Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
31 Июль 2018, 17:01

ЯҘМЫШ КИТАБЫН ЛАЙЫҠЛЫ ҒӘМӘЛДӘР МЕНӘН БИҘӘП ЙӘШӘЙ

12 йәшлек малай булып “Зианчура” совхозында эш башлаған Әҙелхан Ҡушҡынбаев хеҙмәт юлын райондың маҡтаулы гражданины, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл байрағы ордендары кавалеры, бик күп һанлы миҙалдарға лайыҡ булған алдынғы көтөүсе булып тамамлай.

Рәссәм һәм көтөүсе... Ер йөҙөндә ошо ике һөнәр эйәһе беҙ хыялда ғына йөрөткән ысынтылап ирекле тормошта йәшәй һымаҡ миңә. Рәссәмдең уйҙары заман ҡалыптарына һалынһа, ул бер ваҡытта ла быуаттарҙы аша атлап уҙырлыҡ, үҙе был донъяларҙан киткәс тә уйландырырлыҡ рәсемдәр яһай алмаҫ ине. Уның ҡараштары беҙҙе көндәлек тормошта үҙенә буйһондороп, күҙебеҙҙе бәйләп торған сәйәсәт ауҙарына, матди байлыҡ хәйләләренә бәйле түгел шул. Ул донъяла матурлыҡты бер ниндәй ҙә кәртәләр булмаған ҡараштар аша эҙләп таба.
Көтөүсе... Уның да ҡараштары ҡаршылыҡтарға юлыҡмайынса тирә-яҡтағы матурлыҡҡа төбәлә. Ул йәй буйына хәтфә үләндәргә, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләргә, зәп-зәңгәр күк йөҙөнә туйғансы ҡарарға, йыл әйләнәһенә иректә, үҙ-үҙенә генә буйһонған шарттарҙа йәшәй һәм эшләй. Көнө буйы сыбыртҡыһын шартлата- шартлата көтөү ҡыуа. Ә көтөүен ашатып туйҙырып ялға туктатҡас, саф шишмә һыуынан сәй ҡайнатып, киндер ашъяулығын ағас күләгәһенә йәйеп, үҙе ҡырын төшөп ятып рәхәтләнеп, тәмләп- тәмләп сәй эсә. Бындай бәхет ҡайһыбыҙға эләгә әле! Ошо ваҡытта бөтөн ер йөҙө һый өҫтәле һымаҡтыр… Әгәр ҙә малдары борсомаһа, ашап туйғас шунда уҡ ергә бишмәтен йәйеп, тәмле итеп серем итеп ала ул. Сөнки көтөүсенең ял иткән ваҡытта көтөүен һаҡлап тороусы тоғро дуҫы – эте бар. Ә аҫтында йәнһеҙ, энергияһыҙ карауат түгел. Ер көс тә, хәл дә, ял да бирә!!! Тирә-яҡтағы мең төрлө үләндәрҙең хуш еҫтәре иһә тынысландырып ебәрә. Һәр беребеҙ белә, саф һауала бер аҙ ғына серем итеп алһаң да, йоҡоң туйып ҡына ҡалмай, нисектер тирә-яҡ яҡтырып, төҫтәр сағыуланып, күҙ күреме һәйбәтләнеп ҡала. Сөнки ерҙең бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡеүәтле энергияһы инә тәнебеҙгә.
Ығы-зығылы тормошта, көн һайын бер туҡтауһыҙ яуып торған кәрәкле лә-кәрәкмәгән дә мәғлүмәт атакаһында йәшәгән кешеләр көтөүсе урынында бер көнгә генә ҡалһалар ҙа үҙҙәрен башта ҡыйын хәлдә һиҙерҙәр. Сөнки һиллеккә, күңел тыныслығына өйрәнергә лә бер аҙ ваҡыт кәрәк. Үҙеңде ниндәйҙер бер бушлыҡта ҡалған һымаҡ һиҙәһеңдер башта. Бушлыҡта ҡалыу түгел был. Бары тик цивилизация беҙҙең мейеләргә тултырған сүп-сарҙан уҙып тирә- яҡтағы ысын матурлыҡты күрә торған күңел күҙҙәренең насар күрә башлауының һөҙөмтәһелер...
Көтеүсе... Ошо ябай ғына һөнәрҙе һайлаған кешеләргә ғәләмәт ҙур бәхет эләккәнен, үҙҙәренең ғәләм, аяҡ аҫтындағы ер, уның өҫтөндә үҫкән бар тере һәм тере булмаған тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә, уның бер өлөшө булып торғандары тураһында бәлки уйланмайҙыр ҙа. Көндәр буйы елдә елләп, ҡояшта ҡыҙынып, ысыҡ тамсыларын кисеп эшләүҙе иң ҙур мөғжизәләрҙең береһе икәнлеге баштарына инеп тә сыҡмайҙыр. Улар яҙҙы беренсе булып сыҡҡан умырзая сәскәләре менән ҡаршы алһалар, моңһоу көҙҙө һуңғы япраҡтар өҙөлөп төшкәнсе оҙатып ҡалалар. (Мин беҙҙең яҡтағы умырзаяларҙың ғәжәйеп матурлығы тураһында тасуирлап кешеләргә һөйләп ҡарайым да, аңлатып бөтөрә алмайым. Зәңгәрһыу матур төҫтәге, бер төптән бер букет бәйләме булырлыҡ итеп үҫкән ундай могжизә тағы ҡайҙарҙа бар икән!!! Уны күрергә кәрәк!!! Бары тик шул саҡта ғына ул матурлыҡ күңел түрҙәренә етә).
Ҡасандыр Ейәнсура районының “Зианчура” һарыҡсылыҡ совхозында ил күләмендә дан тотҡан, яҡшы сифатлы йөн һарыҡтарын үрсетеү кәсебе ныҡ үҫешкәйне һәм ул йылдарҙа көтөүсе маҡтаулы, хөрмәткә лайыҡлы һөнәр ине. Беҙҙең ҙур булмаған Биштирәк ауылында ғына ла ике һарыҡсылыҡ фермаһы булды. Был эштә аталы- уллы, тотош ғәиләләре менән эшләүселәр күп ине. Ошо эштә район, республика күләмендә дан тотҡан, орден -миҙалдарға, маҡтау ҡағыҙҙарына, һабантуй батыры исеменә лайыҡ булған бер нисә быуын хеҙмәт геройҙары плеядаһы барлыҡҡа килде. Улар районыбыҙҙың ғына түгел, республикабыҙ, ил тҡтисадын көсәйтеү, ил данын күтәреү өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итте. Ауылдаштары уларға ышаныс белдереп, күптәрен депутат итеп һайланы. Ҡайһы берҙәре республика күләмендә һайланды. Уларҙың һәр береһе ошо еңел булмаған эштә оло ҡаҙаныштарға иреште. Уларҙың ҡаҙаныштарын хөкүмәтебеҙ ҙә күрә белгән, юғары баһалаған, төрлө бүләктәр менән билдәләп торған. Уларҙың барыһын да оло хөрмәт менән иҫкә алырлыҡ!!! Был кешеләр араһында үҙемдең әтейем Ҡәҙербаҡов Ғәзизйән Ғәйзулла улы ла бар. Әтейем дә ғүмер буйы көтөүсе булып эшләне. Ул да даими рәүештә яҡшы хеҙмәт һөҙөмтәләре өсөн миҙалдарға, яҡшы бүләктәргә, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Бер йылды Янғантау ял йортона бушлай путевка бирҙеләр. Ә бер йылды йөн тапшырыу буйынса планды үтәгән өсөн ҡиммәтле келәм бүләк иттеләр. Ғүмер буйы көтөүсе булып эшләһә лә, һәр бер һүҙе аҡыллы, төплө, мейегә һеңдереп әйтелә ине. Ете баланың береһе лә уның иғтибарынан ситтә ҡалманыҡ. Ялға ҡайтҡан сағында уҡыуыбыҙҙы тикшереп, әнейҙән тәртибебеҙҙе белешеп, кәрәк булһа, шелтә яһап йә маҡтап китә ине. Әтейҙәр эшләгән дә, әтей ҙә була белгән, тип уйлайым иҫем китеп.
Байыш ауылының алдынғы һарыҡ көтөүсеһе Кирәй ағай Ҡушҡынбаев та үҙ ғүмерен ошо һөнәргә бағышлай. Ә улы Әҙелханды көтөү көтөргә үҙе менән алып сыҡҡанда, улы ғүмерлеккә ошо һөнәргә ғашиҡ булыр, тип уйламағандыр. Бары тик үҫеп, ҡул араһына инә башлаған балаларҙың әтей- әнейгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тейеш тигән бурысын үтәһен өсөн алып сығам тигәндер. Ул беҙҙең заман балаларының да бер һүҙһеҙ үтәлергә тейешле бурысы, беләгенә көс ингән, ҡулынан эш килерлек һәр бала әтей-әнейгә хужалыҡта, ә ҡайһы берҙә эшендә лә ярҙам итә ине. Шуның өсөн дә күп балалы ғәиләләр ҙә ауырлыҡҡа бирешмәйенсә, дуҫ, берҙәм йәшәү, эшләү һөҙөмтәһендә иҫән-һау аяҡҡа баҫҡандар. Бәләкәй Әҙелхан көтөү артынан сапҡанда, һарыҡтарҙан бигерәк тирә-яҡтағы ирекле тормошҡа ғашиҡ була. Эльбрус һәм Памир тауҙары һымаҡ бейек булмаһалар ҙа, Байыш ауылы ла тауҙар араһында урынлашҡан. Күп кенә көтөүлектәр тау итәктәрендә йәйелгән. Бына шул тауҙар өҫтөндәге иркен яландарҙы ҡыҙыра-ҡыҙыра рәхәтләнеп көтөү көткәндә ул, бәләкәй малай, үҙен зәңгәр күккә башҡаларға ҡарағанда яҡыныраҡ тойғандыр. Ә тау елдәре уға ҡолаҡта һыҙғырып ҡына ҡалмағандыр, ниндәйҙер яҙып бөтөргөһөҙ рәхәт миҙгелдәр биреүсе моң булып тойолғандыр. Сөнки тау башында иҫкән елдәр ҙә баланың ғына түгел, һәр кешенең тынын ҡурып ала, йөрәкте ярһытып ебәрә торған хис тыуҙыра. Әҙелхан үҫә килә, егет ҡорона ингәс тә ошо бала саҡта алған тәьҫораттарға тоғро ҡаласағын белә. Ул үҙенең бары тик көтөүсе булып эшләйәсәгенә шикләнмәй. Көтөүсе һәнәренә ҡарата тауҙар итәгендә тыуған яратыу хисе хыял булып ҡына ҡалмай, ә Әҙелханды хеҙмәт батыры, үҙ эшенең алдынғыһы, хөрмәткә, ҙур бүләктәргә лайыҡлы эшсе итеп күтәрә. Ул көтөүсе хеҙмәтен яратып, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшерлек, йылдар аша ла уның тураһында кешеләргә, үҫеп килгән быуынға үрнәк итеп һөйләрлек, тормош юлында яҡты эҙ ҡалдырырлыҡ итеп башҡара.
Һуғыш осоро балалары елкәһенә төшкән барлыҡ ауырлыҡтарҙы үткән, аслы-туҡлы йәшәүҙе татыған, 12 йәшлек малай булып “Зианчура” һарыҡсылыҡ совхозында эшләй башлаған Әҙелхан Кирәй улы Ҡушҡынбаев хеҙмәт юлын райондың маҡтаулы гражданины, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл байрағы ордендары кавалеры, бик күп һанлы миҙалдарға лайыҡ булған алдынғы көтөүсе булып тамамлай.
Әлбиттә, был ҡаҙаныштарға ирешеү менән бер рәттән, ул ҡүп балалы ғаиләгә ышаныслы әтей ҙә була. Улар Биштирәк ауылы ҡыҙы Зияш апай менән өйләнешеп, Иҙелбаҡ ауылында төпләнәләр. Был ауылда улар хеҙмәт усағында ҡайнап, гөрләтеп тормош көтөп, Зияш апай менән һигеҙ балаға ғүмер бүләк итеп кенә ҡалмайҙар,уларҙы лайыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар итеп тәрбиәләйҙәр, белем бирәләр. Балалары өсөн Әҙелхан ағай кәрәк саҡта кәңәшсе, хаталарын күрһә, төҙәтеүсе, ауырлыҡ килһә, ярҙам иңен терәүсе була. Ул бигерәк тә малайҙары өсөн әтей кешенең һүҙе үтемле, эше үрнәк булырға тейеш икәнен бер ваҡытта ла онотмай. ”Атанан күргән – уҡ юнған,” – тигән халыҡ. Улдары ла 90 йәшенә етеп килгән әтейҙәренең кәңәштәрен тыңлап, үҫеп килгән балаларына ла оло һүҙен ололарға үрнәк күрһәтәләр, уның һүҙенә, кәңәштәренә ҡолаҡ һалалар.
Аҡҡан һыуҙай, иҫкән елдәй ғүмер үтә-үтә, Әҙелхан ағай 90 йәшенә етеп килә. Ғүмер юлын бергә үткән, бөтөн шатлыҡ- хәсрәттәрҙе бүлешкән Зияш апай, уны яңғыҙ ҡалдырып, өс йыл элек гүр эйәһе булды.Бер быуатҡа яҡын йәшәгән, өйөп ҡуйһаң, бейек тауҙай булырлыҡ эштәр эшләгән кеше инде хәҙер бөгөнгө көндә нисек йәшәп ята икән? Булды, туйғансы эшләнем тип, ”мейес башы”нда ятамы, әллә замананы һүгеп, бөтөн етешһеҙлектәрҙә ил түрәләрен генә ғәйепләп һөйләп, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә юҡты-бушҡа ауҙарып көн үткәрәме? Әллә олоғайған көнендә лә быуатты аша атлап үткән, бер ниндәй заман елдәренә бирешмәгән хеҙмәткә, тормошҡа булған һөйөү хистәрен юғалтмайынса, ирмен тигән исемгә тап төшөрмәйенсә, кеше үҙ яҙмыш китабын үҙе яҙа тип, яҙмыш китабының артабанғы биттәрен дә лайыҡлы ғәмәлдәр менән биҙәп йәшәйме? Был һорауға яуапты мин үҙем дә ҡыҙыҡһынып көттөм. Ғөмүмән, бындай феноменға тиң кешеләрҙең яҙмышына күҙ һалыу бер изге йәдкәргә ҡағылған һымаҡ уйҙар тыуҙыра.
Ал да гөл... Ғәжәйеп ике һүҙ. Кешенең асылын, йәшәү девизын сағылдырыусы ике ябай ғына һүҙ... Был Әҙелхан ағайҙың хәлегеҙ нисек тип һорағанда һәр ваҡыт әйтә торған яуабы икән. Уйы ниндәй, тормошо ла шулай икәнен уның ейәнсәре Эльвина, Фирҙәүес исемле ҡыҙының ҡыҙы, Әҙелхан ағай тураһында ғорурланып, бик йылы хистәр менән яҙғандан аңланым. “Ҡартам хәҙерге ваҡытта иң кесе улы Азаматтың ғәиләһендә Иҙелбәктә йәшәй. Ул һаман да шулай иртәнән кискә хәтле хәрәкәттә. Эшһеҙ тора алмай. Аттар үрсетеү менән шөғөлләнгән улына аттар ҡарарға ярҙам итә. Әле бесән бирә, әле һыу эсерә. Бер юлы тауыҡ-өйрәктәрҙе ашата (көс сыҡмайынса көс инмәгәнен яҡшы белә, тип уйланым мин дә). Физик эш уға йәшәргә ярҙам итә. Уны яратып, хөрмәт итеп тороусы ун дүрт ейән-ейәнсәре, ун ете бүләһе бар.Ул һаман да камил аҡылында, бөтөнөбөҙҙөң дә исемдәрен яңлышмай әйтә. Беҙ бәләкәй саҡта беҙҙең менән уйнарға ярата ине. Хәҙер инде беҙҙең балалар, бүләләре, менән мәш килә. Уларға ағастан төрлө уйынсыҡтар яһай: йә уҡ менән йәйә, йә автомат... Был уйынсыҡтарҙы беҙҙең балалар ҡалаға ҡайтҡас иптәштәренә күрһәтеп, маҡтана.”В деревне у нас лучший в мире прадедушка живёт. Это он сделал,” – тип әйтәләр. Ҡартамдың исеме ҡушылған Әҙел исемле ейәне үҫеп килә. Әҙелдең фамилияһы ла Ҡушҡынбаев. Ә тағы бер ейәненә ҡартам үҙе Батырхан тип исем ҡушты. Әле ҡартам бик актив, ирек бирһәң, яңынан һарыҡсылыҡты нулдән аяҡҡа баҫтырыр. Беҙ генә тыйып торабыҙ (йылмайған смайлик был һүҙҙәрҙән һуң). Ҡартабыҙ беҙгә бик ҡәҙерле, беҙ уның менән ғорурланабыҙ,” – тип яҙыуын тамамлаған.
Үҙенең ҡартаһы тураһында һәр кем маҡтап әйтер инде тип, мин Иҙелбәк ауылында йәшәүсе уртансы апайым Гөлнисанан Әҙелхан ағай тураһында һораштым. Ауылдаштары нимә уйлайҙар икән? Апайым бер тында тигәндәй, Әҙелхан ағай тураһында үҙ әтейе тураһында һөйләгәндәй йылы һүҙҙәр әйтте. ”Әҙелхан ағай иҫ киткес булдыҡлы, эшсән, ипле холоҡло кеше. Ул һәр ваҡыт бөхтә итеп кейенеп йөрөй. Ихлас күңелдән гел яҡшы хәбәрҙәр генә һөйләй. 90 йәшенә етеп килгәндә лә көр күңелле, айыҡ фекерле ағай. Магазинға үҙе килеп әйберҙәр һатып алған арала уға ҡарап күңел күтәрелеп ҡала. Ул бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәп ятҡан улын һәм киленен һәр ваҡыт маҡтап һөйләй. Бигерәк тә киленен. Өҫтөмдө йыуып кейҙереп, тәмле ризығын бешереп ашатып тора, ҡартайған көнөмдә ҡәҙер-хөрмәттәмен, Аллаға шөкөр ти. Әҙелхан ағай ауылыбыҙҙың тағын бер алдынғы, данлыҡлы көтөүсеһе, ике орденға лайыҡ булған, районыбыҙҙың почетлы гражданины Шәкир ағай Күзәбаев менән дуҫтар. Улар бер- береһенә ҡунаҡҡа ла йөрөйҙәр. Ошо 90 йәшкә етеп килгән ике ағай матур итеп кейенеп, тура баҫып, ғорур атлап урамдан үтһәләр, йәки һабантуйына сыҡһалар, нисектер йәшәүҙәр күңелле һәм рәхәт булып китә. Улар беҙгә үрнәк ағайҙар. Барыбыҙға ла ҡартайған саҡтарыбыҙҙа шулай күркәм кешеләр булып ҡалырға яҙһын,” – тине апайым.
Афарин! Әҙелхан ағай артына әйләнеп ҡараһа, тау-тау изге эштәре, ғәмәлдәре өйөлөп ята, алдына ҡараһа – ҡартлыҡта лайыҡлы итеп уҙып барыусы тормош юлы һуҙылған. Был юлдан ул Аҡһаҡалдарға хас ғәмәлдәр,айыҡ аҡыл һәм ҙур сабырлыҡ, ниндәй генә заманалар килһә лә, кеше булып ҡала белеүҙе талап иткән күңел көсе менән бара. Ҡырыйында – уға әтей тип торған балалары, ҡартай тип өҙөлөп торған ейәндәре. Тыуған ере, хөрмәт итеп торған милләттәштәре. Ошолор инде бәхетле тормош! Бәхетле ҡартлыҡ!
Тағын бер яҡташым яҙмышына ҡағылдым. Әҙелхан ағай кеүек маңлай тирен түгеп,илем,милләтем тип оло хеҙмәт юлын үткән кешеләр алдында барыбыҙ ҙа баш эйерлек. Уйланырлыҡ. Сөнки һәр беребеҙҙең дә ваҡыты сәғәте етеп заман имтиханын тотаһы бар. Ошолай быуатҡа яҡын ваҡыт үткәс, йөҙебеҙ яҡты булырлыҡ, ҡурпыларыбыҙ ғорурланырлыҡ, киләсәк быуынға үрнәк булырлыҡ ғәмәлдәр ҡылып йәшәһәк ине. Иле, милләте, ере, ғаиләһе алдында бурысын үтәгән Әҙелхан ағай Ҡушҡынбаев кеүек яҡташтарыбыҙ беҙҙең өсөн яҡты маяҡ булып тора.
Читайте нас: