Ленин бабай башланғыс һалған шәмбе өмәләренең 100 йыллығы хөрмәтенә үткән тәүге өмәнән һуң хеҙмәттәшебеҙ Гөлшат Имелбаева тәме таныш, формаһы ят тәмлекәс алып килгәйне. Бик оҡшаны! “Ныҡ күләмле булғас, күстәнәскә йәтеш, моҡсай тула ла ҡуя!” – тип шаяртып та алды әле ул. Беҙ унан рецебын һорап алдыҡ та һеҙҙең менән уртаҡлашырға булдыҡ.
Беҙгә ярты стакан (100гр.) һөт, 2 йомортҡа, бер семтем шәкәр ҡомо, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 балғалаҡ һеркәлә һүндерелгән сода, 400 гр. тирәһе он кәрәк буласаҡ. Ныҡ ҡаты ғына ҡамыр баҫабыҙ ҙа пакетҡа төрөп, һыуытҡысҡа һалып торабыҙ. Ярты сәғәттән ҡамыр йомшара төшә, баҫыуы еңел буласаҡ. Сыртлатҡансы оҙаҡ ҡына клеенка өҫтөндә баҫабыҙ. Ике өлөшкә бүлеп, йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ. Ҡош теленә әҙерләгән һымаҡ таҫмалар ҡырҡып сығабыҙ. Ҡыҫҡаһы, яҡынса 10х18 см ҙурлығында дүрткелдәр әҙерләйбеҙ. Дүрткелде уртаға бөкләйбеҙ ҙә ситенә 2 см еткермәй, нәҙек итеп телгеләйбеҙ (Яңы йыл фонариктары кеүек). Дүрткелде асабыҙ ҙа ҡапма-ҡашы мөйөштәрҙе йәбештерәбеҙ. Ҡалған мөйөштәрҙе тәүге икәүһенә беркетәбеҙ. Мөйөштәр елһегән булып, йәбешмәһә, саҡ ҡына һыулап алығыҙ. Әҙерҙәрен кибеп китмәһен өсөн таҫтамал менән ябып тороғоҙ. Сөм табала мул һалынған үҫемлек майында әҙ-әҙләп бешерәбеҙ. Бешкән берен ҡағыҙ таҫтамал өҫтөнә һалып торабыҙ. Ә сиропҡа 150 гр шәкәр ҡомон 100 гр һыуҙа иретеп сироп эшләйбеҙ ҙә, әҙ генә һыуынғас, 2 ҡалаҡ бал өҫтәйбеҙ. Ошо сиропта берәмләп йөҙҙөрөп алыбыҙ. Аҙаҡ һәр кем үҙе теләгәнсә биҙәй ала.