"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
15 Декабрь 2017, 17:50

ЯҢЫ ЙЫЛ ТАБЫНЫНА ТУРАМАЛАР

Яңы йыл табынына бер нисә турама тәҡдим итәбеҙ.

"Дуҫҡай" турамаһы
"Дуҫҡай" турамаһы
Яңы йыл табынына тауыҡ итенән “Цезарь”, “Бәшмәкле аҡлан”, “Алтын балыҡ”, “Һуйыр ояһы”, “Неаполь”, “Щвейцарса” һәм башҡа төрлө тауыҡ, һыйыр малы, йылҡы иттәрен ҡулланып эшләгән турамаларҙы ҡуйырға мөмкин. Һеҙҙең иғтибарға бер нисәүен тәҡдим итәбеҙ.

Бауырҙан “ Наҙлылыҡ” турамаһы
Кәрәк: 300 г бауыр , 3-4 картуф, 3 йомортҡа, 150 г ҡаты сыр, 1 эре кишер, майонез.
Эш барышы: бешкән йәшелсә, бауыр һәм йомортҡаны ваҡ итеп турап, ҡатлап тәрилкәгә һалабыҙ, иң өҫтә сыр ятырға тейеш. Һәр ҡатҡа майонез һөртөргә. Яңы йыл тематикаһы менән биҙәһәгеҙ, бигерәк матур буласаҡ.

“Бим” диңгеҙ ризыҡтары турамаһы
Кәрәк: 1 банка борсаҡ, 400 г кальмар, 200 г краб таяҡсалары, 8 мундирҙа бешкән картуф, 6 йомортҡа, 400 г тоҙло ҡыяр, 3 һауыт яһалма бикре(осетр) ыуылдырығы, майонез.
Эш барышы: кальмарҙарҙы бешереп алығыҙ, турағыҙ һәм йәшел борсаҡ менән бутағыҙ. Килеп сыҡҡан массаға шаҡмаҡлап туралған бешкән картуфты һәм йомортҡаны, һалам кеүек ҡырҡылған ҡыярҙы һәм майонезды ҡушып болғағыҙ. Унан инде тарелкаға һалып, эт формаһы бирергә һәм өҫтөн ыуылдырыҡ менән биҙәргә генә ҡала.

”Дуҫҡай” турамаһы
Кәрәк: 300 г ыҫланған тауыҡ, 6-7 картуф, 4-5 кишер, 3-5 йомортҡа, 1 “Дружба” йә иһә “Орбита” сыры, 150 г маринадланған бәшмәк, майонез, тоҙ, онталған ҡара борос, 6 бөртөк биҙәү өсөн ҡәнәфер, бешкән колбаса, укроп.
Эш барышы: алдан картуфта мундирҙа, кишер, йомортҡаны бешереп һыуытып алабыҙ. Һәр аҙыҡты айырым һауытҡа әҙерләп алабыҙ, шунан ҡушабыҙ. Картуфты һәм кишерҙе эре ҡырғыстан, йомортҡаны ағын һарыһынан айырып
ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Тауыҡты ваҡлап турайбыҙ.
Бәшмәктең
һыуын ағыҙып,
турайбыҙ, 1-2-һен биҙәүгә
ҡалдырабыҙ.
Сырҙы һыуытҡыста туңдырып
алғас, эре ҡырғыстан ҡырабыҙ. Йәлпәк тәрилкәгә картуфты һалып эт мороно
формаһын бирәбеҙ. Шунан тауыҡ итен һалғас, йомортҡа ағын һибәбеҙ. Сират
бәшмәккә, уның өҫтөнә мул ғына итеп сыр һалабыҙ ҙа кишер менән ҡаплайбыҙ. Иң
аҙаҡтан тағын йоҡа ғына итеп картуф һалабыҙ. Һәр ҡат майонез менән һылана.
Йомортҡа һарыһы менән томшоғон, ә ағы менән ҡолаҡтарын һәм танауын биҙәйбеҙ. Ҡалдырылған
бәшмәк эшләпәләренән ҡаш, күҙ, танауын, ә телен колбасанан эшләйбеҙ. Мыйыҡтарын
ҡәнәферҙән эшләргә, ә укроп шыршы буласаҡ. Турама әҙер, тәмләнһен өсөн
һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ.
Читайте нас: