Яңы йыл байрамы Рәсәйҙә — иҫке йылдың һуңғы көнөнән киләһе йылдың беренсе көнөнә күсеү байрамы. Был датаны күп халыҡтар үҙҙәрендә ҡабул ителгән календарь буйынса байрам итә. Был байрамды йәшкә ҡарамай кесеһе лә, олоһо ла көтөп ала, сөнки ул беҙгә ниндәйҙер сихри, сер һаҡлап тотҡан бер байрам һымаҡ тойола. Ә етеп килгән Һары Эт йылы беҙгә нимә әҙерләй икән? Дүрт аяҡлы дуҫтан нимә көтөргә? Күптәр, моғайын, был турала уйланалыр. 2018 йылда һаулығығыҙ – ныҡ, ғаиләгеҙҙә татыулыҡ булыуын, финанс проблемалар урап үтеүен һәм уңыш һеҙҙең яҡта булыуын теләһәгеҙ, йыл хужаһын ҡулға эйәләштереп, уны һыйлап торорға тура килер.
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләрең менән ҡаршы алырға тәҡдим ителә. Бөтә ғаилә ағзалары йыйылһа, бигерәк тә һәйбәт, шулай уҡ яҡын дуҫтарыңды ла саҡырырға мөмкин. Эт үҙен үтә шаштырып әҙерләнеп ҡаршылағанды яратмай, байрам тип иҫергәнсе эсеүҙәр, йырлашып ултырыуҙар, шашып бейеүҙәр ҡәтғи тыйыла.
2018 йылдың традицион төҫтәре: һары, зәйтүн, алтын, һоро, кофе. Аҡ, һарғылт аҡ төҫтәр Эт өсөн нейтраль тип һанала. Яңы йылды ҡаршылау өсөн кейем һайлағанда ошо төҫтәргә лә туҡтарға мөмкин. Шулай ҙа традицион һәм шуға яҡыныраҡ төҫтәргә өҫтөнлөк бирһәгеҙ, һәйбәтерәк булыр. Һайлаған кейемдәрегеҙҙең төҫө ныҡ сағыу булып, ҡысҡырып тормаһын, шулай уҡ йырыҡ итәкле, тәрән декольте, үтә күренмәле материалдан тегелгән кейемдәр булмаһын, уларҙы Эт үҙһенмәй. Сөнки уның холҡонда төп һыҙаттар – тыйнаҡлыҡ һәм инсафлыҡ. Әлбиттә, был эт матур кейемдәрҙе яратмай тигән һүҙ түгел. Биҙәүестәрҙе лә зауыҡ белеп кенә өҫтөгөҙҙәге күлдәгегеҙгә тура килгәнен тағығыҙ. Гәүһәр биҙәүестәр ҡәтғи рәүештә тыйыла. Әгәр кейемегеҙҙе төрлө тиренән эшләнгән элементтар менән байытһағыҙ, бигерәк тә һәйбәт булыр. Мәҫәлән, манжеттар, яға, итәктәрҙе тире киҫәктәре менән биҙәп сығыу, өҫтәмә аксессуарҙар: шәл, яулыҡ, ҡайыш һеҙҙең кейемегеҙҙе тағы ла нәзәкәтлерәк, күркәмерәк итәсәк.
Байрам табынын нисек биҙәргә
Йыл хужаһы өсөн һый. Яңы йыл табынының төп һыйы булып, әлбиттә, иң беренсе сиратта йыл хужаһы яратҡан: ит, һөйәк һәм эсәк-ҡарындан әҙерләнгән ризыҡтар тора. Уларҙы матур һауыттарға һалып табын түренә урынлаштырығыҙ. Бының менән һеҙ Этте йәһәт кенә ҡулға эйәләштереп, уның ышанысын яуллай алырһығыҙ. Һөҙөмтәһе – йылығыҙ уңышлы булыр.
Биҙәүестәр. Өҫтәлде үҙ ҡулығыҙ менән эшләгән эт һәм көсөк һындары менән биҙәргә тәҡдим ителә. Уларҙы эшләү өсөн ағас, пенопласт, ҡатырға, төҫлө ҡағыҙ һәм пластилинды ҡулланырға була. Эшләгән һындар тәрилкәләр араһына урынлаштырылһын. Шулай уҡ йыл хужаһы өсөн ыҡсым оя эшләп, янына ашарға табаҡ ҡуйырға мөмкин.
Һауыт-һаба. Өҫтәлгә ҡуйыу өсөн һауыт-һаба һайлағанда, балсыҡтан, ағастан эшләнгәндәренә өҫтөнлөк бирегеҙ, сөнки Эт ябайлыҡты ярата. Әгәр бындай мөмкинлегегеҙ булмаһа, өйҙә булғанын ҡулланырға ла ярай. Улар һары, йә иһә һоро төҫлө булһа һәйбәт, классик аҡ төҫ тә бара. Өҫтәл япмаһын да йыл төҫөнән сығып һайлағыҙ. Шулай уҡ һәр кешегә исемле салфетка һалып, уларҙа эт һүрәте төшөрөлһә, бигерәк тә матур буласаҡ. Ә ниндәй Яңы йыл май шәмдәрһеҙ?! Алтын, һары, аҡ төҫтән торған өс бейек шәмде өҫтәл түренә, ә бәләкәйерәктәрен тирә-яҡлап ултыртып сыҡһағыҙ, табынығыҙ бигерәк күркәмләнеп китер.
Йорт эсен биҙәгәндә ғаиләгеҙ өсөн ҡәҙерле әйберҙәрҙе беренсе сиратта ҡулланырға тырышығыҙ. Былар – иҫке портреттар һәм фотоһүрәттәр; хаттар һәм яҡын туғандарығыҙҙың ҡотлау открыткалары; күңелегеҙгә ятҡан ювелир биҙәүестәре, рамкалағы иҫке фотолар булырға мөмкин. Үкенескә ҡаршы, күп ғаиләләр бындай иҫтәлекле әйберҙәрҙе һаҡламай, шуға күрә ғаилә йолаларын символлаштырыусы атрибуттар булып, боронғо әйберҙәр ҙә ҡулланылыуы ихтимал. Моғайындыр ҙа, өй башында, келәттә иҫке әйберҙәр: самауыр, суйын һауыт-һаба, саңғы-конькиҙар һ.б. яталыр. Яңы 2018 йылды ҡаршылағанда декоратив биҙәү элементтары итеп СССР ваҡытындағы эшләнгән тормош-көнкүреш һәм аш-һыу кәрәк яраҡтарын ҡулланыу тәҡдим ителә. Шулай уҡ октябрят, пионер, комсомол һәм партия атрибутикаһы: значоктар, борғо, партбилет, галстук, байраҡ менән биҙәһәгеҙ, матур, иҫтәлекле буласаҡ. СССР-ҙан ҡалған әйберҙәр төрлө төҫтә булһа ла ярай, ә бына ҡалған биҙәүестәрҙең төҫө Эт йылыныҡына тура килергә тейеш.
Яңы 2018 йылды ҡаршылап, өйөгөҙҙө һәм табынығыҙҙы биҙәгәндә, шулай уҡ өҫ кейемдәрен һайлағанда, фантазияғыҙ төрлөлөгөнән ҡурҡмағыҙ. Сөнки Эт креатив һәм ижади ҡарашлы кешеләрҙе ярата, уларға төрлөсә ярҙам итә. Холҡондағы ғауғасыллыҡ һәм еңмешлеккә ҡарамаҫтан, Эт мәрхәмәтле, йомарт һәм ғәҙел. Ул үҙенә яҡшы мөнәсәбәттә булғандарҙы бер ҡасан да рәнйетергә ирек бирмәйәсәк. Йыл хужаһы һеҙҙең тырышлығығыҙҙы күрер һәм бүләкләр.
Киләһе йыл тик именлек, күңел тыныслығы, бәхет килтерһен. Килер көндәрегеҙ Яңы йыл төнөндәге кеүек сағыу, шатлыҡҡа тулы булһын!