Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
23 Ноябрь 2017, 19:11

ШӘЛКӘЙҘӘРЕҢ ҺИНЕҢ, ШӘЛКӘЙҘӘРЕҢ

Бына әсәй – мини-цех хужабикәһе: кемдәндер ( апай-ағайҙарҙан) дебет һуҡтыра, кемебеҙҙер уны иләй, ялғай, сирата. Шулай әсәй йомаға тиклем ҡул менән уның уртаһын, ситтәрен бәйләй, ҡабарта – Ҡыуандыҡ баҙарына әҙерләй!

Һалҡынса ғына бүлмәлә дебет шәл ябынып, “Ейәнсура таңдары” гәзиттәрен аҡтарам. Ундағы йөрәккә ятышлы темалар, бигерәк тә, шәл йылыһы үткәндәргә алып китә...
Бына әсәй – мини-цех хужабикәһе: кемдәндер ( апай-ағайҙарҙан) дебет һуҡтыра, кемебеҙҙер уны иләй, ялғай, сирата. Шулай әсәй йомаға тиклем ҡул менән уның уртаһын, ситтәрен бәйләй, ҡабарта – Ҡыуандыҡ баҙарына әҙерләй!
Унда ла төрлө хәл була. Бер саҡ апайымдың 8 шәле һалынған тоғон да сәлдерә ҡараҡ. Ҡыҙғаныс ҡына түгел, ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булғылай. Әсәй шәл ситтәренә төрлө-төрлө биҙәктәр һалырға яратты: бағана, шыршы, бесәй табаны, тамсы һ.б. Шәл һатып алыусы (беҙҙең яҡта “спекулянт”) яңы биҙәкте күреп: ”Быныһы тағы ниндәй биҙәк?” – ти. Сәғәт 4-тән тороп, аслы-туҡлы, йоҡо туйыр-туймаҫтан, Ҡыуандыҡҡа ҡәҙәр 25 километр юлды саҡыр-соҡор юлдан атлап килгән кеше – әсәйем дә аптырап тормай: ”Кувандыкская дорожка” тигән биҙәк инде!” – тип яуаплай. Шулай итеп, кәкерсәк биҙәк – беҙҙең ғаилә өсөн “Ҡыуандыҡ юлы” булып китте. Үҙе генә түгел, һылыуҙары Мусина Зифа, Айсыуаҡова Зөләйха, Ултыраҡова Земфира, әхирәте лә шәлдең тетмәһен тетә ине…
Хәтирәләр, хәтирәләр… Ҡужанаҡ ауылында элек-электән күп булды инде шәл бәйләүселәр: Йәнсурина Клара, Рәйлә, Лениза, Вәсилә, Земфира, Ләлә, Тоҡомбәтова Миңсәсәк, Люциә, Гәүһәр, Лира, Гөлсәсәк, Гөлсара, Вәлиҙә, Миңзифа, Ҡунысбаева Г., Мансурова В. һәм башҡалар.
Шундай шәл оҫталарының береһе Бибикамал Хафизова тураһында һүҙем. Ул йәмле Ҡороюл буйында Таулыҡай ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Баш бала – ата-әсәгә һәр саҡ терәк. Бик иртә ала ҡулына шәл энәһен, ебен. Шәл ғаиләгә килем килтереүсе икәнен аңлап, ул уның серҙәрен алты һеңлеһенә лә өйрәтә. Беҙҙең ауыл ҡатын-ҡыҙҙары палантин, косынка, кофта, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләргә маһир ул. Бибикамал апайҙың бәйләмдәре Өфөгә, Себер тарафтарына ла барып етә. Үҙебеҙҙең районда шәл байрамдары уҙғарыла башлағас, ул уның әүҙем ҡатнашыусыһына әйләнә. Әле лә хәтерендә Бибикамал апайҙың нисек итеп республика ҡатын-ҡыҙҙар рәйесе М. Солтанова ҡулынан тәүге иҫтәлекле бүләк алғаны. “Ул иҫ китмәле костюм-юбка ине“, – ти хәтерләй Бибикамал Бәхтеғәни ҡыҙы. Уның эштәре Почет грамоталары менән билдәләнә. 2016 йыл да, 9-сы “Башҡорт шәле” асыҡ фестиваль-конкурсы ла уңыш алып килә уға: район администрацияһының махсус призына – күҙҙең яуын алып торған самауырға һәм лауреат дипломына эйә була… Ә барыһы ла бит Иҫәнғол бәйләү цехынан башлана. Әхирәте Гөлдәр Тоҡомбәтова менән ошо юҫыҡта курста уҡыуҙар һәм дә аҙаҡ рәхәтләнеп тырышып эшләүҙәр. Иҫтәлектәр генә булып ҡала барыһы ла. Шалтыран, Ҡороюл һыуҙарын эсеп, ошо яҡтарҙың тәбиғәтенең матурлығын үҙенә һеңдереп, бер ул һәм ҡыҙға – әсәй, 5 ейәнгә – өләсәй, яҙмыш һынауҙарына бөгөлмәгән кеше ул Бибикамал апай. Ул хистәрен, уй-фекерҙәрен, күңел йылыһын, төп кәсебе булған бәйләмдәренә төшөрә.
Ошо арала үтеүсе “Башҡорт шәле” 10-сы фестиваль-конкурсы ла бәйләм яратыусыларға яңы форсат, яуланаһы үрҙәр асыр. Уңыштар һеҙгә!
Читайте нас: