Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
17 Ғинуар 2018, 16:16

УҢҒАН ҒАИЛӘ – ИЛ КҮРКЕ

“Аллаға шөкөр, уңдым тормошомдан, – ти Рәйсә Аҡбашева. – Ваҡытында ҡыйынлыҡтар ҙа булғандыр, онотолған инде улар. Киләһе тормошто матур үткәрергә насип булһын”.

Кешегә бәхет өсөн әллә ни күп тә кәрәк түгел кеүек. Шулай ҙа һәр кешенең бәхете ғаиләһенә, яҡындарына бәйле. Ни сәсһәң, шуны урыр­һың, ти халыҡ. Сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып матур донъя көтөп, ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәмлектә ғүмер кисереүсе парҙарҙы бәхетле тип нисек әйтмәйһең инде?!
Баймаҡ районы Аҡморон ауылы ҡыҙы Рәйсә Оморҙаҡ ҡыҙы Аҡбашева 1964 йылда ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Эшселәр ғаиләһендә тыуған ҡыҙ, үҙе егәрле, уҡыуға маһир, йыр-моңға ғашиҡ кеше булып үҫә. Мәктәпте уңышлы тамамлаған ҡыҙ Өфөгә БДУ-ның тарих факультетына уҡырға инә. Уҡыуға ҙур теләктәр менән килһә лә, төрлө сәбәптәр арҡаһында уға уны ҡалдырырға тура килә. Эшкә төшә. Шул ваҡытта Ейәнсура районы Малай Муйнаҡ ауылы егете Камил Мортаза улы менән таныша һәм сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Мөхәббәт емеше булып тәүге ҡыҙҙары тыуа. Ул ваҡыттағы күпселек йәш ғаиләләр кеүек, 1986 йылда бәхеттәрен һынап ҡарау маҡсатында, БАМ төҙөлөшөнә эшкә баралар. Унда апаһына иптәш булып икенсе ҡыҙҙары донъяға килә. Сит ерҙе маҡта ла илеңдә тор, тип әйткән бит боронғолар, тыуған яҡ та үҙенә тартҡандыр инде, 7 йыл Себер яҡтарында йөрөгәндән һуң, кәңәшләшеп, Малай Муйнаҡҡа ҡайтып төпләнә йәш ғаилә. Улар ҡайтҡанда колхоздың тарҡалған ваҡыты була, эш булмағанлыҡтан, сауҙа эше менән дә, һөт йыйып тапшырыу кеүек эштәр менән дә шөғөлләнеп ҡарайҙар. Тағы ла иш янына ҡуш булһын тип ҡорт та үрсетәләр, барыһы ла ҡулдарынан килә, барыһына ла өлгөрә улар. Үҙҙәренең тырышлыҡтары менән матур итеп өй һалып сығалар. Ә өйҙө уратып йәмләп балҡып ултырған сәскәләр, баҡса тулы еләк-емеш, йәшелсәләр – Рәйсә апайҙың уңғанлығы һөҙөмтәһе. Өйө тирәләй генә түгел, клуб тирә-яғы ла иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем шау сәскәгә күмелеп ултыра. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең әүҙемлеге, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеү һәләте арҡаһында Малай Муйнаҡ ауылы клубында мәҙәни сараларҙы ойоштороусы булып эшләй. Төрлө тематик саралар, каникул ваҡытында балаларҙың ялдарын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп ойоштора. Ауыл халҡы уның эшенән ҡәнәғәт. Рәйсә апай тимер атты ла йүгәнләгән, 3 йыл стажы бар. Кәрәк ергә елдереп кенә машинала барып килә. Камил ағай Себер тарафтарында эшләп йөрөй.
Хәҙерге ваҡытта улар – 5 балаһына, 3 ейән-ейәнсәргә иң ҙур терәк-таяныс, кәңәшсе, ярҙамсы. Ҙур ҡыҙҙары Ләйсән БДУ-ны тамамлап, Өфөнөң 11-се мәктәбендә эш башлаған. Тормош иптәше Рөстәм менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Икенсе ҡыҙҙары Гөлнара БДПУ бөтөрөп, Яңыбай ауылы егете Илфат менән Өфө ҡалаһында өй һалып ингәндәр, бер улдары бар. Йәмил улдары Өфөләге автотранспорт колледжында белем алғас, әрмегә барып ҡайта, әлеге көндә ситтән тороп аграр университетта уҡый, эшләй. Гөлназдары ла башҡалаға, туғандары янына бара, педколледжға уҡырға инә. Төпсөктәре Фәнил өсөнсө йыл инде Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназияһында уҡып йөрөй. Бөтә балалары ла уҡыуҙа ла, спортта ла, мәҙәни сараларҙа ла тырыштар, әүҙемдәр. Гөлназдары гимназияла уҡыған осорҙа, олимпиада еңеүсеһе булараҡ, Мәскәүгә президент шыршыһына барып ҡайтҡан. Былар бөтәһе лә ата-әсәнең балаларына һалған көс, биргән тәрбиә һөҙөмтәһе. Рәйсә апай 2006 йылда “Әсәле даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Ата-әсәһенә ҡарап балалары ла тырыша. Йәй ҡайтып бесән-утын әҙерләшәләр, еләк-емеш йыйып һаталар.
“Аллаға
шөкөр, уңдым тормошомдан, – ти Рәйсә апай. – Ваҡытында ҡыйынлыҡтар ҙа
булғандыр, онотолған инде улар. Киләһе тормошто матур үткәрергә насип булһын”.
Читайте нас: