Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
17 Сентябрь 2018, 14:10

ДЕБЕТ ТӘ, ИТ ТӘ, ҺӨТ ТӘ

Иии, ул һөт кәзәһе аҫыраған кешеләр үҙҙәренең ниндәй ҙур байлыҡҡа юлыҡҡандарын бәлкем аңлап та бөтмәйҙәрҙер!

“Һәйкәлде кемгә ҡуйыр инең?” – тип,
Һораһалар минән түрәләр,
Һис уйламай яуап бирер инем:
“Лайыҡ беҙҙә уға кәзәләр.”
Дебет һәм ит бирә торған кәзә малын күккә сөйөп маҡтағым,ул малдан күргән изгелектәр тураһында күп итеп яҙғым килһә лә, ошо ерҙә туҡтайым. Сөнки ул беҙҙең район ерлегендә йәшәп ятҡан халыҡ өсөн яңылыҡ түгел. Кәзә малының изгелеген күп ғаиләләр күрҙе, күрә, күрәсәк. Ул ниндәй генә заман килһә лә, кешегә тоғро ҡалып, бары тик мәрхәмәтлек кенә ҡыла һәм иҫ киткес күп файҙа бирә торған хайуан. Ашһыҙ, кейемһеҙ ҡалдырмаҫ.
Ә мин был яҙмамда һөт кәзәһе һәм уның һөтөнән яһалған ризыҡтарҙың файҙаһы тураһында яҙырға булдым. Хәҙерге беҙҙе һәр яҡлап ҡыҫҡан, тын алырға ла бирмәгән ҡиммәтселек заманында, мал аҫырау ҙа бик ҡиммәтҡә төшә. Бигерәк тә һыйыр малын. Шуның өсөн урамға һыймайынса ҡайтҡан һыйыр көтөүе ҡалманы инде бер ауылда ла. Магазин һөтөн өнәмәгән кешеләр һыйыр аҫырауға ҡарағанда аҙыраҡ сығымдар талап иткән һөт кәзәләрен аҫырай башланы. Бер бәләкәй генә йылы һарайың, бер йөк бесәнең, бер нисә тоҡ һолоң булһа – әйҙә инде, йыл әйләнәһенә йән-тәнеңде көн дә сихәтләндереп торған һөт кәзәһен рәхәтләнеп аҫырап йәшәй бир. Хатта бесәнде әҙләп-әҙләп бәләкәй ҡул арбаһы менән сабып ташып киптерһәң дә транспортҡа киткән яғыулыҡ сығымдары кәрәк булмай. Ҡасан аҡсам була ла санаторийға барыр инем, тип тә хыялланаһы түгел. Көн һайын өйөңдә өҫтәл өҫтөндә санаторийҙағы һымаҡ һый. Хатта ул санаторийҙарыңда ундай сифатлы һый булмаҫҡа ла мөмкин.
Тарих битттәренә күҙ һалһаң, был һыйҙан батшалар ҙа баш тартмаған. Ә бына артып ҡалғанын һат, кәзә һөтө бизнесмены бул. Ә бит ул һөттән әҙерләнә торған ризыҡтар ифрат күп. Брынза, сыр, кефир, ҡорот, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, май… Ул сыр, брынзаны нисек итеп дөрөҫ яһау алымдарын интернетта аҙымлап күрһәткәндәр. Иң мөһиме -ҠЫМЫҘ!!!Ҡымыҙ тигәндәй, беҙҙең ҡасабанан йыраҡ түгел бер нисә йыл элек кәзә фермаһы астылар. Бик матур урында, тау итәгендә урынлашҡан. Хужалары – шәхси эшҡыуарҙар. Унда кәзә һөтөнән ҡымыҙ яһайҙар һәм кибеттәргә, санаторийҙарға тараталар. Мин үҙ күҙҙәрем менән санаторийҙа күреп ҡайттым, сығарыусы беҙҙең күрше ауылдың адресы икәнен белдем һәм миңә, тынғыһыҙ кешегә, ҡымыҙҙы яһау тәртибен һәм рецебын ҡайҙан өйрәнгәндәрен белгем килде. Ферма хужаһы Флюра ханым менән таныштым, унан төпсөп һораштым. Ул бер ниндәй ҙә сер яһаманы. Минең өсөн бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ишеттерҙе. Улар беҙҙең Ейәнсура районы аша Сибай ҡалаһына барғандар. Шундағы кәзә фермаһында кәзә тотоу, һөтөнән ҡымыҙ яһау серҙәренә өйрәнгәндәр. Һәм ҡымыҙҙың ойотҡоһон да шунан алып ҡайтҡандар. Миндәге ғорурлыҡ хистәре күкрәккә һыймай торҙо шул саҡта. “Ул яҡтағы халыҡ бигерәк оҡшаны, ихлас күңелле, асыҡтар, гел йылмайып һөйләшәләр”, – тигәс, тыуған яғым халҡының күркәм милли һыҙаттары өсөн бик ныҡ шатландым. Ә беҙҙең яҡтың тәбиғәтенең матурлығына иҫтәре киткән. «Йылғаларҙың төптәре күренеп ята, чиста һыуы (был яҡта таҙа тигәнде аңлата был һүҙ), һәр бер ваҡ таш ниндәй төҫтә булһа, шулай күренә, вәт хайран ҡалдыҡ”, – тиҙәр.
Иии, ул һөт кәзәһе аҫыраған кешеләр үҙҙәренең ниндәй ҙур байлыҡҡа юлыҡҡандарын бәлкем аңлап та бөтмәйҙәрҙер!!! Өйөп тау хәтлем алтын бирһәләр ҙә, кеше улай уҡ бай була алмай. Ул бөгөнгө көндә “экологически чистый продукт“ҡа эйә. Йәғни, “без ГМО, ЕЕЕшек, антибиотиков, наполнителей” һ.б. ҡолаҡҡа ят нәмәләрһеҙ – ҡыҫҡаһы, беҙҙе ҡырыусы “ниғмәттәр”һеҙ. Сифатһыҙ ризыҡ менән магазин кәштәләре шыплап тулған, сифатлыһын табыуы ҡыйын. Шул кәзә һөтө һәм уның һөтөнән әҙерләнгән ризыҡтар бөтөн ер йөҙөндәге халыҡтың сәләмәтлеген нығытып, бер ниндәй сирҙәргә бирешмәйенсә йәшәтә ала. Бының шулай икәненә мин күптән ышана инем, ул ышанысымды тағын нығыттылар. Бары тик аҡса артынан ҡыуған, ул ризыҡҡа теләһә нимә ҡушып, кимәлен арттырыусы фирмалар яһаған ризыҡҡа ышанысым юҡ.
Иҙелбәк ауылында йәшәп ятыусы уртансы апайым Гөлнисаға хәлен беләйем тип шылтыратҡан һайын, беҙҙең һөйләшеүгә һөт кәзәһе килеп ҡыҫыла. Йә ул уларҙы һауып ҡына ингән, йә ҡымыҙын, һөтөн Өфөгә ҡыҙҙарына ебәргән, йә улар бәрәсләгән.... Мин үҙем кәзә һөтөнөң бик файҙалы икәнен ишетеп кенә түгел, эсеп белгәнгә күрә, ҡыҙыҡһынып тыңлайым. Беҙ йәшәгән ерҙән алыҫ түгел бер нисә кеше һөт кәзәләре тота. Ул һөт артынан әллә ҡайҙан кешеләр килә. Бер йылды Мәскәү ҡалаһына барғанда, юлда автобус ватылды. Йүнәтә алмай бик оҙаҡ интектеләр. Бөтөн халыҡ өшөп, ҡатып бөттө. Мин ҡайтҡас, ныҡ ҡына ауырып киттем. Шул ваҡыт кәзә һөтө ярҙам итте. Мин үҙебеҙҙең урамдағы кәзә тотоусы Сәриә апай иртәнсәк кәзәһен һауыуға, ярты литр банкамды тотоп барып етә инем. Йылы, яңы ғына һауған һөттө эсеп ҡайтам. Шулай итеп мин тиҙ еңдем ул ваҡытта сирҙе.
Апайым ул кәзәләре тураһында шундай мауыҡтырғыс итеп һөйләй, минең уларҙы ҡайтып күргем, бигерәк тә ҡымыҙын эскем килә башланы инде. Ә һуңғы тапҡыр һөйләшкән дә кәзә һөтөнә бәйле бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ишеттерҙе. Миндә был турала яҙып сығарыу теләге тыуҙы. ”Кәзә һөтөнөң файҙаһын бөтөн кеше белә инде, яҙып тормайыҡмы әллә, маҡтана тиерҙәр,”– тиһә лә, мин уны күндерҙем. Аллаһы Тәғәлә белемеңде тарат тигән бит. Был бит бик изге ғәмәл. Ғәйбәт һөйләп ултырыу түгел. Апайымдың рөхсәтен алғас, яҙа башланым. ”Бәлки был турала яҙыу кемдәрҙеңдер ғүмерен ҡотҡарыр, бәлки бөгөнгө көндә сирҙән дауа таба алмағандарға сәләмәтләнеү юлын күрһәтер, ә бәлки ашау ризығы ҡиммәтләнгән ваҡытта күп балалы ғаилә башлыҡтарының баштарына дөрөҫ уй индерер, һәм башҡа изге уйҙар тыуҙырыр, онотҡандарҙың иҫенә төшөрөр”,– тип өгөтләгәс, риза булды.
“Еҙнәңдең ҡан баҫымы күтәрелеп яфалана ине, Аллаға шөкөр, көнгә өсәр тапҡыр кәзә һөтөнән ҡымыҙ эсә башлағас, нормалләште, дарыу эсмәй башланы”, – тине. Еҙнәй өсөн мин дә бик ҡыуандым. Ә бына Өфө ҡалаһында йәшәп ятыусы бәләкәй ҡыҙының улы аллергия менән интеккән булған (ул сир бигерәк күбәйҙе балаларҙа, бер яҡтан – әнейҙәр, икенсе яҡтан балалар үҙҙәре интегә). Шул балаға аҙна һайын Өфөгә кәзә һөтө ебәрә икән. Ул бала һөт эсә башлағас, аллергия сигенгән. Ә бер яҡын туғаныбыҙҙа туберкулез сирен тапҡандар. Ул иммунитеты түбәнәйгәс килеп сыҡҡан. Теләһә кемдә был хәл булыу мөмкин бит. (Хәҙер иммунитеты бик шәп кеше һирәгәйҙе инде. Элек һәр кешенең иммунитеты ла, психикаһы ла ныҡ булған. Хәҙер барыбыҙ ҙа шырпыһыҙ ҡабынырға торабыҙ. Тимәк, барыбыҙға ла кәзә һөтөн эсеү зарур). Уға бер нисә ай өҙлөкһөҙ кәзә һөтөн эсертә, ризыҡтарын ашата торғас, итенән аш та бешереп ашатҡас, ул кешенән туберкулез һыпыртҡан. Хатта табип аптыраған, нисек дауалана алыуы менән ҡыҙыҡһынған. Тағын яҡын туғаныбыҙ ашҡаҙан язваһы менән интеккән булған. Ябығып, йүнләп ашай алмайынса йөрөгән кеше хәҙер сирен онотҡан. Язва кәзә һөтө менән шулай уҡ дуҫ түгел.
Хикмәт!!! Мөғжизә!!! Нисек шулай булмаһын, был сирҙәр бит тәндең бер ере генә ауыртҡанға килеп сыҡмаған, ә бөтөн ағзаларҙағы тайпылыуҙар арҡаһында. Тимәк, кәзә һөтөнөң файҙаһы бөтөн тәнгә тейгән, һәр яҡлап дауалаған, уны нығытҡан, иммунитетын күтәргән, тәнгә кәрәкле, файҙалы витаминдар, майҙар, микроэлементтар биргән. Бөтөн ағзаларҙың эшләү функцияһын һәйбәтләткән. ”Ҡымыҙҙың ойотҡоһон Үтәғол ауылында йәшәп ятыусы 80 йәшлек Вәкил ағайҙан алдым. Уның ике кәзәһе бар. Эй, шәп һәм яҡшы ағай үҙе”, – тине апайым. Кемделер маҡтаһалар, шул кешене ҡайтып күрге килә инде. Ул йәштәге кешеләр үҙҙәре бер тарих.
Кәзә һөтө тураһындағы белемемде яңыртайым әле тип интернетҡа индем. Ундағы факттарҙы яңынан уҡып, хайран ҡалып ултырҙым. Кәзә һөтө составындағы витаминдарҙың күплегенә иҫ китерлек. Эйе, ул кәзә һөтөнөң файҙаһы тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә, һыу буйы яҙырға мөмкин. Ғаиләң өсөн тотһаң да, ғәләмәт күп аҡса сығымдарын кәметә, көн һайын тәнебеҙҙе нығытып, сәләмәтләндереп беҙгә рәхәтләнеп йәшәргә ҡамасаулаған сирҙәрҙән ҡотҡара. Дөрөҫ итеп туҡландырһаң, кәзә һөтөнә хас специфик еҫе лә булмай икән.Был турала кәзә тотҡан кешеләр уйланырҙар, интернеттан уның рецебын табырҙар. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, кәзә һөтөнөң файҙаһы тураһындағы белемемде яңыртҡанға ҡыуанам.
Кәзә һөтөнең һыйыр һөтө менән сағыштырғанда төрлө витаминдарға байыраҡ һәм улар кимәле буйынса артығыраҡ. Шуның өсөн кәзә тотҡан кешеләр һыйыр тота алмағандарына борсолмаһалар ҙа була икән тип уйлап ҡуйҙым. Дөрөҫ итеп ҡулланһаң, бөтөн сирҙәрҙән дә тип әйтерлек дауаһы бар икәнен фән иҫбатлаған. Хатта бөгөнгө көндә грипп урынына ҡалған рак сиренән дә файҙаһы көслө. Ә бына уны көн дә ҡулланып торһаң, ул сирҙәр инде кешене урап ҡына үтеп китәләр. Һәйбәт бит!!! Ғәжәйеп һәйбәт!!! Кальций тиһеңме, В1, В6, Д, С, А витаминдары, тәнгә кәрәкле еҙ, тимер, фосфор тиһеңме – дарыуханалар буйлап аҡса түгеп, эҙләп йөрөйһө юҡ. Кәзәнең ашаған ризығынан беҙ белмәгән процестар аша кешегә улар барыһы ла әҙер сығалар. Етмәһә саф, тәбиғи. Ҡәзә малы үләндең сәскәле өлөшөн генә ашауы ла уның һөтөнөң файҙалы икәнен күрһәтеүсе фактор. Аллаһы Тәғәлә барыһында кешегә сәләмәт йәшәргә етерлек итеп биргән. Тик беҙ һаман ситтән нимәлер эҙләйбеҙ, ашауҙы, яһалма тәмләткестәргә иҫебеҙ китеп, һаман боҙабыҙ. Ә беҙҙең ҡаршыбыҙҙа күҙебеҙгә мөлдөрәп, һаҡалын һелкетеп ҡарап торған кәзәне күңел күҙе күрмәй ҙә. Күргәндәргә – афарин, икһеҙ-сикһеҙ рәхмәт !!! Әйтерһең дә кәзә беҙгә: ”Уян инде, әҙәм балаһы. Сиргә баттың бит. Һиңә тағын ниндәй яза кәрәк, бөтөнләй ҡырылып бөтәһегеҙ, беҙ һеҙҙе ҡотҡарырға ебәрелгән йән эйәләре”, – ти. Мин һәр ваҡыт кәзә малының ҡарашын күпте күргән, аҡыл йыйған оло кешеләр ҡарашына оҡшатам. Кәзәнән дә аҡыллыраҡ итеп ҡараусы мал бар микән?
Әлбиттә, кәзә һөтөн дә ҡулланырға ярамаған тыйыуҙар (противопоказания) бар. Ләкин улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Был ризыҡҡа аллергия булһа, ашҡаҙан аҫты биҙе ауыртҡан осраҡта, эндокрин система дөрөҫ эшләмәү арҡаһында һимереү осрағында. Был турала ҡыҙыҡһынған кеше шулай уҡ интернеттан тулыраҡ мәғлүмәт таба ала. Үҙен дауалаған табип менән кәңәшләшә ала. Белмәгән кешеләрҙән һатып алған осраҡта ҡайнатып сығарырға кәрәк. Самаһын белеп, дөрөҫ итеп ҡулланһаң, тәнеңә тәүлек әйләнәһенә файҙалы кәзә һөтө ризыҡтары инеп, йәшәү энергияһы, һәр ағзаға көс-ҡеүәт биреп торор. Эшләүе лә, йәшәүе лә рәхәт. Сөнки йәне-тәне сәләмәт кеше генә был доньяның бар төҫтәрен сағыу итеп күрә, шатлыҡтарына кыуана белә, һәр тыуған көнөн Аллаһыға рәхмәт әйтеп, шөкөр итеп йәшәү, эшләү теләге менән ҡаршылай.
Реформалар уға кәрәк түгел,
Бесән булһа етә, һыу булһа.
Тормош бөтөн, хужалары
Һөтөн һауып, ризыҡ яһаһа.
Баҫтырырға иң ҙур постаментҡа
Лайыҡ беҙҙә күптән кәзәләр.
Халҡым әйтер үҙенең хаҡ һүҙен,
Минең һүҙҙән әгәр көлһәләр.
Читайте нас: