Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
25 Ғинуар 2018, 12:47

ЭШТЕҢ ҺӨҘӨМТӘҺЕН КҮРЕҮ – БӘХЕТ

Үҙе тыуҙырған матурлыҡ Ибрай ауылы ҡыҙы Лениза Аралбаеваны тағы ла яңынан-яңы эштәргә тотонорға илһамландыра. Һәр яңы бәйләме менән ҡулы ла шымара, үҙе лә оҫтара бара...

Ибрай ауылында йәшәгән Лениза Аралбаеваға тормош ауыр һынау ҡуя – ул юл фажиғәһенә тарый. Мөмкинлектәре сикләнгәс, күбәйгән буш ваҡытты нимә менәндер тулыландырыу, күңелде йыуатыу маҡсатында, ҡыҙ китап уҡыу менән мауыға башлай. Әммә бер аҙҙан был шөғөл дә туйҙыра. Шул осорҙа үҙен төрлө яҡлап һынап ҡараған, үҙ-үҙен эҙләгән Лениза күңеленә ятҡан ҡул эше – ырғаҡ менән бәйләй башлай. Быға тиклем энә менән бейәләй, ойоҡбаш, шәл ситтәре генә бәйләгән ҡыҙ төрлө журналдарҙан ҡарап, нәзәкәтле салфеткалар, сәскәләр бәйләргә өйрәнә.
Үҙе тыуҙырған матурлыҡ ҡыҙҙы тағы ла яңынан-яңы эштәргә тотонорға илһамландыра. Һәр яңы бәйләме менән ҡулы ла шымара, үҙе лә оҫтара бара. Һуңғы 10 йылда ырғаҡ ярҙамында нимәләр генә бәйләмәй ул! Ауылдаштары ла уның күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән ҡул эштәрен юғары баһалай: кемдер – селтәр шәлгә, кемдер балаҫ бәйләргә заказ бирә. Ҡыҙ уларҙы һораусының зауығына тап килерҙәй итеп башҡара. Яратып башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһен генә түгел, уның кемгә лә булһа ҡыуаныс килтереүен күреү – үҙе ҙур бәхет түгелме ни?!
Читайте нас: