Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
5 Апрель 2019, 16:10

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы күмәкләп мыҫҡыл итеүҙән ҡотҡарған

Ошо көндәрҙә Өфөләге полиция бүлегенә 31 йәшлек Баймаҡ районы кешеһе мөрәжәғәт иткән. Ул ике ирҙең уның дуҫлашып йөрөгән ҡыҙын мәсхәрәләргә маташыуҙары хаҡында хәбәр иткән.

ӨФӨ, 2019 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Ошо көндәрҙә Өфөләге полиция бүлегенә 31 йәшлек Баймаҡ районы кешеһе мөрәжәғәт иткән. Ул ике ирҙең уның дуҫлашып йөрөгән ҡыҙын мәсхәрәләргә маташыуҙары хаҡында хәбәр иткән. Асыҡланыуынса, белдереүсе һәм уның һөйгәне таныш булмаған ике ир менән кәйеф-сафа ҡорған. Иҫерек ирҙәр Баймаҡ районы кешеһен ҡыуып сығарған һәм уның ҡыҙын туҡмай башлаған, һуңынан мыҫҡыл итергә маташҡан.
Ир шунда уҡ яҡындағы полиция бүлегенә йүгергән. Дежур хеҙмәткәрҙәр тиҙ арала күрһәтелгән адрес буйынса килеп еткән.
«Һөжүм итеүселәрҙең береһен енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәре тотҡан. Икенсе енәйәтсе бысаҡ менән полиция лейтенанты Марат Бикмәтовҡа янай башлаған. Һаҡланыу алымын ҡулланып, полицейский ирҙе ҡоралһыҙландырған һәм уны тотҡан», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Енәйәттә ғәйепләнеүселәр — Өфөлә йәшәгән 30 һәм 33 йәшлек ирҙәр, уларҙың береһе элек тә хөкөм ителгән булған. Улар Рәсәйҙең республика буйынса Тәфтиш комитетына тапшырылған. Бынан тыш, полицескийға ҡорал менән һөжүм итеү осрағы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу өсөн материал йыйылған.
«Республиканың эске эштәр министры полиция генерал-лейтенанты Роман Деев һөнәри бурысын намыҫлы үтәгән өсөн полиция лейтенанты Марат Бикмәтовты бүләкләү тураһында ҡарар ҡабул иткән», — тип өҫтәнеләр ведомствола.
Читайте нас: