"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
17 Август 2018, 13:34

УҢҒАН ҠУЛДАН БАЛ ТАМА

Бөгөн уларҙы ысын мәғәнәһендә тәжрибәле умартасылар тип әйтергә була. Алтынсуриндар йәшәгән Түбәнге Һарыбил ауылында уларҙан башҡа ҡорт тотҡан кеше юҡ.

“Бар, ос! Көсөңдө бушҡа сарыф итмә. Һиңә бит бал йыйырға кәрәк, – ти ҡортсо ҡулына ултырған бал ҡортона ипләп кенә өрөп. – Мин бер генә ҡорт үлһә лә йәлләйем. Әгәр сәбәләнмәһәң, улар ултыралар ҙа осоп та китәләр. Ҡорттарҙың тырышлыҡтарына һоҡланам, улар бит нисәмә саҡырымдар йөрөп ҡайта. Бал алһам, шундай ҙа шифалы, тәмле ризыҡ биреп беҙҙе һөйөндөргәндәре өсөн рәхмәттәремде әйтәм.” Тәжрибәле умартасы Зыя Алтынсурин үҙе лә бал ҡорто кеүек эшләй: иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем нәҙекәйбилдәрҙе ҡарай, күс айыра, бал айырта. Яҙмыш ҡушыуылыр инде, хаҡлы ялға сығыр алдынан бал ҡорттары тота башлай.
...Мәҡәләбеҙ геройы Бикҡужа (халыҡ телендә Дәүләтҡол) ауылында тыуып үҫә. Зыя ағайҙың атаһы Зәкәриә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан,тыныс тормошта колхоздың алдынғы көтөүсеһе булған. Әсәһе Ырымбур өлкәһенең Ҡолсом ауылы ҡыҙы ла колхозда эшләгән: ул һауынсы ла булған, һылау, утау эштәренә йөрөгән. Зыя ағай ғаиләлә ете баланың икенсеһе булып донъяға килгән. Әрме хеҙмәтенә тиклем Мораҡ профтехучилищеһының Таҙларҙағы филиалында тракторсыға уҡый. Ошо һөнәре буйынса колхоз тарҡалғансы эшләй. Тыуған ил алдындағы бурысын Пермдә радиолокация станцияһы операторы булып үтә. Ҡайтҡас яратҡан һөнәре буйынса туған Ленин колхозында уңышлы эшләүен дауам итә. 1979 йылда еҙнәһе Ғизелхаҡ: “Ҡәйнеш, ни эшләп өйләнмәй йөрөйһөң? Минең матур ғына ҡоҙасам бар, әйҙә, шуның менән таныштырам!” – тип уны ай-вайына ҡуймай, мотоциклына ултыртып, Ибрай ауылына алып китә. Һәм Зыяны 18 йәшлек кенә Нәзиә апай менән таныштыра. Элек шулай димләп таныштырыуҙар ғәҙәти күренеш була торғайны. Осрашып танышалар ҙа, оҙаҡ та үтмәй, ағай яусы ла ебәрә. Әле иҫкә алалар: “Ағайың, әсәйем яңғыҙ, картуф утарға, һарыҡ ҡырҡырға кәрәк, тип мине алданы. Мин бейемде йәлләп, ризалығымды биреп ултырған булам”, – ти Нәзиә апай көлөп. Зыя ағай мут ҡына йылмая: “Мин үҙем ныҡымышыраҡ булдым шул, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк.” Нәзиә апай килен булып төшкәндә, йәшлеге менән оялып, урамдан түгел, кешегә күрһәтмәй генә кәртә артлап алып ҡайт тиһә лә, Зыя ағай уны шартына килтереп урамдан төшөрә. Йәш ғаилә матур итеп тормош көтөп алып китә, икеһе лә колхоз эшендә, бер-бер артлы балалар тыуа. Хужабикә колхозда һауынсы булып эшләй. “Яңы ғына булған кеүек, Әсташҡа һыйыр һауырға йөрөгәндәрем. Бишенсе балам сабый ғына, – тип һөйләй Нәзиә апай. – Арыманыҡ та, бөтәһенә лә өлгөрә торғайныҡ.”
Колхоз тарҡалғас, Зыя ағай райондың мәшғүллек үҙәгендә теркәүҙә тора. Үҙәктең ул ваҡыттағы етәксеһе Юлай Аҡбашевтың тәҡдиме менән ҡортсолоҡ эшенә тотонорға ниәт итә. Башта ҡурҡыңҡырап торһалар ҙа, “күҙ ҡурҡа, ә ҡул эшләй” тигәндәй, өйрәнеп китәләр. Башланғыс иғәнәне хеҙмәт биржаһы бирә, дәүләт ярҙамы менән эш башлайҙар. Икәүләп өйрәнәләр, әле лә ҡорт эшен икәүләп башҡаралар. Әйтеүе генә анһат, ҡорт тотам тип, ул “тотам” тигән һүҙ артында күпме күҙгә күренмәгән ваҡ-төйәк эш ята. Шифалы һәм татлы балды өҫтәлгә ултыртыу өсөн күпме хеҙмәт түгелгәнлеген уны үҙ елкәһендә татыған­дар ғына аңлайҙыр... “Тәүҙә белмәнек, ҡыйынлыҡтар ҙа булды. Мәшәҡәтле эш. Ҡортсолоҡҡа ныҡ бирелеп, уға үҙеңде бағышларға кәрәк икән. Яйлап хәлдең айышына төшөндөк. Ҡыштан әҙерләнә башлайбыҙ. Умарталарҙы үҙем эшләйем, улым Вадим яһаша. Ҡартайым ҡорт аҫыраһа ла, атайым уның менән булышманы. Апайыңдың ғаиләһе тотҡан, уның иҫендә ҡалған. Кейәүебеҙ Эдуардтың ата-әсәһе лә ҡорт тота, улар ныҡ ярҙам күрһәтте. Ҡайнағам Рафиҡ Ноғоманов кәңәштәрен биреп тора ”, – тип бәйән итә геройыбыҙ. Ҡорт тота башлағанда бер нәмә лә белмәнек тиһәләр ҙә, ҡортсолоҡ уларҙың ҡанында булған. Хәҙерге ваҡытта Зыя ағайҙың атай нигеҙендә йәшәгән ҡустыһы Айҙар ҙа ҡорт тота, үҙенекеләр менән бергә Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғил­ми-тикше­ренеү үҙәге ҡорттарын да ҡарай.
Бөгөн уларҙы ысын мәғәнәһендә тәжрибәле умартасылар тип әйтергә була. Алтынсуриндар йәшәгән Түбәнге Һарыбил ауылында уларҙан башҡа ҡорт тотҡан кеше юҡ. Умарталарын үҙ ихаталарына ла, янындағы буш торғанына ла ҡуялар. Йүкә сәскә атҡан ваҡытта бер күс көнөнә ун-ун биш килограмм һут ташы­ғанын иҫәпкә алғанда, балдан мул табыш алыуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Ә инде төрлө сәскәләрҙән йыйылған балдың ифрат файҙалы икәнен әйтеп тороу ҙа кәрәкмәйҙер, моғайын. Уларҙың балын һораусылар күп, хатта уны баҙарға алып барыу ҙа кәрәкмәй. Белгәндәре, юлдың алыҫлығына ҡара­май, Түбәнге Һарыбил ауылына үҙҙәре үк килеп етә.
Тырыш кеше ҡайҙа ла тырыш инде, ғаилә күпләп картуф үҫтерә, быйыл 18 тоҡ сәскәндәр. Йыл да мул уңыш алалар, унан балаларына ла өлөш сығаралар, һатыуға ла артып ҡала. “Картуфыбыҙ тәмле, бер алған кеше йыл да ала. Ваҡытында ҡарап, тәрбиәләп торорға ғына кәрәк”, – тип уртаҡлаша картуф үҫтереү серҙәре менән Нәзиә апай. Ҡорт аҫырағас, малдарын кәметкәндәр. Бесәнде балалары ярҙамы менән күмәкләшеп эшләйҙәр. Быйыл ҡаҙ бәпкәләре алып үҫтереп яталар. Фазандары ла бар, уларҙың йомортҡалары бигерәк тәмле була, тиҙәр. Цесаркалары ла булған, тик улары эттән ҡазаланған. Йәй етһә төрлө шифалы үләндәр йыялар, эҙләп алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй, ауылдары хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Йорттарының тирә-яғында һәр төрлө дарыу үләндәре үҫә, тик эйелеп өҙ генә.
Уңған ғаилә тураһында яҙыуын яҙғас, уларҙың тормоштары йәме – балаларын да яҙмаһаҡ гонаһ булыр. Улар алты балаға ғүмер биргән, инде бәхетле ҡартай, ҡәрсәй-өләсәй. Ҙурҙары Илшат Өфөлә йәшәй, һаҡсы булып та, төҙөлөштә лә эшләргә өлгөрә. Кәләше – Ҡужанаҡ ҡыҙы Гөлназ РКД-ла лаборант булып эшләй. Ике малай тәрбиәләйҙәр. Унан килә Вадимдары инглиз теле белгеслегенә уҡыған, үҙебеҙҙең район мәктәптәрендә тәжрибә туплағас, хәҙерге көндө Өфөлә балаларға белем бирә. Тормош иптәше Гөлсана ла үҙебеҙҙең район Күгәрсене ҡыҙы, Башҡорт дәүләт медицина университетында физкультуранан уҡытҡан, әле декрет ялында. Әлиә ҡыҙҙары абзыйы Вадим юлынан китеп, Сибайҙағы БДУ-ның филиалында инглиз теле белгесенә уҡыһа ла, әле балалар китапханаһында, тормош иптәше Эдуард Таҙлар заправкаһында эшләй. Уларҙың ике бәләкәсе әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Ирек улдары илебеҙ башҡалаһы Мәскәүҙә төҙөлөштә тир түгә. “Йәштәр хәҙер алдан күҙаллап эшләй бит ул бөтә нимәне лә, – тиҙәр Зыя ағай менән Нәзиә апай. – Ирегебеҙ Иҫәнғолдан ер алып, өй һала башланы. Донъяны нығытҡас ҡына кәләш алам, ти. Алыр, көнө етһә өйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡалыр”. Лилиәләре дин юлында, Иҫәнғолда йәшәһә лә, күңеленә ятҡан эш таба алмау сәбәпле, йәйге осорҙа Баймаҡта хәләл икмәк бешергән ерҙә эшләй. Ҙур улы мәктәпкә йөрөй, бәләкәсе балалар баҡсаһына йөрөй. Улар йәйге каникул ваҡытында ҡартай-өләсәй янындалар. Тик тормош булғас була төрлө хәлдәр, 39 йыл бергә ғүмер кисергән Алтынсуриндарҙы бала ҡайғылары ла урап үтмәгән. Былтыр, төпсөктәре – 27 йәшлек Азаматтары, буласаҡ кәләше менән никах уҡытып, туй үткәрергә йөрөгән еренән вафат була. Ата-әсә йөрәге ҡәҙерлеләренең үҙенә ҡул һалыуына бер нисек тә ышанмай. “Нисек инде ғаилә ҡороп, тырышып төҙөлөштә эшләп йөрөгән кешенең башына ундай уй килһен, – ти Зыя ағай менән Нәзиә апай бер тауыштан. – Башҡаларға бала ҡайғылары бирмәһен”. Азаматтың кәләше менән хәбәрләшеп торалар. “Инде улымды иҫкә төшөрөп, күңелем болоҡһоноп торһа, килен шуны һиҙгәндәй, шылтырата һала. Һөйләшеп, йөрәк яныуҙарын баҫабыҙ. Бала – бауыр ите, оноторлоҡ түгел шул. Яуыз кешеләр ҡулынан ғына һәләк булды инде ул”. Малайҙары ҡайғыһынан бер нимәгә лә күңелдәре төшмәй, әле яйлап ҡына ваҡыт үҙенекен итә. Балалары ла яңғыҙлатмайҙар, береһе ҡайтып китһә, икенсеһе килеп етә. Килһәләр, хужалыҡтағы бөтә эште ҡырып-һыпырып эшләшәләр. Ағай менән апай үҙҙәре лә йыш ҡына Нәзиә апайҙың Ибрайҙа улы ғаиләһендә йәшәгән әсәһенең барып хәлен белеп торалар.
Хәҙер Түбәнге Һарыбил ауылында 20-ләгән генә өйҙә кеше йәшәй. Күпселеген ташландыҡ өйҙәр тәшкил итһә лә, араларында бик матур итеп донъя көтөп йәшәгәндәре лә бар. Минең:
– Бәләкәй ауылда күңелһеҙ түгелме? – тип һорауыма икеһе бер тауыштан: – Ул турала уйлап ултырырға ваҡыт юҡ, өлгөрә алмайбыҙ, – тип яуапланылар Алтынсуриндар.
Эйе, балы татлы булһа ла, бал ҡорто тәрбиәләү күп хеҙмәт, түҙемлек,
сабырлыҡ, егәрлелек талап итә. Һәр кемдең ҡулынан килмәй умартасы булыу. Уның менән шөғөлләнергә иренмәгәндәр үҙ хужалығында
етештергән тауарҙы һатыуҙан мул ғына килем алып, етеш йәшәй. Ундайҙар
ауылдарыбыҙҙа күберәк булһын ине.
Читайте нас: