Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
12 Декабрь 2017, 13:39

ҺӨНӘРҘЕ ДӨРӨҪ ҺАЙЛАҒАН – ЮҒАЛМАҪ

Кеше тыумаҫ борон уҡ уның яҙмышы маңлайына яҙыла, тиҙәр. Шулаймы, түгелме, Хәлил Йәмил улы Янбаев үҙенең ғүмер юлынан тайпылмай атлай.

Тыумышы менән Үрген ауылыныҡы булған Хәлил Янбаев Фәрзәнә Сәйфетдин ҡыҙы менән Йәмил Әбделхаҡ улы Янбаевтарҙың ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Кеше тыумаҫ борон уҡ уның яҙмышы маңлайына яҙыла, тиҙәр. Шулаймы, түгелме, Хәлил Йәмил улы үҙенең ғүмер юлынан тайпылмай атлай.
Башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк тыуған ауылы мәктәбендә белем ала, спорт менән дуҫ була, саңғы һәм башҡа ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәктәпте тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, ниндәй һөнәр һайларға тип аптырап ҡалмай, бала саҡтан күңеленә инеп оялаған һөнәрҙе үҙләштереү өсөн Өфө ҡалаһына Башҡорт дәүләт медицина институтына юллана. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент булып китә. Буласаҡ һөнәрен йәштән һайлағас, ысынтылап күңел һалғас, уҡыу еңел бирелә. 1-се курстан һуң 2 йыл хәрби бурысын үтәй, шунан уҡыуын дауам итә. Төрлө ҡалаларҙа белем алыусы йәштәр ауылға ҡайтып, май айында яланға сығыр булған. Ошонда Хәлил ауылдашы, Стәрлетамаҡ медицина училищеһында белем алып йөрөүсе Кәримәгә күҙе төшә һәм байрам аҙағында үҙенең мотоциклына ултыртып алып ҡайта. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, Хәлил тимерҙе ҡыҙыуында һуға, Кәримәнең ҡулын һорай. Улар гөрләтеп туй үткәрә. Икеһе лә уҡыуҙарын яҡшы ғына тамамлап, үҙебеҙҙең районға ҡайталар, оҙаҡ йылдар халыҡ һаулығы һағында хеҙмәт итәләр. Кәримә Сәғит ҡыҙы район үҙәк дауаханаһының көндөҙгө бүлегендә, ә Хәлил Йәмил улы үҙ эшен асып, шәхси теш табибы булып эшләй. Буласаҡ һөнәрен иртәрәк һайлаған кеше уңыштарға күберәк өлгәшер, тиҙәр. Ысынлап та, күңел түрендәге хыялын тормошҡа ашырғандарҙың ғына бирелеп эшләй алыуы бәхәсһеҙ. Бигерәк тә, бала саҡ ҡыҙыҡһыныуына тоғро ҡалыуы үҙе ҙур бәхет. Атаһының үҙ зшен яратып, мөкиббән эшләгәнен күреп оло улдары Надир ҙа уның юлынан китә. Бөгөн ул атаһы менән бергә. Атаһы дауалаһа, улы теш эшләй. Шулай итеп улар кешеләргә йылмайыу бүләк итә. “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән”, ти халыҡ мәҡәле. Янбаевтарҙың ҡыҙҙары Зифа ла быйыл БДМУ-ны яҡшы ғына тамамлап, Өфө ҡалаһында балалар табибы булып эш башлай.
Ғаиләлә кинйә бала – Данияр ҙа ҙур егет булып үҫеп, юрист һөнәрен үҙләштереп, ҡулына диплом алып “Башкредитцентр”ҙа эшләп йөрөй. Килендәре Илүзә хужабикә, бәләкәй ҡыҙҙары менән декрет ялында.
Әле генә ғаилә ҡороп, үҙҙәре эш башлаған инеләр, әллә ни арала балалары ла үҫеп эш булған. Икеһе лә район үҙәгенә йөрөп эшләгәс, балаларҙы ҡарау, тәрбиәләү, улар менән дәрес эшләү ҡартәсәләре Фәрзәнә Сәйфетдин ҡыҙының өлөшөнә төшә.
Кәримә Сәғит ҡыҙы бейеме менән 28 йыл бергә татыу йәшәне. Уларҙың татыулығына бөтә Үрген халҡы һоҡлана, йәштәргә өлгө итеп ҡуя. Әле лә бер-береһен хәстәрләп, ярҙамлашып торалар. Хәлил менән Кәримә ҡул ярҙамы күрһәтһә, әсәләре ауыл күстәнәстәре менән һыйлай. Ошо көндәрҙө Йәмил Әбделхаҡ улы ғына күрмәне Улының үҙ эшенең оҫтаһы булып, кешеләрҙе һыҙланыуҙарҙан азат итеп, эшен еренә еткереп башҡарғанын күрһә, моғайын, ғорурланыр ине. Атаһы ҡапыл ғына мәрхүм булып ҡалғас, Хәлил әсәһенең терәге, таянысы булып, һылыуҙарын күҙле-башлы итергә, уҡытырға һәр саҡ ярҙам итеүе (кәрәк саҡта ҡул, кәрәк икән һүҙ менән) бигерәк тә һоҡланғыс. Ауылда үткәрелгән бөтә сараларҙың да башында була, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Ике яҡтың да туғандарын тигеҙ күреп, ҡатнашып, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла уртаҡлашып йәшәйҙәр. Етерлек аҡыл туплап, алтын юбилейҙарын ҡаршылаған Кәримә менән Хәлил Янбаевтарҙың урындары һәр яҡта ла түрҙә. Дуҫтары ла бик хөрмәт итә.
Хәлилдең класташ егеттәре үҙ-ара татыу, бөтә йола-байрамдарҙы, өмәләрҙе бергә
үткәрәләр, бер-береһенә ярҙам итәләр.
Ирҙәре татыу булғас, уларҙың ҡатындары
ла әхирәткә әйләнеп бөткән инде. Шулай уҡ Хәлил
Йәмил улы курсташтары менән дә бәйләнештә. Улар күмәкләшеп Ҡара диңгеҙгә
барып ял итеп ҡайтты.
“Кеше ғүмере ишектән инеп, тәҙрәнән
сыҡҡан шикелле генә”, – тиҙәр. Ошо ваҡыт
эсендә тормошта үҙ урыныңды,
эшеңде табып, өйөңдө төҙөп, ғаиләңде
ҡороп, балалар һөйөп, күңел тыныслығында йәшәйһең икән,
тимәк, һин бәхетле. Хәлил һәм Кәримә Янбаевтар шулар иҫәбендә. Эштә арып-талһалар ҙа, өйҙәренә
талпынышып ҡайталар,
унда уларҙы ике
ейәнсәре: Әҙилә
менән Әмилә көтә. Уларҙы ҡосаҡҡа алыу
менән бөтә талсығыуҙары
онотоп, яңы көс-дәрт менән тыуасаҡ көнгә пландар ҡороп,
киләсәккә атлайҙар.
Читайте нас: