Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
10 Ғинуар 2018, 11:16

ҺАРЫБАЙ БЕҘГӘ НИМӘ ВӘҒӘҘӘЛӘЙ?

2018 йылға йондоҙнамә

Йондоҙнамә
Ҡыҙыл Әтәс (Тауыҡ) йыл менән бик аҡыллы идара итте. Хатта беҙҙең менән айырылғыһы ла килмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 2018 йылдың 16 февраленә ҡараған төндә Әтәс ҡанаттарын ҡағып, “Ки-ки-ри-күүүүк!” тип хушлашыр ҙа, йыл тәхетендә биләгән урынын Һары Эткә, йәғи Һарыбайға тапшырыр. Ә тынғыһыҙ Һарыбай беҙҙе йыл дауамына һаҡлап торор. Эт – тоғро хайуан, ул бер ваҡытта ла беҙгә хыянат итмәҫ. Тимәк, ул идара итәсәк йыл һәр ҡайһыбыҙ өсөн уңышлы булмаҡсы.
Ә шулай ҙа, ҡайһы йондоҙлоҡ вәкиленә нимә вәғәҙә итә икән Һарыбай? Билдәле астролог Тамара Глобаның юрауҙарына күҙ һалайыҡ.

Ҡуҙы
Тормошона ниндәйҙер үҙгәрештәр индерергә теләгән, мәҫәлән, яңы эшкә тотонорға, йә юғары уҡыу йортона керергә теләүсе Ҡуҙылар өсөн Һары Эт йылы уңышлы булмаҡсы. Үҙгәрештәр мотлаҡ буласаҡ. 2018 йылда Ҡуҙылар төрлө авантюраларға “ташланыуҙан”, шикле проекттарға көс һәм аҡса һалыуҙан, ғөмүмән аҡсаны “елгә осороу”ҙан йыраҡ булыр. Һарыбай уларҙың ташып торған көс-ғәйрәтен кәрәкле юҫыҡҡа йүнәлтергә булышлыҡ итер. Ҡуҙыларға сәйәхәт итергә кәңәш ителә. Юлда йөрөү уларға ҡыуаныс килтерәсәк.

Буға
2018 йыл Буғалар өсөн ғаилә билдәһе аҫтында үтәсәк. Һарыбай һеҙгә туғандарығыҙ хаҡында иҫегеҙҙән сығармаҫҡа, яҡындарығыҙға ихтирамлы, иғтибарлы булырға кәңәш итә. Йондоҙҙар быйыл Буғаларға етәкселәр тарафынан ымһындырғыс тәҡдим, йә карьера баҫҡысы буйынса үҫеш булыуын күҙаллай. Бындай мөмкинлектән баш тармағыҙ, сөнки һеҙгә уңыш тап Һары Эт йылында йылмайыр.

Игеҙәктәр
Шат күңелле һәм бер хәсрәтһеҙ игеҙәктәр бығаса өлгәшкәндәренә шул тиклем ваҡыт һәм иғтибар бүлеү кәрәктеме икәнлеге хаҡында уйланыр. Ҡомарлы 2017 йылды аҡыллы һәм маҡсатҡа ынтылыусан 2018 йыл алмаштырыу менән, Игеҙәктәр өсөн ҡиммәттәр үҙгәрер. Эт йылы улар өсөн уңышлы булыр. Игеҙәктәргә быйыл мөмкинлектәрен дөрөҫ баһалап, белемдәрен арттырыу, үҙҙәрен үҫтереү өҫтөндә эшләргә кәңәш ителә. Яңы эшкә тотоноу, һөнәрегеҙҙе алмаштырыу өсөн уңайлы осор.

Ҡыҫала
Был йондоҙ аҫтында тыуғандар үҙҙәренә йомолоусан. Әммә улар балалары, туғандары өсөн өҙөлөп торған яҡшы һәм тоғро дуҫтар. Бәлки Ҡыҫалаларға 2018 йылда икенсе ҡалаға, төбәккә, хатта илгә күсергә тура килер. Кемдәрҙер эшен юғалтыуы, уҡыуында уңышһыҙлыҡ кисереүе мөмкин. Әммә үҙ көстәренә ышанған Ҡыҫалалар һынауҙарҙы уңышлы үтер, был йәһәттән уларға киң күңелле Һарыбай булышлыҡ итер.

Арыҫлан
Һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булған Арыҫландар 2018 йылда тағы ла күрмәлекле булмаҡсы. Тик үҙҙәренә саманан тыш ышаныу күңелһеҙлеккә килтереүе мөмкин. Йыл башында уңышһыҙ һәм бигүк мөһим булмаған эштә юғалтыуҙар хәүефе бар. Шулай булыуға ҡармаҫтан, Арыҫландар Эт йылында һөйкөмлөлөгөн юғалтмаҫ, уларҙы сәләмәтлек ныҡлығы көтә.

Ҡыҙ
Ҡыҙҙар – эшһөйәрҙәр. Һуңғы өс йыл улар өсөн еңел бирелмәне: үҙ фекерен яҡлау өсөн тырышлыҡ, хеҙмәт баҫҡысынан атлауға ла күп көс һалыу талап ителде. Әммә барыһы ла артта ҡаласаҡ. Һарыбай Ҡыҙҙарға ҡыуаныс алып килмәксе. Ниһайәт, Ҡыҙҙар сәскәндәренең емешен быйыл татыясаҡ. 2018 йылда уларҙы карьера һәм матди өлкәлә ҡыуаныстар көтә. Шулай ҙа йыл еңел үтер тип уйларға ярамай, әммә уңыштар үҙегеҙҙе бәхетле итеп тойорға ярҙам итер.

Үлсәү
Һәр саҡ икеләнеүсән үлсәүгә 2018 йылда тағы ла ҡыйыныраҡ булмаҡсы. Бәхәс яратмаған, низағты үҙ итмәгән Үлсәүҙәргә Эт йылында яҡындарының проблемаһын хәл итеү өсөн ниндәйҙер ҡарарға килеү талап ителер. Хафаланмағыҙ, Һарыбай – һеҙҙең яҡлы. Әммә, ғәҙәттәгесә, үҙе ҡабул иткән ҡарарында икеләнгән Үлсәүгә тоғро дуҫтары терәк-таяныс булыр.

Саян
Улар йыш ҡына ҡырыҫ булып күренһә лә, ысынбарлыҡта киң күңеллеләр һәм үҙҙәренә ылыҡтыра беләләр. Һарыбай Саяндарға хис-тойғоларын асыҡ сағылдырырға булышлыҡ итер. Шуға ла 2018 йылда уларҙы танышыуҙар, мөхәббәт өлкәһендә яңы мөнәсәбәттәр, хатта никах көтөүе бар. Саяндарға тағы ла ныҡышмаллыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ хас. Был сифаттар уларға яңы үрҙәр яуларға, уңышҡа өлгәшергә ярҙам итер.

Уҡсы
Әтәс йылы бик уңышлы булды һәм Уҡсыларға күп кенә бәхетле мәлдәр бүләк итте. Улар үҙҙәренә дөрөҫ йүнәлеш һайлап, тормоштарын дөрөҫ юлға һалды. Ә Һарыбай уларға тағы ла оптимизм өҫтәйәсәк. Уҡсылар 2018 йылда яңы проекттарға тотонһа, уларҙы юғары кимәлдә тормошҡа ашырасаҡ. Сәйәхәттәр, яңы тәьҫораттар һәм танышыуҙар ҡыуаныс килтерер. Булған мөмкинлекте ҡулланып, белемдәре, һәләттәре менән бүлешеү янындағыларҙың Уҡсыға ҡарата мөнәсәбәтен тағы ла яҡшыртыр.

Кәзәмөгөҙ
Үткән йыл Кәзәмөгөҙ өсөн тотороҡло булманы. Улар йә уңышҡа өлгәште, йә хеҙмәт һөҙөмтәһен юғалтып, уңышһыҙлыҡ кисерҙе. Ә Һарыбай уларға тотороҡлоҡ һәм күңел тыныслығы алып килер. Кәзәмөгөҙ, тап был йондоҙ вәкилдәренә хас ныҡышмаллыҡ менән, үҙ көсөнә шикләнмәйенсә алға атлар һәм уңышҡа өлгәшер. Тик бының өсөн уларға тупланған тәжрибәләрҙең яҡшыһын да, насарын да дөрөҫ ҡулланыу кәрәгәсәк.

Һыуғояр
Һары Эт йылы Һыуғоярҙар өсөн уңышлы башланыр. Барыһы ла алдарына килеп торор, ғаилә һәм эш өсөн ваҡыт та, көс тә етерлек булыр. Әммә был тыныс тормош йыл уртаһына тиклем генә дауам итер. Һыуғоярҙың фатир, йә автомобиль кеүек ҙур әйбер һатып алыуҙы маҡсат итеп, эшкә баш-көллө сумыуы, дуҫтары-туғандары менән араһы боҙолоуға килтереүе бар. Йылдың икенсе яртыһында мөһим ҡарар ҡабул итергә тура килер. Һарыбай һеҙҙең яҡлы булыр, шулай ҙа ҡарар ҡабул итеүҙә ҡабаланырға ярамаҫ.

Балыҡтар
Йыл Балыҡтар өсөн матди яҡтан уңышлы булыр. Улар туғандары, балалары һәм дуҫтары өсөн аҡсаһын йәлләмәй тотонор. Балыҡтар Эт йылында ҡурҡмайынса бер нисә яңы эшкә тотона ала. Кәрәкмәгәненә ҡыҙыҡһыныу үҙенән үҙе юғалыр, ә “һөҙөлөп” ҡалғаны – һеҙҙең төп йүнәлеш булыр. Был йәһәттән уңыш һеҙгә юлдаш. Әммә туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттә низағтар тыуыуы мөмкин.
Читайте нас: