһендә отставкаға сыҡһа, улдары Заһир, юғары белемле юрист булараҡ, диплом алғандан ошо көнгә ҡәҙәр республиканың төрлө райондарында прокурор булып эшләй, улдары Эльвир ҙа полиция майоры дәрәжәһенә етә, әлеге көндә башҡа тармаҡта. Улдарының икеһенең дә үҙ ғаиләһе, донъяһы. 39 йәшендә үк ҡәрсәй булған Миңзада апай Буранғолова ейән-ейәнсәрҙәренең яратҡан кәңәшсеһе, уның күстәнәстәрен улар көтөп ала, йәйге сәхрә көндәрҙә, ҡышҡы ялда килеп ҡунаҡ булып китәләр.

Әйткәндәй, Миңзада апай заман менән бергә атлап, әүҙем тормош позицияһында йәшәй, һаман да күтәренке рухлы, йәш сырайлы, ҡунаҡсыл. Нисәмә йылдар үтһә лә, ул редакцияла эшләү йылдарын йәшлектең иң гүзәл мәле тип, хөрмәт менән, яратып иҫкә ала.
Читайте нас: