Һүҙҙәренең ошо урынына еткәс, минең башыма ҡапыл күҫәк менән һуҡҡандай булдылар... Шул тиклем оят булып китте, хатта ер тишеге булһа, бер-ике көнгә шунда инеп ятҡан булыр инем. Ысынлап та, йәш әсә шул аҡсаға балаһын әллә күпме тәмлекәстәр менән һыйлай ала бит. Ә мин уларҙың ауыҙынан тартып алырға йөрөйөм. Оят, мең тапҡыр оят! Кеше аҡсаһын урлаусылар нисек йәшәй икән?
Ә был ваҡыт үҙенең исемен ишеткән шайтан һул ҡолаҡтан уң яҡҡа:
– Һин нимә унда, намыҫ, минең исемде хурлайһың? Ҡоторта, имеш. Белгең килһә, мин һинең һымаҡ йоҡлап ятмайым, кешеләргә көнө-төнө хеҙмәт итәм, – тип ҡысҡырҙы ла ипләп кенә миңә өндәште:
– Тыңлама һин уны. Бар, бар, магазинға ин.
– Юҡ! Аҙымыңды ла баҫмайһың! Аҡсаны хәҙер үк кире алып барып бир! – тип бойороҡ бирҙе миңә бөтәһен дә ишетеп торған намыҫ. – Ә һиңә, шайтан, етәр кешеләрҙе боҙоҡ юлға этәрергә!
– Мин кешеләрҙе боҙаммы? Белгең килһә, мине тыңлаған кещеләрҙең бөтәһе лә бай йәшәйҙәр! – тип бирешергә теләмәне теге ҡойроҡло йөнтәҫ. – Ә бына һиңә табынғандар урамда хәйер һорап йөрөйҙәр...
– Кем хәйер һорай? Ишеткәнем дә юҡ. Белеүемсә, һинең ҡотҡоңа бирелгәндәр, ғәҙәттә, төрмәлә ултыралар.
– Кем ултыра? Ха-ха... Береһе лә ултырмай. Бөтәһе лә һин дә мин йәшәп яталар...
Былар мине бөтөнләй оноттолар. Үҙ-ара шулай бәхәсләшеп алдылар ҙа киттеләр. Башта үҙҙәрен әҙәпле генә тотҡан һымаҡтар ине. Тора-бара ҡысҡырыша башланылар. Кемеһелер үҙенең хис-тойғоларын һүгенеү һүҙҙәре менән дә биҙәргә онотманы. Артабан ана шул һүҙҙәргә ҡушып, бер-береһенә нимәлер елләшә башланылар. Ҡолағымда бәрешерлек нимә бар икән, тип аптырап та ҡуйҙым... Шунан нимә булғандыр, кемеһе ниндәй һүҙ әйткәндер, белмәйем, ишетмәй ҡалдым, был икәү тас та тос һуғыша башламаһынмы! Уларҙың шул тиклем дөмбәҫләшеүҙәренә ныҡ итеп башым ауырта башланы. Ике яҡҡа ярылып киләме ни! Шунан йөрәгем һулҡылдап, ҡан баҫымы күтәрелеп китте. Күҙ алдым ҡараңғыланды. Үҙемде ниндәйҙер упҡынға төшөп барған һымыҡ тойҙом...
Артабан түҙерлек түгел ине. Шуға башымдағы был ығы-зығынан тиҙерәк ҡотолоу өсөн кире боролдом да баяғы магазинға йүгерҙем... Мин барып ингәндә, магазинда теге йәш һатыусы ҡыҙҙан башҡа берәү ҙә юҡ ине. Ахыры, эш көнө бөтөп тора. Сөнки ул тырышып-тырышып аҡса һанай ине. Үҙе борсолған һымаҡ. Бәлки, шуғалыр ишеген эстән бикләргә лә онотҡан. Мин ҡыҙ янына осоп тигәндәй килдем дә:
– Бына, һылыу, бая миңә артыҡ биреп ебәргәнһең... – тип уға ике йөҙ һум аҡсаны һуҙҙым.
Ҡыҙ шул тиклем ҡыуанды, һөйләп бөтөрлөк түгел ине... Ул шатлығынан:
– Уй, ағай, ҙур рәхмәт, хатта ҡурҡып бөткәйнем, – тип әйткәндә миңә ҡараған күҙҙәрен мәңге онота алмаҫмын ул. Улар шундай саф, таҙа, бер ниндәй болот киҫәге булмаған зәңгәр күкте хәтерләтәләр ине. Ә әйткән рәхмәте йөрәккә май булып яғылды...
Магазиндан сыҡтым. Башымдағы шау-шыу ҡапыл туҡтаны: шайтан ҡайҙалыр юҡ булды; намыҫтың да тауышы тынды, ахыры, кире йоҡларға ятты. Күңелемдә тыныслыҡ урынлашты. Сәләмәт кешегә әйләндем. Донъя яҡтырып, кәйефем күтәрелеп китте. Ошо мәлдә үҙемде шул тиклем бәхетле тоя башланым. Бөтә донъяны ҡосаҡлағым, бөтә кешеләргә лә тойған бәхетемде өләшеп биргем килде. Ни өсөн икәнен дә белмәйем, әллә һатыусы ҡыҙҙы ҡыуандырғанға, әллә башҡа нәмәгә...
Мин ошолай күтәренке кәйеф менән шәпләп ҡайтыу яғына ыңғайланым. Кәләш өйҙә мундир бешереп ҡалғайны. Шуға ҡайта һалып, картуф менән сәй эсә-эсә, бөгөнгө күргән мажараларҙы уға тиҙерәк һөйләгем килә ине...