Өфөлә йәшәүсе ейәнсуралар республикабыҙҙың башҡалаһы тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ноябрь айында ла был традиция дауам итте.
3 ноябрҙә Конгресс-холда “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилей тантанаһы үтте. Республиканың төп гәзитендә төрлө йылдарҙа Дәүләткирәй Мәһәҙиев, Ислам Мырҙабаев, Хәсән Назар, Мәрйәм Бураҡаева, Гөлсирә Гиззәтуллина, Рәшиҙә Мәхиәнова һәм башҡа яҡташтарыбыҙ уңышлы эшләне. Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев 20 йыл гәзиттең баш мөхәррире вазифаһын башҡарҙы. Халыҡ менән шығырым тулы залда өс сәғәткә яҡын барған сара республикабыҙҙың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда күренекле ваҡиға булды. Байрамды милли гимныбыҙ “Урал” менән асып ебәргән ҡурайсылар ансамбле етәкселәренең береһе Башҡорт дәүләт сәнғәт институтының кафедра мөдире, Башҡортостан ҡурайсылар союзы рәйесе, яҡташыбыҙ Артур Ғайсаров ине.
Кисәлә Үрген ауылы егете, гәзиттең мәғариф һәм тәрбиә бүлеге мөдире Илдар Мөхәммәт улы Аҡъюлов Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
“Любизар” хәрби-патриотик клубының, сәхнәгә сығып, гәзиттең директоры-баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевҡа “Башҡортостан” гәзите” тип яҙылған байраҡ тоттороуы һәм Азамат Рәмил улының башҡорт халҡының ошо төп баҫмаһын сығарыуҙа артабан да ҙур яуаплылыҡ тойоп һәм милләткә ҡарата ихтирам, хөрмәт һәм ғәҙеллек талаптарынан сығып эш итәсәктәре тураһында ант итеүе сараның кульминацион нөктәһенә әүерелде.
28 ноябрҙә башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Йөрәк һүҙе” телепроектының финалы үтте. 56 пар ҡатнашҡан шиғыр байрамының һуңғы этабына 12 пар сыҡты. Шағир Азамат Юлдашбаев һәм Башҡорт дәүләт университеты студенты Алина Ғәлиева “Тамашасы һөйөүе” призына лайыҡ булып, 100 мең һум аҡсалата премия менән бүләкләнделәр.
29 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында үҙенсәлекле моң эйәһе, Ибрай ауылы егете Заһир Иҫәнсуриндың тәүге ижад байрамы бик юғары кимәлдә үтте. Уның үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығы һәр тамашасы күңелендә йылы матур хистәр уята. Сағыу тамашала башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән бергә Заһирҙың Бер туған ҡустыһы, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Рәүеф тә ҡатнашты. Тамашасылар араһында Рәсәй Дәүләт думаһының дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыштары депутаты Сәлиә Мырҙабаева, районыбыҙҙың элекке етәксеһе Ирек Шаһиев, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Ғәйшә Иҙрисова, Заһирҙың ата-әсәһе һәм башҡа яҡташтарыбыҙҙың булыуы күңелгә хуш килде.