Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
14 Ноябрь 2018, 14:04

ҺӘР АТҠАН ТАҢ ХЕҘМӘТТӘН БАШЛАНА

Илһөйәрлек рухы һүҙҙәрендә генә түгел, йәшәйештәрендә сағылған дан ғаиләләр бар. Шундайҙарҙың береһе ул Самаҙы ауылында йәшәгән Байгилдиндар.

Илһөйәрлек рухы һүҙҙәрендә генә түгел, йәшәйештәрендә сағылған дан ғаиләләр бар. Самаҙы ауылы хеҙмәт ветерандары Мәрфүзә һәм Ҡасим Байгилдиндарҙың дүрт улы ла тыуған ауылында төпләнгән, беҙ уларҙың өсөнсө улдары Баязит йортонда туҡталдыҡ. Бер тирәлә көн күреүҙең ыңғай яҡтары бихисап, егеттәр бөтмәҫ-төкәнмәҫ ауыл эштәрен күмәк көс менән атҡарып сыға, килендәштәр үҙ-ара килешеп йәшәй. Миңсара һәм Баязит Байгилдиндар иһә ихлас аралаша белеүҙәре, ҡунаҡсыллыҡтары, уңғанлыҡтары, тормоштоң һәр хәл-торошонан тик ыңғай яҡтар күрә белеүҙәре, тормош яратыуҙары менән һәр кешенең күңелен яулай. Йорттары ла бында ысын хужалар йәшәүен раҫлап, йылы, ҡотло, йәмле. Бындай ырыҫлы ояны барлыҡҡа килтереү бер-береһен аңлап йәшәгән хужа менән хужабикәгә еңелдән килмәгән. Шулай ҙа зарланыу, һуҡраныу уларға хас ғәҙәт түгел.
– Биш йәшемдә генә әсәйһеҙ, ғөмүмән, әсәй-атай наҙынан иртә ҡалһам да, артабанғы тормошомда, әлеге көндә үҙемде бәхетле һанайым, ышаныслы тормош юлдашым, аҡыллы балаларым, бөртөкләп йыйған донъябыҙ, яратҡан эшебеҙ, яҡшы ауылдаштарыбыҙ бар, – ти Миңсара. Байгилдиндар менән хужабикәнең бер туған һеңлеһе, бала саҡтан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән Сәлимә егерме өс йыл бергә йәшәй.
Баязит Ватан алдындағы һалдатлыҡ бурысын үтәгәндән һуң хужалыҡ тарҡалғансы урындағы “Дружба” колхозында механизатор булып, Миңсара төрлө эштәрҙә эшләй. 1992 йылда ике йәш йөрәк законлы никахҡа тора, туй үткәрә. 1998 йылдан ҡулы аш-һыуға оҫта ҡатын мәктәптә ашнаҡсы булып хеҙмәт юлын дауам итә, әле лә балаларҙы яғымлы йөҙө, тәмле һыйы менән ҡыуандыра. Баязит быйылға тиклем газ ҡаҙанлығы операторы булған. Байгилдиндарҙың икеһе лә ныҡ тырыш, үҙҙәренең өс улын мохтажһыҙлыҡта уҡытыу өсөн бар көстәрен һалалар. Баязит тракторы менән йылдың һәр миҙгелендә кәсеп итә, йәй буйына өс һыйырҙың һөтөн тапшырып, яҡшы ғына килем алып торғандар, хужабикә айына ике шәл бәйләп өлгөртөп тора, уны һатыу ҙа ғаилә янсығына тос өлөш булып ята. Мал-тыуарҙы, картуфлыҡты, баҡсаны йылдан-йыл арттыра баралар.
Атай-әсәйҙәр һәр дәүерҙә балаларын уҡытырға, һөнәр алырға өндәргә ынтылған. Байгилдиндарҙың улдары тәртипле һәм уҡымышлы. Фидәил автотехникумды тамамлап, Мәскәүҙә эшләй, Ирәндек авиация университетының бишенсе курсында уҡый, Нургиз – аграр колледж курсанты.
Ауыл ерендә мул тормошта йәшәү өсөн көндәлек түҙемлелек, зирәклек, егәрлелек, тапҡаныңды әрәм-шәрәм итмәү кәрәк. Балаларҙа ата-әсәнең донъя көтөүендә әүҙем ҡатнашып, үҙ аллы тормош көтөүгә яҡшы әҙерлекле булып үҫә. Өмбәт ҡыҙы Миңсара менән Самаҙы егете Баязиттың да һәр атҡан таңы хеҙмәттән башлана, афарин.
Читайте нас: