"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
15 Март 2018, 18:13

ҺӨНӘРЛЕ ҠУЛДА БӘРӘКӘТ БАР

"Күңелем биҙәктәре" бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.

– Һаумыһығыҙ, тип сәләмләйбеҙ, хәйерле көн, тип өндәшәм һеҙгә мөғжизә тыуҙырыусы оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙ. Аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа төрөнгән сихри ҡыштың һаман да ҡырыҫланып, үҙ арбаһында елеүенә ҡарамай, тәбиғәттең яйлап ҡына яҙ һулышына бөрөләнгән, кешеләрҙең йөҙҙәрендә ихлас йылмайыу, бар тирә-яҡҡа һөйөп, һоҡланып бағыу, ә күңелдәр ниндәйҙер күтәренкелек, шатлыҡ хистәре менән тулышҡан илаһи бер мәлдә һеҙҙең менән осрашыуыбыҙға ифрат шатбыҙ, – тигән һүҙҙәр менән башланы Ғаилә йылына, 1март – Башҡорт ғаиләһе көнөнә бағышлап “Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһы ойошторған “Күңелем биҙәктәре” оҫта ҡулдар конкурс-күргәҙмәһенең йомғаҡлау байрамын үҙәк район китапханасыһы Зәриә Рахманғолова.
Конкурс 2017 йылдың башынан башланып, октябрҙә Республика көнөндә йомғаҡ яһалһа ла, оҫталарыбыҙҙың һорауы буйынса ул дауам иттерелде. Бик күп ҡул эштәре килде, район үҙәгенән алыҫ ятҡандар үҙҙәре алып килә алмаһа, юл ыңғай сыҡҡан кешеләр аша, йә фотоға төшөрөп ебәрҙе. Ниндәй генә төрҙә башҡарылмаған ине был күңел биҙәктәре: боронғоно яңыртып, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн күкрәксә эшләү, йөндән иҫ киткес матур картиналар тыуҙырыу, һәр төрлө биҙәктәр менән бәйләнгән ойоҡбаш-бейәләйҙәр, сатрашлап картиналар сигеү, яңыса канзаши, топиарий ысулдарын ҡулланып биҙәүестәр эшләү һ.б. Уларҙың эштәре даими рәүештә ”Ейәнсура таңдары” биттәрендә яҡтыртылып барҙы. Гәзит уҡыусыларыбыҙ, моғайын, “районка” аша һәр оҫта менән танышып барғандыр.
Сараны Иҫәнғол ағинәйҙәре үҙҙәренең “Ураҡсы ҡыҙ” тигән башҡорт халыҡ йыры менән дауам итте, унан таҡмаҡтар әйтеп, Мөкәрәмә инәй Мырҙабулатованы бейетеп тә алдылар. Алып барыусы оҫталарыбыҙҙың эшен баһалаясаҡ мәртәбәле баһалама ағзалары менән таныштырып үтте, улар: “Ейәнсура таңдары” гәзитенең баш мөхәррире Фариза Сәфәрғәлина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәзирә Кәримова, С. Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфиә Вәлитова.
Һүҙ алып, Фариза Әхмәт ҡыҙы был конкурстың шарттары менән таныштырҙы, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Артабан һәр ҡатнашыусы үҙе, үҙенең ҡул эштәре менән таныштырҙы. Әйтергә кәрәк, конкурста беҙҙең гәзитте уҡыусылар ғына түгел, ә “Зианчуринские зори”ға яҙылыусылар ҙа ҡатнашты.
Иҫәнғолдан Гөлдәр Фәхретдинова күргәҙмәгә сатрашлап сигелгән картиналар, портреттар ғына түгел, ә үҙе ҡулланған әҙәбиәт, хатта күрһәтергә сиккән ваҡытта уңайлы булһын өсөн интернет-магазиндан яҙҙырып алған станогын да алып килгән. Ул тағы ла ағастан асҡыс ҡуйғыстар эшләү менән шөғөлләнә. Күңел талабы булған өсөн башлаған эше хәҙер уға әллә күпме кимәлдә матди файҙа ла килтерә. Гөлдәр 2000 йылдан заказ буйынса ла эшләй икән.
Сигелгән картиналар алып килгән Иҫәнғолдан Светлана апай Мәһәҙиева “Йырау” ансамблендә йөрөгәнендә үҙебеҙгә күлдәк тектек, тағы ла тойомлап күкрәксә, башлыҡ эшләп алғайныҡ”, – тип хәтирәләр аҫтында халыҡ костюмы кейеп урамда кешеләрҙе һоҡландырып йөрөгәндәрен һөйләп, фотоһын да күрһәтеп үтте. Ағинәйҙәрҙең өҫтәлендә улар ҡулы менән бәйләнгән ултырғыс япмалары, ырғаҡлап бәйләнгән шәлдәр йәйғорҙо хәтерләтте.
Иҫәнғолдан Фәниә апай Аҡсурина күргәҙмәгә берен-бере ҡабатламаған, төрлөсә биҙәлгән күкрәксәләр, алҡалар менән килгән. Унда халыҡ кейемдәренә ҡыҙыҡһыныу бәләкәй саҡта уҡ уянған. Студент йылдарында бик зауыҡлап елән теккән. Әле пенсияға сыҡҡас, ваҡытым бушҡа үтмәһен тип, интернетта селтәр эшләү яҡтыртыла башлағас, Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарының эшен күреп, өйрәнеп эшләй башлай һәм үҙенең ныҡлап мауығып китеүен һиҙмәй ҙә ҡала. Селтәрҙәренә теҙеү өсөн 1 һәм 5 тинлектәрҙе магазиндарҙан ала. “Минең әсәйем дә ҡул оҫтаһы булды, – ти Фәниә апай. – Унан да бирелгәндер инде оҫталыҡ. Эшләһәң ҡыҙығаһың, бер әүрәп китһәң, баш баҫып тик ултыраһың. Һораған кешеләргә лә эшләп бирәм, ә былай үҙемде рекламаларға әҙерәк ҡыйыуһыҙыраҡмын шул. Әле Сибайҙа халыҡ костюмдары магазинына инеп, күреп, бик ҡыҙыҡһынып ҡайттым. Киләсәктә башлыҡ эшләргә тигән план менән янып йөрөйөм”.
Ҡыҙы Диана менән килгән, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгән Тәнзилә Ноғоманова, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, заманса ҡул эштәренә өҫтөнлөк бирә. Уның алып килгән әйберҙәре араһында канзаши, топиарий ысулдары менән эшләнелгән сәс ҡыҫтырғыстар, галстуктар, түшкә таҡҡыстар, магниттар, сәскәләр һ.б. әйберҙәр бар. Интернетта ултырғанда топиарийҙы нисек эшләгәндәрен күреп, был эш төрөнә ғашиҡ була. Ул башлағанда Иҫәнғолда уға кәрәкле бер материал да булмай, бөтә нимәне интернет аша яҙҙырып ала. Хәҙер инде Тәнзиләнең әйберҙәренә заказдар яуып ҡына тора. Инәнән күргән тун бесә, тиҙәр бит халыҡта, ҡыҙы ла әсәһенә оҡшап оҫта, ул беләҙектәр эшләү менән мауыға.
Баһалама ағзалары кәңәшләшкәнсе, сарабыҙҙың йәме булған ағинәйҙәр Земфира Күләева (йәне йәннәттә булһын) өйрәткән һирәк башҡарылған йырҙарҙан һаналған “Буҙ турғай” йырын йырлап ишеттерҙе.
Әлбиттә, оҫталар араһынан иң-иңен һайлап алыуы ҡыйын булғандыр, моғайын, шулай ҙа улар уртаҡ фекергә килеп, “Милли ҡомартҡыларҙы булдырыу” номинацияһында Фәниә Аҡсурина һәм Клара Урманбәтованы, “Сигелгән картиналар” номинацияһында Г. Фәхретдинова һәм С. Мәһәҙиеваны, “Мираҫ” номинацияһында кейеҙ баҫыу оҫтаһы Ф. Йосопованы, “Уйынсыҡтар донъяһында” номинацияһында И. Демидованы, “Заман сәнғәте” номинацияһында Т. Ноғоманованы, ҡыҙы Диана “Иң йәш ҡатнашыусы” номинацияһында, “Өләсәйҙәр һөнәре” номинацияһында Л. Мөхәмәтованы, “Йәйғор балҡышы” номинацияһында Х. Теләүбирҙина, А. Йәғәфәрова һәм М. Мырҙабулатованы билдәләне. Улар иҫтәлекле бүләктәр һәм грамоталар менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, бағыусыларыбыҙ: Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе башлығы Ф. Йәркәев һәм шәхси эшҡыуар Н. Юлдашбаевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә.

Баһалама ағзаларының фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ әле.
Н. Кәримова: ”Һәр кем уникаль, һәр кемегеҙ үҙ шөғөлөн тапҡан. Кеше буш ваҡытын нисек тә үткәрергә мөмкин, кемдер зәңгәр экран алдында аунап, тик ятып та, ә кемдер күңеленә ятҡан эш менән шөғөлләнеп. Киләсәктә лә ошондай төр бәйгеләрҙә ҡатнашып торайыҡ.”
Г. Вәлитова: “Мин кейеҙ баҫыуҙы тергеҙеүселәргә айырым рәхмәт әйткем килә. Борон һәр өйҙә, һәр ғаиләлә булған ул балаҫ. Халҡыбыҙҙың боронғоһо кире әйләнеп ҡайта тип ҡыуанып ултырҙым бөгөн.”
Боронғоно яңынан тергеҙеп, яңысаны өйрәнеп, үҙенең күңеленә ятҡан шөғөл тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға “афарин” тиергә генә ҡала. Билдәле булыуынса, әле ҡыҙҙар күп ваҡытын телевизор, компьютер артында ултырып үткәрә. Бик күптәре өсөн сигеү, бәйләм бәйләү, ғөмүмән, ҡул эштәре ”әсәй-өләсәйҙәр заманындағы эш” һанала. Ҡул эштәре менән ултырыу ниндәйҙер әйберҙең етмәүенән түгел, ә ваҡытты бушҡа уҙғармау тип һанай оҫталар. Ә инде был йөрәк йылыһы биреп эшләгән эштәрең һиңә күпмелер күләмдә рухи ғына түгел, матди ярҙам да килтерә икән, тағы ла дәртләнеп эшкә тотонаһың. Эйе, Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы гүзәл зат итеп яралтҡан. Һәм беҙ гүзәл булып ҡалырға ынтылырға, үҙебеҙ күркәмлек булдырырға, тәбиғи тормошҡа ниндәйҙер нәфислек индерергә, матурлыҡты һаҡларға тейешбеҙ. Хәҙерге заманда шәл бәйләү, кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу кеүек халыҡ һөнәрҙәрен, ҡул эштәре тармағын юғалтмаҫҡа, киләһе быуындарға еткерергә кәрәк. Районыбыҙ оҫтабикәләренең зауыҡлы ҡул эштәрен республикала үткәрелгән сараларҙа ла ҡатнашып, бер-беребеҙ менән аралашып, тәжрибәләр менән уртаҡлашып, яңы көс, илһам, дәрт менән эшләргә яҙһын.

Әйткәндәй,
Ошо саранан һуң оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Түңәрәк өҫтәл” артында нисек үҙеңдең эшеңде һатырға, ҡул эштәре өсөн кәрәкле материалдарҙы ҡайҙан алыу тураһында йыйылып кәңәшләште. Ысынлап та, Лира Яҡуп ҡыҙы Мөхәмәтова тәҡдим иткән ҡул оҫталарының күргәҙмә-һатыуын ойоштороу ҡулдан килмәҫлек эш түгел. Хәҙерге заман технологияларын ҡулланып, оҫталарыбыҙҙың сайтын булдырырға ла мөмкин, тик теләк кенә булһын. Эшлекле һөйләшеүҙә райондың ҡул оҫталары төркөмөнөң логотибын булдырыу һәм һәр төрлө йүнәлеш өсөн, мәҫәлән: кейеҙ баҫыу, сәйлән теҙеү, шәл бәйләү һ.б. айырым төркөмсәләр булдырыу тураһында ла әйтеп үтелде. Музей директоры Гөлшат Дүшәнбаева был ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә алырға ризалығын белдерҙе.


Читайте нас: