Замана уңайлыҡтарына күптән инде күнеккәнбеҙ. Көйәнтәләп алыҫтан һыу ташыу, утын индереп яғып, көлөн түгеү, усаҡҡа яғып, ҡаҙанда ашарға бешереү – йәш быуын быларҙы күҙ алдына ла килтермәй. Хәҙер һәр ауыл йортонда тиерлек уңайлыҡтар булдырылған. Халыҡ шул уңайлыҡтар менән тотҡарлыҡһыҙ ҡулланһын өсөн күпме кешенең хеҙмәте һалынған?!
“Газпром” газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Күмертау филиалына ҡараған Иҫәнғол комплекслы хеҙмәтенең төп бурысы – район халҡын тәбиғи газ менән тәьмин итеү. Улар газ хеҙмәтләндереүендә ҡулланыусыларға иң яҡын торған звено булараҡ, уларҙың хеҙмәтендә яуаплылыҡ икеләтә юғары. Сөнки газ, ҡулланыуҙа уңайлы булһа ла, үтә хәүефле һәм ҙур һаҡсыллыҡ, теүәллек талап итә.
Иҫәнғол комплекслы хеҙмәте эшселәре эште йыл әйләнәһенә планға ярашлы алып бара: газ үткән һәр йортҡа йөрөп, ҡулланыусыларҙың ҡорамалдарҙың: плита-мейестәрҙен техник торошон, иҫәпләү приборҙарын тикшерә. Ҡулланыу срогы сыҡһа, йә боҙоҡ булыуы асыҡланһа, тиҙ арала алмаштырыу кәрәклеген иҫкәртә. Хужалар был талапты инҡар иткән осраҡта, газ биреүҙе сикләүҙәре лә бар. Сөнки илдең төрлө төбәктәрендә төҙөк булмаған ҡорамалдар менән файҙаланылған, шул уҡ ваҡытта һауа алмашыныуы тейешенсә тәьмин ителмәгән биналарҙа янғын сығыу, ағыуланыу осраҡтары йыш күҙәтелә.
Тәбиғи газ менән йылытыу ҡоролмалары йылдан-йыл камиллаша бара, шуға ла слесарҙарҙан был өлкәләге һәр яңылыҡты өйрәнеп, дөрөҫ ҡулланыу талап ителә. Уларҙың йыл һайын һөнәр үҙенсәлектәре буйынса имтихандар тапшырып, белемдәрен камиллаштырып тороуы газ ҡулланыусыларҙы хәүефһеҙ хеҙмәтләндереү маҡсатын күҙ уңында тота.
– Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, газ ҡорамалын хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн милекселәр яуаплы, – ти Иҫәнғол комплекслы хеҙмәте начальнигы Вадим Ишмырҙин. – Хәүефкә юл ҡуймау өсөн төтөн һәм елләтеү юлдарын ваҡытында тикшерергә, газ хужалығы белгестәрен саҡырырға, техник хеҙмәтләндереүҙе һәм газ ҡорамалын ремонтлауҙы үҙ ваҡытында тормошҡа ашырыу маҡсатында белгестәрҙең йортҡа йәки фатирға ҡаршылыҡһыҙ инеүен тәьмин итергә кәрәк. Йорт һәм (йәки) фатир эсендәге газ ҡорамалын махсус ойошмаларҙың ғына техник хеҙмәтләндерергә, йүнәтергә йәки алмаштырырға тейешлеген хәтерҙә тотоу шарт.
Әле район газсылары Иҫәнғол ауылының Ҡыҙылармеецтар урамында урынлашҡан газды көйләү пунктын алмаштырыу менән мәшғүл. Юғары баҫым менән килгән газды халыҡҡа тейешенсә баҫымға көйләүсе, әгәр баҫым һикерә ҡалһа, аварияға юл ҡуймаҫ өсөн, газ биреүҙе туҡтатыусы был өр-яңы ҡоролма киләһе 20 йылда халыҡты “зәңгәр яғыулыҡ” менән өҙлөкһөҙ тәьмин итәсәк, тип ышандыра эш менән мәшғүл монтажсылар һәм слесарҙар.
Рәсәй Административ тәртип боҙоуҙар кодексының “Йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыуҙы һәм тәртиптә тотоуҙы тәьмин итеү ҡағиҙәләрен боҙоу” 9.23-сө статьяһы буйынса йорт, фатир эсендәге газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү тураһында килешеү төҙөмәгән; махсус ойошма вәкилен техник хеҙмәтләндереү буйынса эште башҡарыу өсөн бинаға индереүҙән баш тартҡан; иҫкергән газ ҡорамалын алмаштырмаған өсөн яуаплылыҡты күҙ уңында тота. Ошондай тәртип боҙоуҙар өсөн граждандарҙан – 1000-2000 һум; вазифалы кешеләрҙән – 5000-20000 һум; ойошмаларҙан (мәҫәлән, идарасы компанияларҙан) 40000-100000 һум күләмендә штраф түләтеү ҡарала. Административ тәртип боҙоу ҡабатланған осраҡта административ штраф күләменең арттырылыуы, шулай уҡ вазифалы кешенең өс йылға тиклем дисквалификацияланыуы йәки ойошма эшмәкәрлегенең 90 тәүлеккә тиклем туҡтатылыуы ихтимал.