Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
7 Февраль 2018, 18:06

ҺӘР ҒАИЛӘ ӨҪТӘЛЕНДӘ ХУШ ЕҪЛЕ БАЛ БУЛҺЫН

Мәҡәләмдә умартасыларға (һәм дә ваҡыттары, белемдәре, аҡсалары етмәгәндәргә, ләкин башҡорт балын яратҡандарға) ҡорттарҙы ҡарауҙың ябай ысулын тәҡдим итәм. Ул күптәр өсөн яңылыҡ булыр, ә ысынында, уны күптән һәм күп илдәрҙә ҡулланалар.

Бал ҡорто үҙенең хужаһы – умартасыға ғына түгел, ә бөтә кешеләргә, тәбиғәткә ыңғай йоғонто яһай. Бер күрәҙәсе: “Ҡорт бөтһә, кешелек тә бөтә” тигән. Ул бының менән беҙҙең йәшәйештә бал ҡорттарының ифрат ҙур роль уйнағанын әйтергә теләгәндер. Бал, балауыҙ, ҡорт елеме, һитә, инә һөтө – бына беҙгә был йән эйәләре биргән төп ризыҡтар. Бөтәһе лә файҙалы: үҙең ҡулланһаң да, һатыу итһәң дә. Ул ғына түгел, бал ҡорттарын тәрбиәләү, эшмәкәрлектәрен күҙәтеү, умарталар араһында йөрөп эшләү – үҙе бер ләззәт. Тәү ҡарашҡа ябай бөжәктәр, ә умартасы тормошона күпме йәм өҫтәй, дәртен арттыра улар.
Умартасылыҡ (ҡортсолоҡ) – халҡыбыҙҙың борондан килгән кәсебе. Тәүҙә солоҡтарҙа, шунан түмәр һәм рамлы умарталарҙа ҡорттарҙы ҡарағандар. Хәтеремдә, үткән быуаттың 50-60-сы йылдарында, ауылдарҙа өй аша тип әйтерлек бал ҡорто булды. Ләкин һуңынан төрлө ауырыуҙар таралыуы һәм экологияның насарайыуы сәбәпле, уларҙың һаны ҡырҡа кәмене.
Аҙаҡҡы йылдарҙа был шөғөл менән булышыусылар тағы арта башланы. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, районда бал ҡорттарының ғаиләләре бөгөнгө көндә 2000 йылдар башы менән сағыштырғанда өс тапҡырға артып 10 меңгә еткән. Был һан барыбер 20-се быуаттың әйтеп киткән йылдарына ҡарағанда күпкә ҡалыша. Сәбәбе нимәлә һуң? Әллә бал яратмайбыҙ? Күптәр, теләктәре булһа ла, был эшкә тотоноп бармай. Ниңә тигән һорауға: йә ваҡыт юҡ, йә белем етмәй, йә башлап ебәрергә аҡса юҡ, тип яуаплайҙар.
Эйе, бал ҡорттары менән булышыу миҙгелле эш. Яҙын ваҡытында осороп алырға, ояларын киңәйтергә, айырһа, күсте ваҡытында тотоп ябырға кәрәк. Был осорҙа умарталыҡтан китеп булмай. Ҡортсолоҡ серҙәре лә күп һәм тәжрибә яйлап туплана. Ниндәй төр умарта уңай? Ни эшләп бер умартаның ҡорттары шәп эшләй, ә икенсеһе һүлпәнерәк? Ни өсөн ҡайһы берҙәре йыйған балы менән умартаһын тотошлай ташлап осоп сығып китәләр? Уңышлы эшләр өсөн минималь кимәлдә булһа ла ошо һорауҙарға яуапты белеү кәрәк.
Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүҙе башларға күпмелер кимәлдә аҡсалата сығым да талап ителә. Умарта ҡорто менән яҡынса 8-10 мең тора. Унан башҡа эш ҡоралдары, ҡорамалдар, кейеме дарыуҙар һәм ҡышлау урыны. Бөтәһе лә аҡса. Бына шулай, бал ҡорттарын ҡарау ваҡыт та, махсус белем дә һәм һумдар ҙа талап итә.
Ә мин, ошо мәҡәләмдә умартасыларға (һәм дә ваҡыттары, белемдәре, аҡсалары етмәгәндәргә, ләкин башҡорт балын яратҡандарға) ҡорттарҙы ҡарауҙың ябай ысулын тәҡдим итәм. Ул күптәр өсөн яңылыҡ булыр, ә ысынында, уны күптән һәм күп илдәрҙә ҡулланалар. Уның турала гәзит-журналдарҙа мәғлүмәттәр баҫылып тора, интернетта ла табырға була.
Был ысулды – бал ҡорттарын рамһыҙ ҡарау тип атайҙар. Умартаһын фотола күрерһегеҙ. Уның эске ҙурлығы 30x30 см, түмәр умарта һымаҡ, ләкин унан айырмалы рәүештә ул тотош түгел, бер нисә өлөштән – корпустарҙан тора. Корпус бейеклеге – 21 см. Һәм уларҙың иҫәбе күстең көсөн ҡарап ҡуйыла. 3-5 корпус булырға мөмкин. Умартаның төҙөлөшө ябай, эшләүе еңел һәм таҡта ла күп китмәй. 12 рамлы дадан умарта менән сағыштырғанда 50-60%-ҡа әҙерәк. Рамдар ҙа, сыбыҡ тимер ҙә, балауыҙ табаҡтар ҙа (вощина) кәрәкмәй. Һәр корпус өҫтөнә 8 рейка һалаһың. Шуларҙа ҡорттар кәрәҙ төҙөйҙәр, шунда бал йыялар, бала сығара. Йәй башында умартаға күс ябаһың, ә аҙағында тулы баллы бер корпусты алаһың. Шуның менән йәй миҙгелендә башҡарыла торған эштәр тамам.
Умартасыға бер умартанан 14-15 кг экологик тап-таҙа кәрәҙле бал эләгә. Ҡалғандары ҡорттарҙың үҙҙәренә, ҡышҡылыҡҡа. Шыйыҡ бал кәрәкһә, баллы кәрәҙҙәрҙе ағас сүмес менән (йәки ике таҡта араһына һалып һығып) алаһың. Шуға күрә ҡыйбатлы бал ҡыуҙырғыс (медогонка) кәрәкмәй. Был ысул менән бал ҡорттарын теләгән һәр бер кеше (аллергия булмаһа) ҡарай ала. Әйҙәгеҙ, элекке ваҡыттарҙағы һымаҡ һәр ғаилә өҫтәлендә хуш еҫле кәрәҙле бал булһын.
P.S. Мин үҙем был ысул менән ике йәй эшләп ҡараным. Элекке йәй ике умартанан башлаған инем, үткән йәй бишәү иттем. Өсәүһенән берәр корпус бал алдым. Балы бына тигән! Кәрәҙле бал – кәрәҙле бал инде. Супер! Бал + балауыҙ + һитә. Ҡышлауға өсәүһен тышта ҡалдырҙым. Икәүһе көсһөҙөрәк – баҙға индерҙем. Киләсәктә уларҙың иҫәбен арттырырға уйлайым.
Читайте нас: