Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
19 Декабрь 2017, 19:06

ҠӨРЪӘН МЕНӘН НУРЛЫ КӨНДӘРЕ

“Халыҡта, “Өйләнештеләр, башлы-күҙле булдылар”, тигән һүҙ бар, ә мин был әйтемде үҙгәртеп, балаларым ҡул араһына кергәс, башлы-күҙле булдым тип әйтәм”, – ти Гөлфирә апай.

Гөлфирә Ильясова Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылында ғаиләлә берҙән-бер бала булып тыуып үҫә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса әсәһе Рәсимәгә уны яңғыҙ тәрбиәләргә тура килә, атаһы иртә вафат булғанлыҡтан, ҡыҙға ир-ат ҡурсалауын тойорға насип булмай.
Зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө сибәр Гөлфирә, әсәһе гел колхоз эшендә йөрөгәнлектән, үҙ аллы, эшкә әрһеҙ, тыйнаҡ холоҡло булып үҫә. 18 йәше тулыуға алыҫ Ейәнсуранан яусылап та киләләр (ошо ауылда эшләүсе Рәхим исемле егет бер туған ағаһына бында бик ипле һәм матур ҡыҙ йәшәүе хаҡында хәбәр ебәрә) һәм ҡыҙҙы бик өгөтләп, үҙенән 10 йәшкә өлкән Шәһиткә димләп кейәүгә бирәләр. Ауылдағы Сүриә исемле инәй никах уҡый. Бына шулай, башҡалаға 50 саҡрым ғына алыҫлыҡта йәшәгән ҡыҙ ер аяғы-ер башы булған районға килен булып төшә. Үрге Бикбирҙе ауылында Шәһиттең ҡартаһы Сәләхетдин йәштәргә йәнә ҡабатлап никах уҡый.
Йәш килен булып 5-6 көн генә йорт эштәре менән булышып өлгөрә. Бригадир килеп Гөлфирәгә колхоз эшенә төшөргә ҡуша. Шунан алып уның тәүҙә Ленин исемендәге, артабан Карл Маркс исемендәге колхозда эшләмәгән эше ҡалмай. Ферманан бер сәғәткә генә ҡайтҡан арала балаларҙы ашатып, үҙе тамаҡ ялғап, ҡабат эшкә ашыға… Бар ҡатын-ҡыҙҙың шул шарттарҙа донъя көтөүе йәш киленгә бирешмәй йәшәргә рухи көс бирә. “Яҡынса 200 баш тирәһе йәш тананы һауырға өйрәтеп бирҙем. 1972 йылда һыйырҙарҙы аппарат менән һауыуға өйрәтеүҙә ҡатнаштым, уға тиклем ҡул менән һауҙыҡ. Бер ваҡыт ҡулым ныҡ шешеп китте, Зөлхизә бейемем көрпәне бешереп, йылы ғына көйө ҡулымды тығып ултыртып, имләне, шул килеште. Әйткәндәй, 19 йыл бейем менән бергә йәшәп, һуңғы юлына оҙаттым. Хәтерләүҙәр күп инде ул…. 1970 йылда ферма төҙөкләндерелде, 1972 йылда цементлап ҡатырып мал аҙығы өсөн улаҡтар эшләп бирҙеләр. Тиҙҙән ниндәйҙер мал сире таралып, күп һыйырҙарҙы яндырҙылар. Хәҙер телевизорҙан бешмә сире тураһында күрһәтһәләр, шул осорҙар иҫкә төшә. Ҡыҙылъярға бер инәй менән колхоз бейәләрен һауырға йөрөнөк. Буранғол ауылындағы Нәйрә апайҙан ойомос алып, ҡымыҙҙы яҡшы сифатлы эшләргә өйрәндем. Быҙау ҡарау, йәй төҫө күрмәй сөгөлдөр утау, ашлыҡ елгәреүҙә эшләү. Ҡырымбикә, Әсташ, Азаҡлы буйҙарында бесән күбәләү… Нисек түҙгәнбеҙ”,– тип һөйләй Гөлфирә апай. Тыуған районы бик алыҫта булғанлыҡтан, һағынып-һарғайып, килен кешенең күҙ йәштәрен түккәне, барыһына ҡул һелтәп, ҡайтып китергә тигән саҡтары ла әҙ булмай. Әммә сабыйҙарының киләсәген уйлап, йәнә баш баҫып йәшәргә күнә.
Балалар күбәйә башлағас, 1978 йылда, Шәһит ағай атай йортона төкәтмә эшләй.
Ғаилә үҙ көсө менән тырышып йәшәй, тәбиғәт биргән емеш-еләкте йыйып, муйыл тапшырып та, иш янына ҡуш яһайҙар. Баҡсаны, картуфты шәп үҫтерәләр. Күршелә генә башланғыс мәктәп булыуы балаларҙы уҡытыуҙы еңелләштерә. Гөлфирә апай ауылдаш ҡатындар менән Троицк баҙарына йәйәүләп шәл һатырға йөрөй. Шәһит ағай йәшлегендә электрик булһа, бер аҙ быраулау идаралығында эшләп ала, артабан ғүмер буйы колхоз малын ҡараусы, көтөүсе була. Бер килке ҡотороп малдарға һөжүм иткән айыуҙар менән дә көрәшеп ҡайтырға тура килә уға.
Йылдар үтә, заман шарттары еңелләшә, өс улдары армияла хеҙмәт итеп ҡайта, шул иҫәптән Йәмил Чечняла хеҙмәт иткәндә ҡаты яралана. Төпкөлдән нисек барайым тип биҙаланмай, Шәһит ағай Мәскәү госпиталененә улының хәлен белешергә бара. Һәр ата-әсә кеүек үк Ильясовтар балаларының имен йәшәүен теләп борсола. Ҡыҙҙары кейәүгә сыға, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетен бүләк итә. Ғаиләләге 5 бала ла төрлө һөнәргә уҡыған, тормош карабында үҙ урынын тапҡан.
Шәһит ағай менән Гөлфирә апай хеҙмәт ветерандары булып хаҡлы ялға сыға. Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла уртаҡлашып күпме йылдар бергә үтелгән. Ҡара тир түгеп эшләп, инде хөкүмәт биргән пенсияны иҫән-һау тотоноп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә ине лә бит, әммә бәлә ҡапыл килә. 1941 йылда тыуған, һуғыш йылдарында бала ғына булып, унан һуңғы йотлоҡ осоронда бирешмәй үҫеп китә алған биш бала атаһы Шәһит ағай ҡышҡы селләлә таң менән ҡырҙан бесән тейәп ҡайтып килгәндә, йөк аҫтында ҡалып һәләк була…
“Халыҡта, “Өйләнештеләр, башлы-күҙле булдылар”, тигән һүҙ бар, ә мин был әйтемде үҙгәртеп, балаларым ҡул араһына кергәс, башлы-күҙле булдым тип әйтәм”, – ти Гөлфирә апай. Тетрәнеүҙәр эҙһеҙ үтмәй – апай йөрәгенә операция яһатҡан. Әле балаларының матур донъя көтөүенә ҡыуанып йәшәй, ҡулынан Ҡөрьән китабын төшөрмәй, изге аяттар уҡый.
Читайте нас: