ӨФӨ, 2019 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо тураһында хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 5 апрелдәБашҡортостанда көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан — секундына 3-8 метр, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә — 6-11 градус йылы.
6 апрелдә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, төндә ҡар ҡатыш. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә — минус 2-нән плюс 3-кә тиклем, айырым райондарҙа 6 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ күпкә йылыраҡ — плюс 7-12 градус.
7 апрелдә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй: урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, төндә ҡар ҡатыш. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә — минус 2-нән плюс 3-кә тиклем, ҡайһы бер райондарҙа 6 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ — 7-12 градус йылы.