Помидор менән һуғандан тәмле салат
1 кг помидор(тығыҙыраҡ һәм бер төрлөрәктәрен һайларға тырышығыҙ), 0.5 кг һуған, 9 % уксус, шыйыҡ май.
Маринад өсөн: 1 литр һыуға 4 сәй ҡалағы шәкәр, 3 сәй ҡалағы тоҙ.
Помидор менән һуғанды ҡулсалап турайбыҙ ҙа 0.5 банкаларға ҡатлап теҙәбеҙ. Банкалар тулғас икешәр сәй ҡалағы уксус һәм май, ҡайнар маринадты ҡойоп сығабыҙ ҙа, 15 минут стерилләйбеҙ ҙә ҡапҡаслап түңкәреп ҡуябыҙ
3 кг помидор, 25 болгар боросо, 5 эре кишер, 5 эре һуған, 1 стакан шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ (өймәләмә), 1 стакан үҫемлек майы, 9%-лы 100гр аш һеркәһе.
Помидорҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Шәкәр, тоҙ, май ҡушып 15 минут ҡайнатабыҙ.
Борос менән һуғанды ярымбалдаҡ итеп турайбыҙ, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Йәшелсәләрҙе ҡайнап ултырған соусҡа ҡушабыҙ ҙа йәнә 15 минут ҡайнатабыҙ. Аш һеркәһе ҡушып, банканың ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
4,5 кг сөгөлдөр эре тишекле ҡырғыста ҡырыла; 1,5 кг помидорҙы ит турағыс аша үткәрелә; 200-250 грамм 9% аш һеркәһе; 500 грамм татлы борос ваҡ итеп турала; өймәләмә 2 аш ҡалағы тоҙ; 200 грамм ваҡ итеп туралған һарымһаҡ; 500 грамм ваҡ итеп туралған һуған; 0,5 л үҫемлек майы; 3 ус туралған петрушка.
Ҙур һауытта майҙы ҡыҙҙырып алғандан һуң 10 минутҡа һуған төшөрөргә, унан помидор, аш һеркәһе, һарымһаҡ, петрушка, тоҙ, шәкәр,
тәменә ҡарап борос өҫтәлә. Ҡатнашма ҡайнап сыҡҡандан һуң сөгөлдөр, татлы боросто ҡушып, 40-45 минут талғын утта тоторға. Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын