+4 °С
Ясна
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
21 Сентябрь 2018, 17:40
ЙӘЙ МЕНӘН КӨҘҘӨҢ ТУЙЫ
Йәй менән Көҙ ҡауышҡандар, Тәбиғәттә туй мәле. Һый - ниғмәттән һығылып тораЗиннәтле туй өҫтәле.
Йәй менән Көҙ ҡауышҡандар,
Тәбиғәттә туй мәле.
Һый - ниғмәттән һығылып тора
Зиннәтле туй өҫтәле.
Һимеҙ тәкәләр һуйылған,
Бал-май, ҡымыҙ, буҙаһы,
Емеш-еләк, йәшелсәһе —-
Барыһы теҙеп ҡуйылған.
Оҫтабикә шул —Тәбиғәт,
Һыйҙы мул әҙерләгән.
Туй майҙаны шундай ҡупшы,
Нәзәкәтле биҙәлгән.
Зәңгәр сатыр япҡан ерҙә
Буй балаҫтар йәйелгән,
Йәшел буҫтау келәмдәргә
Алтын нағыш сигелгән.
Нур-моңға сумып әйләнә
Кейәү менән йәш кәләш.
Йола буйынса йәштәргә
Һибелә алтын тәңкәләр.
Таҡмаҡ әйтеп шаян көйгә
Һикерәңләй турғайҙар,
Туй ҡеүәтен күтәреп, Ел
Уйнай ҡырлы ҡурайҙа.
"Байыҡ"ты бейей ҡарт Имән
Баһаһын белеп кенә.
"Заһиҙә"гә төшә Ҡайын,
Атламай —"йөҙөп" кенә.
Уҫаҡ ҡоҙаға күҙ ҡыҫа
Шаян Миләш ҡоҙаса .
Боронғо туй йолаһы бит —
Ҡоҙаса күңел аса .
Әрһеҙ Иңкеш бер мөйөштә
Һурып үбә Сәскәне,
Бәлки бер мәл уларҙың да
Сәсе сәскә бәйләнер .
Был туйҙа мин дә бейенем,
Мул һыйҙан ауыҙ иттем.
Һеҙ ҙә күрмәйсә ҡалмағыҙ ,
Туй әле дауам итә.
11.09.2018.
Читайте нас: