Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
7 Декабрь 2017, 19:12

ТЫУҒАН ЙОРТОМ – АЛТЫН БИШЕК АТАЙ-ӘСӘЙ ҺЕҘ БАРҘА

Мин ғәзиз һәм ҡәҙерле кешеләрем – Үрген ауылында йәшәүсе ата-әсәйем Сәми һәм Шәмсинур Ейәнбирҙиндар тураһында һөйләмәксемен.

Минең өсөн бигерәк тә ғәзиз һәм ҡәҙерле кешеләрем – Үрген ауылында йәшәүсе ата-әсәйем Сәми һәм Шәмсинур Ейәнбирҙиндар тураһында һөйләмәксемен.

Бер үк тупраҡҡа тәпәй баҫҡан, бер үк йылғаны эсеп үҫкән улар. Бер үк мәктәптә белем алһалар ҙа, ул мәлдә бер-береһен күҙгә элмәйҙәр. Йәшлек саҡтарында киске уйынға йөрөгәндә, бер-береһенә күҙ һалып, дуҫлашып китә улар. Мөхәббәт тарихығыҙҙы һөйлә әле, тейем, бер көндө 78 йәше менән барған атайыма. Шулай, ул бер мәлде тыуған көнөн үткәрергә йәштәр йыя. Әлбиттә, унда ҡыҙҙар ҙа була. Алғы өйҙә аш-һыу әҙерләп йөрөгән әсәһенә, ҡәрсәйемә: “ Әсәй, һиңә ҡайһы ҡыҙ оҡшай, шуға өйләнәм”, – тигән атайым. Әсәһе ипләп кенә йәштәр ултырған яҡҡа ҡарап, әсәйемде күрһәткән. Сөнки әсәйем табында иң сибәре була. Шулай дуҫлыҡтары мөхәббәткә әүерелеп, оҙаҡҡа һуҙмай, 1967 йылдың 24 октябрендә гөрләтеп туй үткәрәләр һәм икеһе лә “Заветы Ильича” колхозына эшкә инә. Атайым колхозда кем генә булып эшләмәй: шофер, төҙөүселәр бригадиры, арендатор, көтөүсе, ферма мөдире. Әсәйем һауынсы, унан 25 йыл мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп, 34 йыл стаж менән хаҡлы ялға сыға. Уның “Хеҙмәт ветераны”, ике “Әсәлек даны” миҙалы; атайымдың да “Хеҙмәт ветераны”, “Сиҙәм ерҙәрҙе күтәргән өсөн” миҙалдары, бихисап маҡтау грамоталары бар.

Баҫҡан ерендә ут сәсрәткән, ҡулынан килмәгән эше булмаған атайым да, тормоштоң һәр күренешенән йәм табып йәшәгән әсәйем дә һынатмай, күптәрҙе һоҡландырырлыҡ итеп донъя көтә. Ғаиләләренә ҡот өҫтәп, бер-бер артлы беҙ – 6 бала донъяға килгәнбеҙ. Хәҙер инде беҙ, балалары, үҙебеҙ атай-әсәй. Салауат улдары ғаиләһе менән Үргендә әсәйемдәрҙең ут күршеһе булып йәшәй; Әминә, Эльвира, Альмира ҡыҙҙары Бикбирҙе егеттәренә кейәүгә сығып, гөрләтеп донъя көтәләр; мин Күгәрсен районында тормоштамын; бәләкәйҙәре Юлай үҙҙәре янында ярҙам итеп йәшәй. Бик бай ата-әсәйем – 17 ейән-ейәнсәре бар. Бөтәбеҙ бергә йыйылғанда йортобоҙ гөрләп тора. “ Үҙебеҙ бер ҡунаҡ”, – тип һөйөнә улар.

Оло булыуҙарына ҡарамаҫтан, мал, ҡош-ҡорт тоталар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Атайым йорт тирәһенә сүп тә төшөрмәй бөхтә тота, әсәйем ҡорот, ҡыҙыл эремсек, талҡан яһай, төрлө ҡайнатмалар ҡайната, ҡул эшенә лә бик оҫта. Ауыл китапханаһында тик уның ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторолған. Шулай уҡ әсәйем ауыл ағинәйҙәре ағзаһы булып тора, улар йыйылып төрлө саралар ойошторалар, ҡул эштәре эшләйҙәр, мәсеткә йөрөйҙәр, ағинәйҙәр ҡоронда ҡатнашалар.

Ата-әсәйебеҙ беҙгә бөтә яҡлап та өлгө булып тора. Биш тиҫтә йыл бергә йәшәгәндән һуң да яғымлы, йылы мөнәсәбәттәрен һаҡлап ҡалғандар, бер-береһенә яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк икәндәре күҙ ҡараштарынан күренеп тора. “Аллаға шөкөр, ожмахтағы кеүек йәшәйбеҙ, зарланырлыҡ бер нәмә лә юҡ: өй йылы, газ үткән, эҫе һыу крандан ағып тора, пенсия ваҡытында килә”, – тип ҡыуана улар. Беҙ – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре – уларға ҙур рәхмәт әйтеп баш эйәбеҙ һәм оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Читайте нас: