Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
30 Ноябрь 2017, 17:33

ҺӘР ҒҮМЕР БЕР РӘСЕМ КЕҮЕК

Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәптә 8-се кластар менән “Самауырҙы йыҡҡансы” исемле дәрес-осрашыу үткәрҙем һәм ҡунаҡҡа заманыбыҙ геройы - Миңзилә Нурислам ҡыҙы Байбулатованы саҡырҙым.

Һәр ғүмер бер рәсем кеүек. Ата-әсәй – ҡағыҙ, йәмғиәт буяуҙар бирә, ә рәсемгә сиктәрҙе яҙмыш ҡуя. Төшөрөүе инде үҙебеҙгә ҡала. Һеҙҙе тормошо, хеҙмәт юлы һәм йәшәйеше менән күптәргә өлгө булырлыҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙының ғүмер рәсеме менән таныштырғым килә.
Мин был апайҙы төрлө сараларҙа, тантаналарҙа, йыйылыштарҙа йыш күрәм. Ул үҙенең алсаҡлығы, зауыҡлы тыйнаҡ кейеме, кешеләргә ихтирамлы булыуы менән иғтибарымды йәлеп итте. Уның кем һәм ҡайҙан икәнлеген белеү, яҡындан танышыу теләге уянды. Бөтәһе лә изге ниәттән тора бит – яҙмыш беҙҙе осраштырҙы. Танышып-аралашҡандан һуң, был шәхес менән мотлаҡ уҡыусыларымды таныштырыу теләге тыуҙы, сөнки уның йәш быуынға фәһемле һүҙе, өгөт-нәсихәте булыуына ышана инем.
Беҙҙең Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәптә октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгө үтте. Ул Республика көнөнә һәм туған телебеҙҙе һаҡлау, ҡәҙерләү, данлауға арналды. 8-се кластар менән “Самауырҙы йыҡҡансы” исемле дәрес-осрашыу үткәрҙем.
Класта байрам табыны әҙерләнгән, түрҙә “шыжлап самауыр ҡайнап” ултыра. Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең шиғыр юлдары яңғыраны:
Башҡортостаным! Һин икмәкле тупраҡ,
Йәшел урман, болон, тау, дала.
Йәнһеҙгә-йән, йәмһеҙгә йәм биргән
Һин-ут һәм һыу, һауа һәм дауа.
Эйе, гүзәл Башҡортостаныбыҙ менән кемдәр генә һоҡланмаған! Тыуған еребеҙҙең тағы ла бер байлығы – уның киң күңелле, эскерһеҙ, ҡунаҡсыл кешеләре. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта үҙ заманының геройы – Миңзилә Нурислам ҡыҙы Байбулатова, – тип таныштырҙым. Ҡунаҡ менән аралашыуҙан илебеҙ тарихы менән кешеләр яҙмышы бергә бәйләнеп барыуын, уларҙың төрлө булыуын белдек, Миңзилә Нурислам ҡыҙының үҙ өлөшөнә төшкән һынауҙарға бирешмәй, уны еңеп сығыуына инандыҡ.
Миңзилә Байбулатова Иҙелбәк ауылында ишле ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы Нурислам Мөхәммәтхәҙис улы Ярғайыш ауылынан, ғүмере буйы колхоз эшендә янып эшләүсе ябай ауыл кешеһе. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, дәһшәтле Сталинград яуында ҡатнашҡан яугир. Әсәһе Урта Муйнаҡ ауылы ҡыҙы Зәнзәбил Камал ҡыҙы – хеҙмәттәре менән еңеүгә үҙ өлөшөн индергән беҙҙең инәйҙәр, өләсәй-ҡәрсәйҙәребеҙҙең береһе ул. Бына шул, ҡарап тороуға ябай ғына башҡорт ғаиләһендә тәрбиәләгән рухлы ҡыҙ.
Мәктәпте тамамлағанда гәзиттә Салауат медицина училищеһына уҡырға саҡырған белдереүҙе күреп ҡала. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан атаһының һыҙланыуҙарын күреп, уны йәлләгән, ярҙам итергә, нисек тә булһа хәлен еңеләйтергә теләгән ҡыҙҙың күптәнге хыялы була ул шәфҡәт туташы булыу. Документтарын тапшырып, һынау тота. Әммә химиянан бер балл етмәү сәбәпле, төшөп ҡала. Ләкин ул артҡа сигенергә уйламай, ауылға кире ҡайтмаҫҡа ҡарар итә һәм училищеға инеп, киң профилле штукатур-маляр плитасы һөнәренә уҡып сыға. Миңзилә Нурислам ҡыҙына Тольятти ҡалаһына йүнәлтмә бирәләр һәм шунда башланып китә уның хеҙмәт юлы. Тырыш ауыл ҡыҙы һынатмай, дәртләнеп эшкә тотона. Ғаилә ҡороп, бер бала әсәһе лә була. 1974 йылда тормош иптәшен Ҡаҙаҡ ССР-ына Шевченко ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Был осорҙа киң билдәле Байкал-Амур магистрален төҙөү башлана. Нефть, газ, уран ятҡылыҡтары табылып, уны сығарыу, эшкәртеү өсөн яңы белгестәр талап ителә. Һәр тарафтан төҙөүсе, нефтсе, табип, уҡытыусы һәм башҡа бик күп төрлө белгестәр эшкә килә. Улар араһында башҡорттар ғына 1500-ҙән артыҡ була.
Яңынан-яңы эшсе ҡулдар талап ителгән мәлдә Миңзилә апай шәфҡәт туташтары әҙерләү курстары асылыуын ишетеп ҡала. Күптәнге хыялы тормошҡа аша – уҡып, ҡулына диплом ала һәм шәфҡәт туташы булып эш башлай. Был осорҙа уға тормош оло һынау ҡуя – тормош иптәше ғаиләһен ҡалдырып, сығып китә. Миңзилә апай ике бала менән яңғыҙ ҡала. Уларҙы аяҡҡа баҫтырыу, уҡытыу, тәрбиәләү, өйлө итеү яңғыҙ әсәнең өлөшөнә төшә. Көнүҙәк булған торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында иң ауыр эштәрҙең береһенә – заводҡа минераль ашламаларҙы упаковкалау цехына сыға. Лайыҡлы эшләп, ике бүлмәле фатир алыуға өлгәшә. Өлкәнәйгән ата-әсәһен ҡарау яуаплылығы ла уның иңенә төшә, сөнки иң ғәзиз кешеләренең ҡартлыҡтары тик уның янында ышаныслы һәм тыныс булырына ышана. Балаларын да тәрбиәләй, ата-әсәһен дә ҡарай, эшендә лә һынатмай өлгөр ҡатын.
Миңзилә Нурислам ҡыҙына “Алтын ҡом” ял итеү базаһын етәкләргә лә, госпиталдә эшләргә лә тура килә. Бына ошонан башлана ла инде уның хәрби бурысы. Был ваҡытта Ҡаҙағстан үҙ аллы дәүләт булып китә, Каспий диңгеҙендә Диңгеҙ сик буйы дивизияһы булдырыла. Мәктәптә яратып уҡыған география фәне тағы ла яңы һөнәр үҙләштерергә этәрес бирә – ул уҡып, диңгеҙ тәрәнлеген, һыуҙа йөрөү юлдарының хәүефһеҙлеген булдырыу өсөн, уны тикшереп, хәбәр итеп тороусы инженер булып сыға. Был үтә лә ҡатмарлы, теүәллек талап итеүсе хәрби бурыс. Каспий диңгеҙен уратып алған Рәсәй, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Иран илдәре үҙ-ара һыу аҫтында һәм өҫтөндә бәйләнеш тота, ә Миңзилә апайҙың бурысы – ошо бәйләнештәрҙең хәүефһеҙлеген көйләп тороу була. Көсһөҙ һаналған, әммә тормош ауырлыҡтарына бер үҙе ҡаршы тора алған ҡатын-ҡыҙ хәрби бурысын да лайыҡлы үтәй.
Йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәй Миңзилә Нурислам ҡыҙы. Диңгеҙ сиге буйы хеҙмәтендәге хәрби часта ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе була. Эшкә килгән төрлө милләт вәкилдәре – башҡорттар, татарҙар, украиндар, чечендар, лезгиндар, әрмәндәр, әзербайжандар, ирандар үҙ-ара, ерле халыҡ менән татыу, берҙәм, гөрләп йәшәйҙәр.
СССР тарҡалғас, һәр тарафтан милләттәштәрен барлау, эҙләү башлана. Ҡаҙағстанда “Мангышлак уттары” гәзитендә “Тауыш бирегеҙ, башҡорттар!” тигән мәҡәлә сыға. Был 1990 йылда башҡорттарҙың берләшеүенә, “Салауат” милли үҙәге барлыҡҡа килеүгә башланғыс була. Рухлы башҡорт ҡатыны Миңзилә апай 1993 йылдан ошо милли үҙәктең рәйесе итеп һайлана һәм 20 йыл ошо йөктө тарта. Каспий дингеҙе буйында Шевченко ҡалаһында башҡорт милли һабантуйы үткәрелә, тирмә ҡорола, эсе зауыҡ менән биҙәлә. Башҡорттар үҙҙәрен тыуған яҡтарында булғандай хис итә. Төрлө уйындар, ярыштар ойошторола, башҡорт йыр-моңо ағыла тирә-яҡҡа. Был изге йола йыл һайын дауам итә. Башҡорт йолалары менән милли туйҙар үткәрелә башлай.
Ҡаҙағстанда үткәрелгән Халыҡтар Дуҫлығы фестивале, милли кейемдәр, милли аш-һыу конкурстарында ҡатнашып, башҡорттар үҙҙәрен һәр яҡтан да өлгөлө итеп күрһәтә. Мәктәптә башҡорт теле класы булдырыла. Балалар өсөн милли үҙәк төрлө ярыштар, саралар, бәйгеләр ойоштора. Халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен, сәнғәтен өйрәтеп, уларҙа рух тәрбиәләү юғары кимәлдә башҡарыла. Быларҙың бөтәһе лә – Миңзилә апайҙың үҙ халҡын яратыуы, оҫта, тырыш етәксе булыуы һөҙөмтәһе. Мангышлак өлкәһе хакимиәтендә урынлашҡан Дуҫлыҡ йортонда башҡорттарға тәғәйенләнгән мөйөш булдырыла һәм уны зауыҡлы итеп биҙәү ҙә уның тырышлығы менән эшләнелә. Өфөлә үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашып, беренсе президентыбыҙ Мортаза Рәхимов менән осраша, уның кәңәштәрен ала. Сит яҡта йәшәгән милләттәштәренә рухи көс биреп, артистарыбыҙ саҡырыла, Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығы, Башҡортостандың мәҙәниәт көндәре, йыл һайын 12 июнь – Рәсәй, 11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көндәре тантаналы билдәләнә. Бөтәһен дә Миңзилә апай ойоштора. Ҡаҙағстан ерендә үҙ милләтен ҙурлап йөрөгән ханымды ил президенты Нурсолтан Назарбаев үҙе баһалай. Маҡтау Грамоталары, Рәхмәт хаттары, Дипломдарҙың күплегенә хайран ҡалырһың. Оло йыйындарҙа,Ҡаҙағстан халыҡтары республикаһы ассамблеяһы сессияларында делегат булараҡ, һәр саҡ милли кейемдә ихласлыҡ менән башҡорттарҙың барлығын, урынын, йөҙөн күрһәтеүсе булып тора. Яҡташтарының эшмәкәрлеген милләттәштәре лә баһалай. Башҡортостан Республикаһының Ҡаҙағстандағы вәкиле Е. Азанов “Салауат” башҡорт милли үҙәге етәксеһенең намыҫлы хеҙмәте өсөн “Ал да нур сәс халҡыңа“ миҙалын тапшыра.
Тормош ҡыуаныстарҙан ғына тормай шул. ”Яратҡаныма бирермен оло һынауҙарҙы” тигән Хоҙайым. Миңзилә апай оло юғалтыу кисерә – яратҡан улы йәшләй генә ҡапыл ауырып, әсә йөрәгенә уңалмаҫ яра һалып, был донъяны ҡалдырып китә. Ярай әле, янында терәге-ярҙамсыһы, йыуаныс-ҡыуанысы – ҡыҙы, кейәүе, ейән-ейәнсәре бар, уларға күңелен баҫа.
Биш тиҫтәгә яҡын хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Миңзилә Нурислам ҡыҙы тыуған яғына ҡайта. Иҫәнғолда өй алып, ҡунаҡҡа ҡайтҡан балаларын ҡаршылап, тәмле ризыҡтары менән һыйлап, ҡыуана. ”Байлыҡ-муллыҡ, фәҡирлеҡ-ярлылыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныс, ҡайғы-хәсрәт биреп һынармын,” тигән Аллаһ үҙ бәндәһен. Үҙ өлөшөнә төшкән яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, булған бәхетенең ҡәҙерен белә Миңзилә апай. Ул бит Байбулатовтар нәҫеленән, үҙ затына, исеменә тап төшөрмәй. Исеме лә уның ишле, ике тамырҙан тора бит. Миң – “билдәләнгән”,ә Зилә ”яҡтылыҡ”тигәнде аңлата. Ысынлап та, Миңзилә апай һәр саҡ асыҡ күңелле, яҡты йөҙлө, матур кәңәштәрен биреп, күңелде күтәреп, дәртләндереп ебәрә. Әле лә йәмәғәт эшендә. 2013 йылдың октябренән Иҫәнғол ауылы биләмәһендә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе вазифаһын башҡара. Оло быуын вәкилдәренең ҡыуаныстарын бүлешеп, уларҙы хәстәрләп йәшәй.
Был дәрестә булған коллегаларым, уҡыусыларым йотлоғоп тыңланы ҡунаҡтың һөйләгәнен. Йәш быуынға үҙенең өгөт-нәсихәттәрен әйтеп, туған телеңде белергә, ҡәҙерләргә, һаҡларға кәрәклеген әйтте.
Осрашыу тамам. Берәүҙе лә уйландырмай ҡалмаҫ был фәһемле дәрес. Эйе, һәр ғүмер бер рәсем кеүек. Яҙмыш буяуҙарының да төрлөһө була: асыҡ, яҡты, сағыу, һалҡын, ҡараңғыһы ла... Миңзилә апайҙың тормош рәсемен байҡағас, шуны әйткем килә – сағыу, яҡты, нурлы төҫтәр күберәк унда. Ул бирешмәйсә, үҙ юлынан ғорур атлай. Ә күңелендәге һағыштарын тик үҙе генә белә. Ундай мәлдә ул буяуҙарын ала һәм яратып башҡарған шөғөлө – һүрәт төшөрөүгә тотона. Хис-тойғоларын шунда һала, йыуана... Тормош дауам итә.
Читайте нас: