Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
24 Сентябрь 2018, 12:10

ЗЫЯШ ҠОҘОҒО

Шишмәләрҙең береһенең исеме тыуған ауылым Биштирәк ауылы ҡыҙы Зыяш апайға бәйле һәм Зыяш ҡоҙоғо тип аталғанын яңыраҡ ҡына белдем...

Ҙур туғанлыҡ хистәре бәләкәй мәлдәрҙән, ошондай урындарҙа күрешеүҙән башланалыр

Ҡоҙоҡтар... Шишмәләр… Әле бер ерҙән, әле икенсе ерҙән ерҙе төртөп тишеп, селтерәп ағып сығып ятыусы күпме шишмәләр бар ер йөҙөндә. Әйтерһең дә, улар кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, һәр ваҡыт таҙа һыу эсһен, тип тырыша. Беҙҙең дә Ейәнсура районы – шишмәләр төйәге. Исемле, исемһеҙҙәре, тарихлы, тарихһыҙҙары – һанап бөткөһөҙ. Тик бер уртаҡ яҡтары барыһын да берләштереп тора. Улар барыһы ла әҙәм балаһы сәләмәт тәнле һәм айыҡ аңлы булһын өсөн көнө-төнө селтерәп ағып ята. Сөнки бары тик саф һыу эскән һәм сифатлы ризыҡ ашаған тән һәм йән сәләмәт була ала.
Минем әтейем беҙҙең ауылдың тирә-яғындағы шишмәләрҙең күбеһенең урынын һәм исемен белә ине. Йәй көнө бесән әҙерләргә сыҡҡанда, әтей мотлаҡ шишмә янына алып бара, атын шунда туғара. Шул арала усаҡ яғып ебәрә, сәй ҡайната торғас, ҡоромға буялып бөткән сәйнүген аҫа, шунда уҡ аш бешерә торған ҡаҙан эленә. Бына шул тәмле сәй ҡайнап сығыуға, беҙ инде бераҙ эшләп алған булабыҙ. Ашъяулыҡ өҫтөнә тәмле икмәк теленеп ҡуйыла, килгәс тә һалҡын һыуға тығып ҡуйылған ҡаймаҡ килеп ҡунаҡлай, тәмле бал килеп ултыра, ер өҫтөнә түшәлгән ашъяулыҡ өҫтөнә бешкән күкәйҙәр ҙә тәгәрәй. Ә күпереп бешкән икмәк теленеп ҡуйылғас, донъя түгәрәкләнә. Сөнки ул икмәктең ни дәрәжәлә тәмле булғанын, әнейҙәр бешергән икмәккә ер йөҙөндә бер ризыҡ та яҡын тормағанын хәҙер аңлайым. Их, бер телемен генә ашайһы ине, тим. Бына шунда инде донъяның рәхәте! Әтей төрлө үләндәр һалып ҡайнатҡан сәйҙең тәме әле лә хәтерҙә.
Шул шишмәләрҙең береһенең исеме тыуған ауылым Биштирәк ауылы ҡыҙы Зыяш апайға бәйле һәм Зыяш ҡоҙоғо тип аталғанын яңыраҡ ҡына белдем. Ул турала “Ауылым шишмәләре”ндә яҙылды. Тик ул шишмәгә тағын бер әйләнеп ҡайтырмын тип уйламаным да.Әммә донъя үҙенсә тәгәрәй, һәм унда бик ҡыҙыҡлы көтөлмәгән хәлдәр булып тора.
Беҙ эштең иң күп төрлөһөн эшләп үҫкән замана балалары. Бесән дә сабырға, күбәләргә, кәртә башына ырғытырға ла тура килде. Совхоз малдары өсөн әҙерләргә сығыу үҙе бер ҡыҙыҡлы ваҡиға булып иҫтә ҡалған. Шишмә, йылға янында усаҡ яна... Ҡаҙанда тәмле аш борлай... Күп осраҡта һарыҡ итенән. Уның тәмлелеге! Ҡарағат япрағы еҫе аңҡып торған сәй. Ә икмәкте үҙебеҙ менән алып килә инек. Төшкө аш алдынан шишмә янына ҡул -бит йыуырға төшһәк, мотлаҡ һыу һибешеп уйнай инек. Хәҙер уйлайым да хайран ҡалам, үҫмер саҡты үткән, йәштәр ҡорона ингән булһаҡ та, ысын күңелдән бәләкәй балалар кеүек рәхәтләнеп уйнағанбыҙ, шаярғанбыҙ. Ә бит әле эштең күплеге!!! Өйҙә лә әнейҙәр ҡушҡан эште үтәйбеҙ ҙә, уйнарға тотонабыҙ. Тупты ғына нисәмә төрлө итеп стенаға ырғыта инек. Бот аҫтынан да, билдән дә, баш менән дә һуға инек... Хәҙер балалар шаяра ла, йүнләп уйнай ҙа белмәй һымаҡ миңә. Ниндәй ҡырыҫ замана етте. Балаларҙы ла ҡыҫты. Мин ейәнсәремә беҙҙең баласаҡ уйындарын өйрәтәм дә, ул хайран ҡала. Ә күмәк бесән әҙерләгәндәге шуҡлыҡтар! Әлбиттә, уларҙы күберәк егеттәр башлай ине.
Зыяш апай ҙа ул көндә ауыл йәштәре менән бесән сабырға сыҡҡан. Йәштәр төшкө аш ашарға тип ҡоҙоҡ янына төшкәс, һыу һибешеп уйнай башлайҙар. Шул саҡ Рәфҡәт исемле егет Зыяш апайҙы күтәреп ҡоҙоҡҡа төшөрә. Зыяш апай ҡойоноп сыҡҡан ҡоҙҙоҡҡа уның исеме беркеп ҡала. Әле ул ваҡытта үҙенең өлөшөнә төшкән көмөшө армияла хеҙмәт итә, оҙаҡламай юлдары осрашасаҡ, ул егет менән сәстәре-сәскә бәйләнәсәк һәм бәхетле тормош юлын үтәсәктәр тип уйламаған Биштирәктең сибәр, сая ҡыҙы уйнап- көлөп бесән әҙерләгән...
1949 – 1950 йылдар... Ауыр һуғыш йылдары үтеп, бөтөн ил әкрен генә яу яраларынан арынып килгәндә, илде бөтөн яҡлап күтәрергә, нығытырға тип олоһо-кесеһе тырмашып ятҡан йылдарҙа, Әҙелхан ағай (Бөгөнгө көндә Иҙелбәк ауылында йәшәп ятыусы, райондың почетлы гражданины, ике тапҡыр орденға лайыҡ булған алдынғы чабан – уның хаҡында яңыраҡ гәзиттә мәҡәлә яҙылды) өс йыл армияла хеҙмәт итеп тыуған яғына ҡайта. Тома йәтим булып армияға киткән егет ҡайтып төшөр ере булмағас, Ҡаҙанболаҡ кәшәренә, ҡасандыр уларҙың ғаиләһенә ярҙам ҡулы һуҙған Өмөт апайҙың ғәиләһенә килә. Киләсәктә уҙасаҡ тормош юлының бәхетле башланғысы ошо ҙур булмаған ауыл йортонда икәнен ул да белмәй әле. Бары тик изге йөрәкле Өмөт апайы янына ҡайта. Өмөт апай үҙенең дүрт ҡыҙы янына Әҙелханды ла һыйҙыра. Һуғыштан һуң йәтимдәрҙе үҙ ғаиләләренә күптәр шулай һыйындырған, үҙ балаларылай күреп тәрбиәләгән. Егет күҙе ҡыҙҙарға төшмәй булмай. Әҙелхан ағай ҙа Өмөт апайҙың өсөнсө ҡыҙы Зыяшҡа күҙ һала. Шундай етеҙ, эшсән һәм бик сибәр булыуы менән ул егеттең күңелен арбай. Оло ҡыҙҙарын ҡоҙалап ҡоҙалар килеп китеүгә, Әҙелхан Өмөт апайҙан Зыяштың ҡулын һорай. Булдыҡлы, уңған, тыйнаҡ был егет, әлбиттә, Өмөт апайға бик оҡшай. Ул ҡыҙының шундай һәйбәт егеткә кейәүгә сығыуына риза була. Зыяш апай менән Әҙелхан ағай бик бәхетле пар булып йәшәй, һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Урының ожмахта булһын, Зыяш апай.
Ә бына әнейебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәрсәйебеҙ исемендәге ҡоҙоҡ бар тип, уны барып күрергә ынтылып тороусы Зыяш апайҙың дауамдары барлығын ишеткәс, күҙгә йәштәр килде. 2018 йылдың июнь айында, һигеҙ балаға ғүмер бүләк итеп кенә ҡалмаған, уларҙы лайыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар итеп үҫтергән Зыяш апайҙың һәм Әҙелхан ағайҙың балалары балаларын эйәртеп ошо ҡоҙоҡ янына килеп, кәртәләүҙәрен буяп, яҙыу яҙып элеп, уйнап, ял итеп ҡайталар. Быуынды быуынға ялғап тороусы, тоҡом ептәрен өҙмәүсе ваҡиға!
Фирҙәүес исемле ҡыҙҙарының ҡыҙы Эльвина бик яҡты хисле, алсаҡ күңелле, өләсәй-ҡартай, туғандар тип өҙөлөп тороуы менән мине арбаны. “Был ҡоҙоҡ тураһында мин бәләкәй саҡтан уҡ белә инем. Бабайым менән әбейем беҙҙе бәләкәй саҡта үҙҙәренең йәшлектәре үткән ерҙәргә йә еләк, йә ҡурай еләге йыйырға алып барҙы. Беҙ әбейем исемендәге шишмә янына барып сәй эсеп ҡайта инек. Ул ерҙәге тәбиғәт бик матур булып иҫтә ҡалған. Әбейем һәм бабайым ҡартая килә ул ҡоҙоҡ янына барыу туҡталып торҙо. Быйыл йәй беҙ күмәк йыйылып бабайыбыҙ янына ҡайттыҡ. Беҙҙе бик ҡыуаныслы сюрприз көтөп тора ине. Биштирәк ауылы китапханаһы хеҙмәткәре Гөлсәсәк Аҫылғужина шылтыратты, улар ҡоҙоҡто таҙартып, кәртәләп ҡуйған икән. “Әйҙәгеҙ, балалар, беҙ ҙә барып күреп, кәртәләүҙәрен буяп, иҫтәлектәрҙе яңыртып ҡайтайыҡ”, – тине бабайыбыҙ. Беҙ шатланып риза булдыҡ. Был урынға барыу шундай тулҡынландырғыс, иҫ киткес ҡыуаныслы ваҡиға булды. Бер мәлгә үткән йылдарға әйләнеп ҡайтҡандай, шул ваҡиғалар эсендә бөтөрөлгәндәй булдыҡ. Ул шишмәгә ҡарап торғанда мин хатта әбейемдең еҫен һиҙгәндәй булдым, ул ел алып килгән ошо ерҙең еҫе икән. Ә әбейемдең ейәнсәрҙәре, беҙҙең балалар өсөн был урынға килеү, уның тарихын белеү – уларҙың күңелдәрендә мәңге онотмаҫлыҡ хистәр ҡалдырғандыр, тип уйлайым. Был бит – ата-бабалар саҡырыуы. Ошо аһәңде тойоу, уның еҫен һиҙеү, ул ерҙә ялантәпәй атлап йөрөү, һыуын эсеү уларға бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡлы миҙгелдәр бирҙе. Улар үҙҙәрен бер тоҡом ебенең бәйендә, бер бәйләнештә икәнен һиҙгәндәрҙер, шул бәйләнеште юғалтмайынса йәшәргә кәрәк икәнен аңлағандарҙыр, тип уйлайым. Бала саҡта һеңгән хистәрҙе бер ниндәй замана елдәре лә юя алмай. Улар ваҡыт үткән һайын, яҡтыраҡ, ҡиммәтерәк була бара. Ә минең өсөн әбейем һәм бабайыма бәйле урындарҙа булу – ул ғорурлыҡ, быуындарҙы-быуынға бәйләүсе күренеш, тоҡом ағасын нығытыусы мәл. Ҙур туғанлыҡ хистәре лә ошо бәләкәй мәлдәрҙән, ошондай урындарҙа күрешеүҙән башланалыр. Тыуған ер, туғандар, туғанлыҡ бер-береһенә ныҡ бәйле, бер тамырҙағы һүҙҙәр. Үҙ әбей-бабайҙарыңдың яҙмышына, тарихына битараф булыу ошо һүҙҙәрҙән баш тартыуға тиңдер инде ул. Мин ошо матур ерҙән һүҙҙәр менән генә аңлатып, яҙып булмай торған хистәр, күңел күтәренкелеге, йәшәү көсө алып ҡайттым. Киләсәктә лә килергә, күрергә насип булһын, беҙҙең ейәнсәрҙәрҙе эйәртеп килергә яҙһын тигән ҙур теләктә ҡалдым”.
Был һүҙҙәргә тағын ниндәй һүҙҙәр өҫтәйем икән тип уйланып ултырҙым. Ниндәйҙер ҡымғыуыт, ығы-зығы осоронда йәшәйбеҙ. Күрше – күршене, туған – туғанды белмәйенсә йәшәү, бер- береңдән көнләшеү, дошманлашыу осраҡтары ла күбәйҙе, тиҙәр кешеләр үҙҙәре лә. Туғанын онотҡан – тыуған ерен онотҡанға тиң була түгелме һуң? Тыуған ерен онотҡан үҙ тарихын, артынан һуҙылыусы, уны ер йөҙөндә йәтим ҡалдырмаҫҡа тырышыусы туғансыллыҡ ептәрен өҙөүсе була түгелме һуң? Ошо ептәр нығынһын, беҙҙең балалар, ейәнсәрҙәр ер йөҙөндә тома йәтим ҡалмаһын өсөн үҙ өләсәй-ҡартайҙарҙың тарихын белеү бик мөһимдер, хатта уны иң ҡиммәтле йәдкәр һымаҡ бер быуындан икенсегә тапшырыу – иң изге бурысылыр кешенең.
Читайте нас: