Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
13 Декабрь 2017, 14:18

ҠАРҒАЛЫ ЫНЙЫЛАРЫ

Ҡарғалы ауылы элек-электән үҙенең шәлселәре менән дан тота. Ололарҙың һөйләүе буйынса, улар иң беренсе ептән матур шәлдәр бәйләгәндәр. Үҙҙәренә шәл бәйләгән арала, артелгә лә бәйләп өлгөргәндәр Ул артелгә бәйләгән шәлдәр шул хәтле йоҡа ине. Уны ҡайҙа һатҡандар икән? Был һорау әле булһа күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.

Ҡарғалы ауылы элек-электән үҙенең шәлселәре менән дан тота. Ололарҙың һөйләүе буйынса, улар иң беренсе ептән матур шәлдәр бәйләгәндәр. Үҙҙәренә шәл бәйләгән арала, артелгә лә бәйләп өлгөргәндәр. Ул артелгә бәйләгән шәлдәр шул хәтле йоҡа ине. Уны ҡайҙа һатҡандар икән? Был һорау әле булһа күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.

Беҙҙең ауылда хәҙер ҙә күпләп кәзә аҫырап, матур ҡабарған дебеттән шәлдәр, кардигандар, бирсәткә-бейәләйҙәр бәйләйҙәр, ойоҡбаштар бәйләйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ телевизор ҡарағанда ла, телефондан һөйләшкәндә лә, ҡапҡа төбөндә ултырғанда ла ҡулдарынан бәйләм төшөрмәй. Хатта минең әсәйем урамда йөрөгәндә лә ойоҡбашын бәйләп йөрөр ине.

Оҫталыҡтарын шәл бәйгеләрендә лә ҡатнашып күрһәтәләр ауылыбыҙҙың данлыҡлы шәлселәре. 2004 йылда үткәрелгән шәл конкурсында ҡатнашып Шәмсикамал Ғөбәйҙуллина, Фатима Йәнйегетова, Зөлфиә Ғөбәйҙуллина иң өлкән шәлселәр исеменә лайыҡ булдылар. Ул йылда шәлгә бағышлап яҙылған таҡмаҡтар (Фатима Йәнйегетова – ул минең ҡәҙерле әсәйем), шиғырҙар (“Шәлгә мәдхиә” – Мәғүзә Һөйөндөкова), “Һаҡалбай менән ҡыҙ әйтеше” (Гөлшат Ғөбәйҙуллина) хәҙер ҙә шәл байрамдарында яңғырап тора.

2013 йылдан башлап бер шәл бәйгеһен дә ҡалдырмай ҡатнашып барабыҙ. Унда даими ҡатнашҡан апайҙар тураһында ентекләберәк яҙаһы килә.

Мәғүзә Ниғмәт ҡыҙы Һөйөндөкова – ул иң беренселәрҙән булып “Селтәрле шәл” номинацияһында ҡатнашып грамоталар, бүләктәр, лауреат исеменә лайыҡ булған апайҙарҙың береһе. Уның хатта шиғыры ла «Шәлгә мәдхиә” тип атала.

Шәрифә Низам ҡыҙы Ҡорманаева – районда 2014 йылда, республикала 2017 йылда гран-при алған апайҙарҙың береһе.

Зифа Ильяс ҡыҙы Фәйзуллина – шулай уҡ грамоталар, лауреат исеменә лайыҡ булған апай.

Миңзиһан Фәйзи ҡыҙы Абдуллина – үҙенсәлекле биҙәк номинацияһында грамоталар, бүләктәр алған апай.

Земфира Ҡыям ҡыҙы Аҙнабаева бер бәйгенән дә ситтә ҡалмай, биҙәкле шәлдәр, палантиндар, бирсәткәләр бәйләп грамоталар, бүләктәр алып тора.

Зауыҡлы кардиган бәйләү оҫтаһы Фәймә Хаммат ҡыҙы Түләбаева шулай уҡ бәйгелә ҡатнашып беҙҙең күргәҙмәне тулыландырып тора.

Шәл бәйгеләрендә даими ҡатнашып тороусы, яңыраҡ булған Республика фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ булган тағын бер шәл оҫтаһы – ул Һандуғас Ильяс ҡыҙы Монасипова.

Әйтеп үтелгән шәлселәр оҫталарыбыҙҙың тик бер өлөшө генә, ә конкурста ҡатнашмағандары күпме. Улар бит конкурста ҡатнашыр өсөн генә бәйләмәйҙәр, ә йылына 15-20 шәл, әллә күпме бирсәткәләр, ойоҡбаштар бәйләп, ғаилә бюджетын тулыландыралар. Эштәре еренә еткереп эшләнелгәс, заказдар ҙа күп. Мин улар менән ғорурланам. Һәр береһенә һаулыҡ, оҙон ғүмер, аяҡ-ҡулдары һыҙламайынса матур ғүмер кисереүҙәрен теләйем.
Читайте нас: