Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
30 Июль 2018, 17:32

ДАУА АЯҠ АҪТЫБЫҘҘА, ЙӘКИ ДЕГӘНӘККӘ МӘҘХИӘ

Беҙгә сүп үләне һымаҡ ҡамасаулап, бимазалап ултырған, әммә иҫ киткес файҙалы үлән тураһында яҙып китмәксе булам. Дегенәк һымаҡ йәбеште, тиҙәр, ныҡымыш кеше тураһында. Дегәнәк тә беҙгә сат йәбешә. Әйтерһең дә, миңә ҡара, әллә кем булып үтеп китмә, мин һиңә кәрәк, ти...

Миңә 9-10 йәштәр тирәһе булғандыр. Беҙҙең ауылға әллә һарыҡ кәшәре,әллә ашлыҡ амбары төҙөргә тиҫтәгә яҡын әзербайжан, араларында сегән халҡына ла оҡшаған ир-аттар килде. Уларҙы тау битендә урынлашҡан иҫке мәктәпкә йәшәргә индерҙеләр. Әнейем бейәләр һауа, ҡымыҙ яһай. Араларынан оло ғына ағай килеп көн дә ҡымыҙ ала. Әней яҙып бара. Совхоз бухгалтерияһы һуңынан уларҙың эш хаҡынан тотоп ҡала. Әней бейә һауырға киткән саҡ булһа, мин бидонына дөбөр-шатыр бешә - бешә ҡызлап торған ҡымыҙҙы ҡойоп бирәм. Һөйләшергә бик ярата ине ул ағай. Мин дә аптырап тормайым.
– Хорош кумыз! Очень полезный! Только не понимаю, почему мужчины у вас пьют водку, а не кумыз, – ти был бер мәлде (Ҡыуандыҡ баҙарына әнейем менән шал һатырға гел эйәреп йөрөй торғас, мин ҡәҙимге генә урыҫса һөйләшергә өйрәнеп алған инем. Ундағы сегәндәргә шалды арзан хаҡҡа һатмаҫ өсөн белгәнеңде лә, белмәгәнеңде лә бергә ҡушып һөйләшәһең, талашаһың. Шулай итеп, көнкүреш кимәлендә великий,могучий русский язык минем тел әйләнешендә бар ине). Беҙҙең яҡтың ирҙәренә тел тейҙерәһе килмәйенсә мин:
– Не все водку пьют, некоторые тоже кумыз пьют, – тинем.
– Намаз не читают…
– Читают, у меня Хәмит ҡартай читает, – тим бирешмәйенсә (Хәмит ҡартам ураҙа ла тота, намаҙ ҙа уҡый ине).
– Вы золотло топчите ходите, – ти ул миңә, тирә - яҡҡа ҡулын йәйеп. Мин, әлбиттә, әнейҙәрҙең ҡолағында эленеп торған алтын тураһында һүҙ бара тип уйлап:
– Шутите, – тинем.
– Нет, не шучу, вот у тебя под ногами трава, знаешь какая полезная, – тине ул бәпкә үләненә күрһәтеп.
– Нет, – тинем.
– Вот, я же говорю, вы золото топчите, не знаете. Было бы у нас столько травы… – тине ул моңһоуланып. – Я каждый день не чай пью, а ваши травы.
Шулай ул килгәндә минең менән һөйләшеп китергә ярата ине. Үләнде беҙ бөтөнләй белмәнек, ҡулланманыҡ, тип әйтә алмайым, беҙ ҙә йәй буйына сәйгә ҡарағат, ҡурай еләге, мәтрүшкә, зверобой япраҡтары һалып эсә инек. Әтейем дә йыйып ҡайта ине.
Тик ваҡыт уҙа килә, шуны яҡшы аңланым. Ысынтылап беҙ алтын баһаһына торорлоҡ, тәнгә-йәнгә сихәт бирә торған, бөтөн сирҙәрҙән һаҡлап-яҡлап тороусы үләндәр араһында йәшәйбеҙ. Аллаһы Тәғәләнең беҙҙең өсөн меңәр йылдар буйына өҙлөкһөҙ йыл да үҫтереп бирә торған мөғжизәһен бик аҙ дәрәжәлә аңлайбыҙ, тип уйлайым. Сөнки ҡайһы еребеҙ ауыртһа ла, аҡса тотоп, тиҙерәк аптекаға сабабыҙ. Ә ҡапҡа төптәренә хәтле килеп, мөлдөрәп үҫеп ултырыусы үләндәрҙе көрәк менән төбө-тамыры менән йолҡоп алып ташлайбыҙ. Ул сүп!!! Ҡулыбыҙға әҙ генә әрем тәме йәки бүтән үлән еҫе һеңеп ҡалһа, йыуырға тырышабыҙ. Уф, еҫе, бигерәк тәмһеҙ, тип тә ҡуябыҙ. Ә бер үләндең дә еҫе, тәме икенсеһенә оҡшамаған бит. Тимәк һәр береһенең үҙ вазифаһы бар. Һәр бер үлән беҙҙең өсөн тип көнө-төнө ерҙән тамырҙары аша тәм, витаминдар, микроэлементтар, майҙар һура. Ә ерҙә бөтөн нәмә бар. Йәнең ни теләй шул. Сөгөлдөр, кишер ҙә булып, мллионлаған төҫтә, тәмдә беҙ ҡара ерҙең изгелеген алабыҙ. Иҫ киткес!
Был мөғжизә барыбыҙға ла күпме алаһың килһә, шул хәтлем етерлек, артып ҡалырлыҡ, бер ниндәй сығымдар түкмәҫлек итеп бирелгән. Икһеҙ-сикһеҙ рәхмәт Аллаһы Тәғәләғә.
Был байлыҡ йылдың йәй миҙгелендә генә күп итеп булып ала. Ошо миҙгелдә беҙ ошо йәнгә-тәнгә сихәт бирә торған үҫемлектәрҙән файҙаланып ҡалмаһаҡ, ысынтылап маңлай күҙе –ботаҡ тишеге генә булып ҡалған әҙәм булабыҙ. Шунан ҡулланмаһаҡ, инде “Было лето, был май, где ты гулял разгильдяй” хәлендә ҡалырбыҙ.
Мин үҙем дә күп кенә үләндәрҙе өйрәнеү, ҡулланыу өҫтөндә Бер туҡтауһыҙ эшләп торам. Шул хәтлем мөғжизәгә эйә булған үләндәрҙең изге көсөнә хайран ҡалам, иҫем китә. Ни эшләп бала саҡтан уҡ быларҙы беҙгә мәктәп эскәмйәһенән өйрәтмәйҙәр икән, тип уҡытыу системаһын да һүгеп ҡуям. Ошо йәй эсендә һуңға ҡалмайым тип хәҙерге ваҡытта уҡ тырышып-тырмашып үлән йыя, киптерә, ҡуллана башлаған яҡташтарым булһа, “афарин!” тим.
Беҙгә сүп үләне һымаҡ ҡамасаулап, бимазалап ултырған, әммә иҫ киткес файҙалы үлән тураһында яҙып китмәксе булам. Дегенәк һымаҡ йәбеште, тиҙәр, сат йәбешкән ныҡымыш кеше тураһында. Дегәнәк тә беҙгә сат йәбешә. Әйтерһең дә, миңә ҡара, әллә кем булып үтеп китмә, мин һиңә кәрәк, ти.
Дегәнәк. Үләндең файҙалы булмаған бер өлөшө лә юҡ. Тамырынан яһалған төнәтмәһенең 200мл. 600 һум торғанын беләм. Ә ул беҙҙең кәртә артында күҙ көйөгө булып үҫеп ултыра. Дегәнәктең ғәләмәт сихәтләнеү көсөнә эйә булған япраҡтары киң, яҫы булып үҫә. Элек ҡыҙыуҙа һыу ингәндә башҡа ябынып ята инек, ҡояш эҫеһе башҡа һуҡмаһын, тип.
Япрағы. Япрағының үҙе лә, һуты ла файҙалы. Японияла уны махсус баҡсаларҙа үҫтереп ҡулланалар, аш итеп бешерәләр, салат итеп йәш япраҡтарын ашайҙар. Ул япраҡтарҙа бик күп С витамины һәм файҙалы мәтдәләр. Имәндә икән сәтләүек, тейерһең.Б еҙҙең дегәнәкте көрәк менән һөрөп атҡанды ярай япондар күрмәй! Уның япраҡтарынан һут һғыуҙың бер генә лә ҡыйынлығы юҡ. Йәшел, матур япраҡтарын йыйып ҡайтаһың да һыуыҡ һыуға ике сәғәткә һалып ҡуяһың. Ваҡытығыҙ булмайынса, берәр сәғәт артып китһә лә, ташламағыҙ, улай ҙа ярай. Һелкәһең дә эшкә тотонаһың. Йә ит тартҡыстан, йә ваҡ итеп турап япраҡ бутҡаһы яһайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс бар – шунан сығарабыҙ. Күп итеп тултырмайбыҙ. Әҙләп һалып сығарабыҙ. Һут һыуытҡыста 5-6 көн тора ала. Артығын яһамайбыҙ. Кемдер ҡышҡылыҡҡа яһайым тиһә, 50/ 50 спирт менән бутайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс юҡ, ҡул менән һығабыҙ. Ашар алдынан ике сәғәт ҡала бер аш ҡалағы ярты стакан һыуға һалып эсәбеҙ. Көнөнә ике-өс тапҡыр эсһәң дә була. Балаларға бер аш ҡалағы. Профилактика өсөн дә, дауаланыу өсөн дә файҙаһы күп. Көслө сирең булғанда икешәр ҡалаҡ эсһәң дә була. Кемдер эсеп ҡарар ҙа ташлар. Тәмле ашарға өйрәнгән организм ҡаршы килә башлар. Әсене эсмә тиер. Бигерәк тә ҡорттар бунт ойошторор. Ә аҡыл "кәрәк" тейер.
Уның файҙаһын эскән көнөндә үк һиҙеп булмаҫ. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирер, бауырҙан, үт ҡыуығынан застой китер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар. Эсәктәрҙә беҙҙе көнө-төнө кимергән паразиттарға, бактерияларға көн бөтөр. Тиҙ генә беҙҙе ташлап һыпыртырҙар. Әсеһенә улар сыҙамай. Организм көс йыя. Сөнки дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә. Уның составында организмдың иммунитеты өсөн яуап бирә торған С витамины хәтәр күп. Йәй буйы эсеп, көҙ тәнегеҙҙән, ағзаларығыҙҙан бер сир ҙә тапмаһалар, дегәнәккә барып баш эйергә, рәхмәт әйтергә онытмағыҙ. Хатта ревматизм, артрит кеүек сирҙәрҙең дә сигенүҙәре билдәле. Япраҡтарын парландырып ауыртҡан быуындарға бәйләгәндәр. Япраҡтарын киптереп ҡыш көндәрендә лә иммунитетты күтәреү, тәнгә С витамины биреү өсөн дә ҡулланалар. Бына һиңә сүп үләне!
Ә дегәнәктең орлоҡтарынан май яһайҙар. Ул майҙы яраларға, ауыртҡан быуындарға һөртәләр.
Тамырының файҙаһы ла ныҡ ҙур. Көрәктең файҙаһы бына ошонда тейә инде. Сентябрь-октябрь айҙарында тамырын ҡаҙып алып тупрағын һелкеп төшерәһең, һалҡын һыуҙа йыуып, тышын таҙартаһың. Шунан ҡояш төшмәгән, елләп торған ерҙә киптерәһең. Шунан инде бер сәй ҡалағы ваҡланған тамырҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәһең. Тәмләп эсәһең. Хатта рак сиренән диета менән бер рәттән шул тамыр төнәтмәһе эсеп метастазаларҙан ҡотолған, тырышһа, был ауырыуҙан тулыһынса ҡотолоусылар бар. Афарин дегәнәккә!
Әлбиттә, теләһә ҡайһы үләнде дауаланыу өсөн дә, организмдың иммунитетын күтәреү өсөн эскәндә лә организмда ниндәйҙер дәрәжәлә үҙгәрештәр башланырға, сирҙәр ҡуҙғалырға мәмкин. Шуның өсөн ундай көслө үләндәрҙе эскәндә бирән ҡорһаҡты тыйып торорға, ҡамыр, ит ризыҡтарын, файҙаһыҙ колбаса һәм тәмле ризыҡтарҙы кәметһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Йәй көнө юҡҡа ғына тирә-яҡты тултырып йәшелсә бирелмәгән бит. Был әлеге лә баяғы беҙгә өҫтән ебәрелгән өнһөҙ кинәйә (безмолвный намек). Файҙаһыҙ ризыҡтарҙы кәметһәк, дегәнәккә беҙҙең организмды нығытырға, дауаларға ярҙам итәбеҙ.
Кемдер уҡып, "мин беләм" тейер. Афарин мең тапҡыр. Кемдер иренеп, йөрөмәйем әле тейер. Йәл. Кемдер ең һыҙғанып тотонор. Үҙегеҙгә рәхмәт әйтер көндәрегеҙ алда әле!
Читайте нас: