Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
27 Июль 2018, 15:40

ИҪТӘ ҠАЛҺЫН ЙӘМЛЕ, ТӘМЛЕ ЙӘЙ

– Баҡсала сейә бешә, крыжовник та өлгөрә инде, береһен дә әрәм итке килмәй, – ти уңған хужабикә, 6 бала әсәһе Дилә Ҡыуандыҡова

Йәй айҙарында һәр кем ҡышҡылыҡҡа етерлек ризыҡ әҙерләп ҡалырға тырыша. Егәрле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өлгөргән һәр баҡса еләк-емешенән ҡайнатма, һут, джем, ҡаҡ әҙерләй, йәшелсәләрҙе төрләндереп һәр төрлө ысулдар менән тоҙлай, маринадлай, турамалар яба. Оҫта итеп бәшмәкте майлап-тоҙлап япҡан кешеләр ҙә бихисап. Әлбиттә, өй шарттарында йәшелсә-емеште консервалау, маринадлау, ҡайнатыу бер ҙә ауыр түгел, бының өсөн теләк һәм ваҡыт ҡына кәрәк.
Иҙәш ауылында йәшәүсе 6 бала әсәһе Дилә Ҡыуандыҡова ла мәлен файҙаланып, йәйҙең матур көндәрендә ғаиләһе менән ҡырға еләк йыйырға барырға ла өлгөргән. Унан, шулай уҡ үҙҙәренең баҡсаһындағы ҡурай еләгенән дә, төрлөләндереп ҡайнатмалар япҡандар, иҙеп, шәкәр менән бутап та, шул килеш тә туңдырғысҡа һалғандар. Балалары – уның ярҙамсылары, һәр эштә лә уларға таяна. Ҙур ҡыҙҙары Динара БДУ-ның Сибай институтында психология факультетын былтыр ҡыҙыл дипломға тамамлап, Өфөлә эшләп йөрөй, быйыл улдары Ғәлим Сибай төҙөлөш колледжын тамамлаған. Унан килә Әлфинә Стәрлелә кассир-контролерға уҡып йөрөй, әле 1-се курсты бөткән. Балалар ишле, һәр нәмәне күп күләмдә, бөтәһенә лә етерлек итеп әҙерләргә тура килә.
– Баҡсала сейә бешә, крыжовник та өлгөрә инде, береһен дә әрәм итке килмәй. Әле уларға тотонорға торабыҙ. Беҙ ҡышҡылыҡҡа күп итеп салаттар ҙа ябабыҙ, – тип уңған хужабикә беҙҙең менән апаһы Йәзиләнән өйрәнгән үҙ һутында турама ябыу сере менән уртаҡлашты. Бындай ысул менән ябылған турама бик боҙолоп бармай икән.

Диләнән турама:

Йыуылған 500 мл-лы банкаға ҡатлап йәшелсәләр теҙеп һалабыҙ. Иң аҫҡа ҡырылған кишер, артабан шаҡмаҡлап туралған: һуған, эсе алынған борос, ҡыяр, һәм помидор һалабыҙ. Өҫтөнә 1 балғалаҡ тоҙ, 2 балғалаҡ шәкәр, бер нисә бөртөк ҡара борос һәм банкаға һыйғансы шыйыҡ май ҡояһың да, һыулы кәстрүлгә ултыртып, 1-1,5 сәғәт тирәһе стерилләйһең. Унан сетрилләнгән ҡапҡастар менән бороп ябырға ғына ҡала. Былай эшләгәндә мәшәҡәте лә әҙерәк, витамины ла шул килеш һаҡлана. Әгәр ҙә ниндәйҙер йәшелсә етмәһә, аптырап ултырырға кәрәкмәй. Булмағанын эҙләп йөрөмәйһең, унһыҙ ҙа эшләргә була.
Фотола: уңған хужабикә ярҙамсылары – 6 йәшлек Нияз һәм 3-сө класта уҡыған Гөлфинә менән.
Читайте нас: