– Һеҙҙән алты йөҙ ҙә ҡырҡ һум, – тип йылмайып ҡараны миңә йәш кенә һатыусы ҡыҙ.
Мин ҡулымдағы бер меңлек ҡағыҙ аҡсаны уның ҡулына һуҙҙым. Исемһеҙ бармағында алтын балдаҡ ялтырап күренеп ҡалды. “Йәш кенә булһа ла кейәүҙә икән”, – тигәнерәк уйҙар йүгереп үтте минең башымдан...
Бер ҡулыма һатып алған әйберҙәрҙе, икенсе ҡулыма мең һумдан артып ҡалған ҡағыҙ аҡсаларҙы тотоп урамға сыҡтым. Тышта яңы ҡыш башланып тора – бөтә донъяны ап-аҡҡа күмеп, ябалаҡлап ҡар яуа. Шуға кәйеф күтәренке. Таныштар, шулай уҡ таныш булмағандары менән дә һаулыҡ һораша-һораша ҡайтыу ғына ыңғайланым. Бара биргәс, бармаҡтар өшөй башланы. Туҡта, мин әйтәм, аҡсаларҙы кеҫәмдә ятҡан янсыҡҡа һалайым да бер ҡулымды булһа ла кеҫәмә тығып ҡайтайым, тип юлдың ситенәрәк сығып, пакетымды ергә ҡуйҙым да курткамдың түш төймәләрен ысҡындыра башланым. Бер ҡулым менән ысҡындырам, үҙем икенсе ҡулымдағы аҡсаларға ҡарайым.
“Туҡта, туҡта, мин магазиндан әйберҙәрҙе алты йөҙ ҙә ҡырҡ һумға һатып алғайным, шикелле... Һатыусыға мең һум бирҙем... Ә минең ҡулымда биш йөҙ ҙә алтмыш һум... Ул миңә өс йөҙ ҙә алтмыш һум ҡайтарып бирергә тейеш ине бит... Ике йөҙ һумға артыҡ биргән булып сыға инде... Эйе, ике йөҙ һумға артыҡ биргән шул... Ни эшләргә?” Мин баҫҡан урынымда ҡулымдағы аҡсаны ҡат-ҡат һанайым. Үҙем юлымды дауам итергәме әллә кире боролорғамы тигән һымаҡ бер алға, бер артҡа ҡарап алам. Ысынлап та, ни эшләргә? Шул ваҡыт һул яҡ ҡолағыма кемдер:
– Нишләп аптырап ҡалдың? Аҡсаңды кеҫәңә һал да, бер нәмә лә уйламай ҡайтыуыңда бул! – тип бойороҡ бирҙе. Аптырап, һул яғыма боролоп ҡараным – берәү ҙә юҡ. Уң яҡта ла... Ҡыҙыҡ, кем өндәште ул миңә?
– Кем тип аптырайһыңмы әллә? Мин бында, һул ҡолағың тишегендә ултырам.
– Нисек инде һул ҡолағымда? Кем ул һин? – Әҙерәк ҡурҡып киттем.
– Кем булһын, һинең ғүмерлек юлдашың – шайтан булам.
Хәҙер инде аптырауымдан саҡ ултыра төшмәнем. Бәләкәй сағымда ҡәрсәйем, һул яҡ яуырыныңда шайтан ултыра, ул һине һәр ваҡыт алама эштәргә ҡотортасаҡ, тип һөйләй торғайны. Шул ысын булып сыға түгелме?
– Дөрөҫ, дөрөҫ! Шулай булып сыға, – тине теге тауыш. – Тик ҡәрсәйең әҙерәк шыттырған. Кешеләргә һәр ваҡыт яҡшылыҡ ҡына теләйем мин.
– Ә ниңә яуырында ултырмайһың?
– Элек бит ул... Хәҙер беҙгә баһа артты – үрләттеләр.
Мин бөтөнләй телһеҙ ҡалдым. Ышанырғамы, әллә юҡмы? Тиҙ генә беләгемде семтеп ҡараным – ауырта... Өҫтән яйлап ҡына төшкән ҡар бөртөктәре аҫтына устарымды ҡуям – ирейҙәр... Янымдан үтеп барған йәш ҡатындарға ҡарап йылмайҙым, улар ҙа миңә яуап итеп йылмайҙылар... Шулай булғас, был төш түгел, бөтәһе лә өндә булып сыға бит һуң...
– Ха-ха-ха! – тип шайтан көлөп ебәрҙе. – Төш күрәм, тип уйлағайныңмы әллә? Хәҙер ышандыңмы инде? Бар, бар, ҡайтыуыңда бул. Аптырама буш юҡҡа!
Ни эшләйһең инде, ышанырға тура килде. Бына шулай, мин шайтан менән һөйләшә башланым. Кеше ышанмаҫлыҡ хәл бит!
– Ней, улай ярамаҫ ул, аҡсаны кире алып барып бирергә кәрәк, – тигән булдым тегегә.
– Нимә, һин ул аҡсаны урланыңмы әллә?
– Ҡулынан тартып алып ҡастыңмы?
– Юҡ, юҡ... Яңылыш биреп ебәрҙе бит ул. Тормошта була торған хәл. Йәш бит әле...
– Бына шул, шул. Йәш тигән булып йәлләйһегеҙ ҙә... Беләһеңме, бер тапҡыр хужаһы кәрәген бирһә, башҡа яңылышмаясаҡ ул. Иҫләйһеңме, һин бер тапҡыр биш йөҙ һум аҡса юғалтҡайның. Береһе алып килеп бирҙеме? Шул, шул... Уның ҡарауы, ҡатыныңдан эләккәс, аҡылға ултырҙың. Хәҙер һәр тинеңде һанайһың. Шуға, әйҙә давай, өйөңә табан атла...
Былай хаҡ һүҙҙәр һөйләгән һымаҡ. Шайтан булһа ла аҡыллы ғына күренә. Дөрөҫ әйтә ул: бөгөн миңә артыҡ биреп ебәрҙе, иртәгә икенсе кешегә. Унан һуң кемгәлер еткермәй бирер... Ә бына магазин хужаһы ошо аҡса өсөн уны яуапҡа тарттырһа: эш хаҡын ҡырҡып, премияһын бирмәһә – башҡа яңылышмаҫ. Ҡара әле, аҡсаны апарып бирмәйем икән, һатыусыға яҡшылыҡ эшләйем булып сыға түгелме ни? Шулай шул. Ә шайтан, минең фекерҙәремде хуплап, ләпелдеге сыға:
– Дөрөҫ, брат, дөрөҫ! Хатаңа яуап бирмәй тороп, тәртипкә ултырып булмай ул. Шуға, әйтәм бит, борсолмай ғына атлауыңда бул. Юл ыңғайында “Магнит” магазинына инеп сыҡ. Ҡасанан бирле инде ҡатының менән бер тортҡа аҡса йәлләп йөрөйһөгөҙ. Бына хәҙер шуны һатып ал. Буштан килгән аҡса бит ул...
Шайтан шулай бер туҡтамай аҡыл һатты ла һатты. Мин уға артабан ҡаршы килеп торманым. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тиҙәр беҙҙә. Шуға пакетымды күтәрҙем дә, йылмайған булып, эре-эре аҙымдар менән алға табан атланым. Ысынлап та, торт һатып алырға ла ҡатын менән рәхәтләнеп ултырып сәй эсергә. Шунан бөтәһе лә онотола ул. Ғөмүмән, мин буш юҡҡа баш ҡатырам шикелле...
Тик йылмайыуым оҙаҡҡа барманы – ни өсөндөр кәйефем юғалды. Йөрәкте нимәлер өйкәгән һымаҡ. Көнө буйы миңә йылмайып ҡараған тәбиғәт ҡапыл төҫһөҙләнде. Бая ғына һауанан төшкән эре-эре ҡарҙар битемде иркәләйҙәр ине, ә хәҙер сәнсеп-сәнсеп алалар. Юл буйындағы кешеләр ҙә миңә шикләнеп, асыуланып ҡарай төҫлө. Биргән сәләмде лә ишетмәгән кеүектәр. Ниндәйҙер һаҙлыҡҡа батып барған һымаҡ булып киттем. Әллә миңә шулай тойоламы икән? Ә шайтан һаман хәбәрен һөйләй ҙә һөйләй...
Ниһайәт, “Магнит”ҡа килеп еттем. Эш көнө бөтөп килгән ваҡыт булғанғалыр, ахыры, ишек төбөндә кешеләр ҡайнай: кемдер сыға, кемдер инә. Бер яҡтараҡ машиналарынан сығып, таксистар тәмәке төтәтәләр. Үҙ-ара көлөшөп-көлөшөп һөйләшкән булалар, ә бөтәһенең дә күҙҙәре ишектән сығыусыларҙа – һәр береһе буласаҡ пассажирҙы беренсе булып эләктергеһе киләлер инде...
Шул ваҡыт магазиндан бер ҡулына сумка тотҡан, икенсе ҡулы менән бәләкәй генә баланының артынан этә-этә йәш кенә ҡатын килеп сыҡты.
– Атла, тим бит! Һөйләнмәй генә атла, – тип ипле, ләкин ҡаты ғына өндәшә ине ул балаһына. Ә тегенеһе, этелгән һайын кире боролоп:
– Әсәй, әсәй! Туңдырма ал инде! Алам тип әйткәйнең дә инде...– тип иларҙай булып үтенә ине.
– Мыжыма инде, ана ҡара, таксист ағайҙар һиңә оят тиҙәр,– тине әсәһе, тауышын йомшарта төшөп. – Әлегә туңдырмаға аҡса етмәне, булғас та алырбыҙ, йәме, ҡыҙым...
...Шул ваҡыт минең күҙ алдыма баяғы һатыусы ҡыҙ килеп баҫты. Ул да кейәүҙә ине, шикелле. Балаһы ла... Ләкин артабан уйымды дауам итә алманым. Уң яҡ ҡолағыма кемдер йоҡоло, ҡарлыҡҡан тауыш менән:
– Оят түгелме һиңә?! Ниңә шул һатыусыға аҡсаһын кире алып барманың? Уның да өйөндә ошондай йәш бала көтөп ултыралыр әле. Шул ике йөҙ һумға байып китермен тип уйлайһыңмы әллә!?.. – тип миңә бәйләнә башланы.
Мин инде был юлы кемдең тауышы икәнен аңланым – намыҫым уянды. Ҡыҙыҡ, ниңә кешеләрҙә намыҫ шулай һуңға уяна икән? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һорауға яуап эҙләп, фәлсәфә һатып ултырырға ваҡытым юҡ ине. Мине эттән эткә һалып һүккән намыҫҡа тиҙерәк яуап бирергә кәрәк.
– Шул ике йөҙ һум аҡса өсөн кире барып йөрөмәйем инде. Быныһы, беренсенән. Икенсенән, ул ҡыҙ ошонан һуң аҡылға тиҙерәк ултырасаҡ. Өсөнсөнән... – тип үҙемде юғары белемле һәм аҡыллы кеше итеп күрһәтергә тырышып, яйлап ҡына һөйләй башланым. Ни тиһәң дә, намыҫ шайтан түгел – дәрәжәһе юғарыраҡ. Ләкин ул артабан тыңлап та торманы:
– Нимә, һине шайтан ҡоторттомо әллә? Беренсенән, икенсенән... Имеш, уҡымышлы кеше... Кире алып барып бирһәң, хатаһын аңламаҫ тип уйлайһыңмы? Бынауындай кәүҙәң менән, оялмай, сибек кенә, яңы тормош көтә башлаған ҡыҙҙың аҡсаһына торт алып ашап ултырырға нисек йөрәгең етә?! Илап ултырған ас балаһын күҙ алдына килтер әле... – тип кәрәкте генә бирә бит әй.
Һүҙҙәренең ошо урынына еткәс, минең башыма ҡапыл күҫәк менән һуҡҡандай булдылар...