Республикала эҫе көндәр башланыу менән күптәр һыу буйына ашыҡты. Шул уҡ ваҡытта һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтар артыуы күҙәтелә. Батыусылар араһында, ҡыҙғанысҡа, балалар ҙа бар. Ошо уңайҙан һыу буйында хәүефһеҙ ял хаҡындағы һорауҙарға Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яуап бирә.
– Һыу ятҡылыҡтарындағы фажиғәләрҙең үҙенсәлеге нимәлә?
– Һыуға батыу осраҡтарының өс төп үҙенсәлегенә туҡталам. Беренсенән, һыуға батыусыларҙың иң күп осрағы июль айына тура килә. Был, әлбиттә, иң эҫе көндәрҙең ошо осорға тура килеүенә, шулай уҡ уҡыусыларҙың йәйге ялы һәм күптәрҙең отпуск мәле булыуына бәйле. Йыл дауамында һыуҙа булған бәхетһеҙ осраҡтарҙың яртыһы тап ошо июль айына тура килә. Мәҫәлән, быйыл да июлдең тәүге көнөндә 6 кеше батты. Икенсенән, транспорт сараһының һыуға ҡолауы сәбәпле, бәхетһеҙ осраҡтар ҙа йәй миҙгеленә тура килә. Былтыр Хәйбулла районында 3 кешелек бер ғаилә еңел автомобилдәрендә Таналыҡ йылғаһында батты. Өсөнсөнән, балыҡсыларҙың һыуҙа фажиғәгә тарыуы. Йыл башынан 4 балыҡсының ғүмере өҙөлгән. Улар араһында Краснокама районынан 10 йәшлек малайҙың да булыуы аяныслы. Һыу буйында ял итергә йыйынһағыҙ, ундағы хәүефте иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
– Һыу инеү миҙгелендәге бәхетһеҙ осраҡтарҙың сәбәбе нимәлә?
– Һыуҙағы фажиғәләрҙең төп сәбәбе ул – һыу инеү өсөн тәғәйен булмаған урындарҙа, шулай уҡ иҫерек килеш һыу инеүҙә. Үҙҙәренең физик мөмкинлектәрен артыҡ баһалау, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү, өлкәндәрҙең балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырыуы ла күңелһеҙ тамамланыуы бар. Быйыл шулай Өфө ҡалаһының Теплое күлендә 9 йәшлек малайҙың ҡарауһыҙ һыу инеүе фажиғәгә килтерә. Былтыр Ауырғазы районында шулай 8 һәм 9 йәшлек ике әхирәттең өлкәндәрһеҙ Өршәк йылғаһына һыу инеүҙәре лә шундай бәхетһеҙлек менән тамамлана.
– Һыу инеү миҙгелендә бәхетһеҙлек осраҡтарын иҫкәртеү эше нисек ойошторолған?
– Йылға-күлдәрҙә һыу инеү өсөн 75 махсус урын әҙерләнде. Уларҙа ҡотҡарыусылар эшләй. Мәҫәлән, Өфөлә шундай урындарҙа 20 кеше ҡотҡарылған. Ҡотҡарыусылар шулай уҡ һыу объекттары буйлап көндә профилактик рейдҡа сыға. Бындай рейдтар барышында “ҡырағай” пляждар барлығы асыҡланһа, унда ваҡытлыса ҡотҡарыусылар посы ҡуйыла. Һыуҙарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә профессиональ ҡотҡарыусылар менән бер рәттән йәмәғәтселәр, шул иҫәптән һыуҙа ҡотҡарыу буйынса Бөтә Рәсәй йәмғиәтенән дә, йәлеп ителә.
Һыу буйында ял итеүселәргә һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен еткереү маҡсатында үткәрелгән акцияларҙа батыусыны ҡотҡарыу тәртибе манекенда күрһәтелә. Иҫкәртеү сараларын йыл да арттыра барабыҙ һәм бының менән һыуҙа һәләк булыусылар һанын кәмеүгә өлгәштек. Мәҫәлән, 2012 йылда был күрһәткес 122 булһа, 2017 йылда 93 булды.
– Һеҙҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы тарафынан хәүефле һыу ятҡылыҡтары буйынса иҫәп алып барыламы?
– Һыу инеү миҙгелендә батып үлеүселәр һаны күберәге Ағиҙел, Дим һәм Ыҡ йылғаларына тура килә. Быйыл Ағиҙелдә 6 кеше үлде. Батып үлеүселәрҙең 55 проценты республика йылғаларға тура килһә, ҡалған өлөшө күл-быуаларға, крьерҙарға тура килә. Батып үлеүселәрҙең күпселеген (85 %) ирҙәр тәшкил итә. Былтыр ҙа шулайыраҡ булған: 80 – ир-егет, 5 – ҡатын-ҡыҙ һәм 8 бала һәләк булған.
– Һыуҙа бәхетһеҙлеккә тарымаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Йылға, күл, быуа һәм башҡа һыу ятҡылыҡтарында үткәрергә йыйынған ялығыҙҙы имен үтеүен теләһәгеҙ, таныш булмаған һәм тыйылған урында, иҫерткес эсемлектәр эсеп, яңғыҙ һыу инеүҙән тыйылығыҙ. Төбө тикшерелмәгән һыу ятҡылығына сумырға, шулай уҡ ярҙан алыҫҡа йөҙөп китергә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.