Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
5 Декабрь 2017, 12:30

ЯНЫП ЯЛҠЫНЛАНЫП ЙӘШӘЙ

"Бер ҙә бушлай йәшәлмәгән, янып-ялҡынланып эшләнек тә, уңыштарҙан рухлана ла белдек," – ти Буранғол ауылы аҡһаҡалы Фәрит Ҡаҙаҡбаев.

Тыуған ауылында ғүмер буйы йәшәгән Фәрит Ҡаҙаҡбаев 8-се класты тамамлау менән колхозға эшкә төшә.
Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан киң профилле механизатор булараҡ, йә тракторға, йә машинға ултыра. Колхоз парткомы эште еренә еткереп үтәгән алдынғы шоферға кукуруз үҫтереүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
– 70-се йылдар уртаһында мал аҙығын еткерә алмай аптыраналар ине. Мин машина яратҡанға, шоферлыҡҡа күңелем нығыраҡ ята ине. Әммә партком етәкселеге, һинән башҡа кемгә әйтәйек, хәл-торош ауырлашып бара, машинаң бер ҡайҙа ла ҡасмаҫ, бер-ике йыл кукуруз үҫтерергә ярҙам ит. Унан инде күҙ күрер, – тип уны яңы эшкә ҡоҙалай. Фәрит Ҡаҙаҡбаев 10 йыл буйы ошо өлкәлә тир түгеп, хужалыҡтың алдынғы кукурузсыһы булып таныла, махсус вымпел менән бүләкләнә, хатта 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны орденын тапшыралар. Тәгәрмәсле трактор йөрөткән механизатор йөрәгендә һаман да машинаға һөйөү һаҡлана…
Ғөмүмән, эшкә бәйле хәтерләүҙәр күп. Бер ваҡыт колхоздың төҙөлөш объектында кирбес бөтөп ҡала. Ҡаҙаҡбаевты һәм бер нисә шоферҙы Мәләүезгә ебәрәләр, ә унда кирбес 2-3 көнһөҙ булмаҫ, тиҙәр. Иптәштәре ҡайтып китә. Ә Фәрит иртәнсәк начальникка инә. Колхозда төҙөлөш туҡтаны, кирбесһеҙ барыбер ҡайтмайым, ти. Үҙһүҙле шоферҙың теләген тиҙ арала үтәйҙәр. Ул арала теремек Фәрит район “Сельхозтехника” ойошмаһы машинаһын тап килтереп, уға ла ҡәҙерле төҙөлөш материалын тейәтеп ебәрә.
Ҡатыны Мәрхиә апай менән улар 5 бала тәрбиәләп үҫтерә, үкенескә күрә, хужабикә йәшләй вафат була. Балалары ла эш яғынан һынатмай был тормошта. Мөнирә район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында бухгалтер, Айгөл һәм Гөлгенә – уҡытыусылар, Фәрғәт – фермер, Ләлә – тәрбиәсе ярҙамсыһы. Улар күптән үҙ ояһын ҡорған, балалар тәрбиәләйҙәр, тормошта үҙ һуҡмаҡтарын тапҡандар. Фәрит ағай хәҙер ғүмер йомғағын байтаҡ йылдар инде Миңзәлә Хажиәхмәт ҡыҙы менән бергә һүтә. Хужалыҡтары ныҡ, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоталар. Баҡса үҫтерәләр. ауыр эштәрҙә балалар ярҙам итә. Ихатала Т-25, МТЗ-80 тракторҙары, еңел автомобиль ултыра, КУН да бар.
Фәрит ағайҙар ғаиләһендә бер туған апаһы Бәҙерниса ла ҡәҙерле урын тапҡан. Ҡустыһы апаһының изгелектәрен бер ҡасан да онотмай.
– 1943 йылда атайым үлеп китте. Ғаиләлә ике малай, ике ҡыҙ инек. Иң ҙур бала булараҡ, Бәҙерниса апайым мине ҡарап үҫтерҙе. Колхозға эшкә барһа ла, күрше ауылдарға баҙарға барһа ла мине үҙе менән ала ине.
Әле булһа яҡшы хәтерләйем. Ике күнәк балды көйәнтәгә элеп, апайым менән Троицк баҙарына киттек. Беҙҙең ауылдан баҙарғаса – 30 саҡрым! Ҡулыма аҙыҡ-түлек һалған төйөнсөк тотҡанмын, арыһаҡ, туҡтап тамаҡ ялғап алабыҙ. Баҙарҙан ҡайтҡанда Үрген ауылы кешеһе ылауына мине ултыртып ебәрҙе, апайым үҙе йәйәүләп ҡайтты. Бына шул саҡта, ҙурайһам, мин дә апайымды ҡарармын, тип үҙемә һүҙ бирҙем, – тип һөйләй ағай.
Фәрит Ҡаҙаҡбаевҡа әле 77 йәш. Ҡунаҡсыл аҡһаҡал өйөнә ейән-ейәнсәрҙәре алмашлап килеп тора, ғаилә байрамдарын гөрләтеп үткәрәләр. Бар йәшлеген, һаулығын күмәк хужалыҡҡа биргән аҡһаҡал барыбер ҙә бушлай йәшәлмәгән, янып-ялҡынланып эшләнек тә, уңыштарҙан рухлана ла белдек, ти. Орден кавалерына, тынғыһыҙ хеҙмәт ветеранына оҙон ғүмер теләйек.
Читайте нас: