Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
3 Июль 2019, 12:06

Барыһы ла сағыштырыуҙа күренә

Мин Хәйбулла районы ҡыҙы, Ейәнсураға килен булып төшөп, күп йылдар Ярғайыш ауылында йәшәйем. Тыуған яҡтарыма ҡунаҡҡа ике районды сикләп торған Шайтантау аша йөрөйбөҙ. Быйыл да май айында шулай юлға сыҡҡас – үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай торҙом!

Мин Хәйбулла районы ҡыҙы, Ейәнсураға килен булып төшөп, күп йылдар Ярғайыш ауылында йәшәйем. Тыуған яҡтарыма ҡунаҡҡа ике районды сикләп торған Шайтантау аша йөрөйбөҙ. Быйыл да май айында шулай юлға сыҡҡас – үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай торҙом!
Бала сағым үткән тауҙы танырлыҡ түгел! Бығаса оҙаҡ кибә алмай ятҡан саҡыр-соҡорло юлдар – тигеҙләнгән. Урман һыҙаттары таҙартылған, тәртиптә. Урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау маҡсатында, уратып һөрөп сығылған. Янғын щиттары ҡуйылған. Уларға ҡуйылған шлагбаумдарҙы күргәс, үҙемде хатта сит ил киноһындағылай хис иттем...
Баҡтиһәң, хозур тәбиғәтте тәртипкә килтереп, тәрбиәләп тороусылар – “Шайтантау” заповеднигында егерь булып эшләүсеүҙебеҙҙең егеттәр – Ғилман Хөсәйенов, Миңнейәр Хужәхмәтов икән! Үҙ эштәрен урын-еренә еткереп эшләгән тәбиғәт һаҡсыларына афарин!
Шайтантауҙан төшкәс, сәфәребеҙ Хәйбулла юлдары буйлап дауам итә. Һүҙ юҡ, Йәнтешкә тиклем юл яҡшы. Быға ауылда балалар шифаханаһы урынлашыуы сәбәпселер, тигән фекер тыуҙы. Сөнки Йәнтештән ары юлдар шул тиклем насар ине. Ямғыр көндө юлдан кәйелә-кәйелә йөрөүҙәр күптән онотолғайны.
Беҙ йыш ҡына юлдар насарлыҡҡа зарланабыҙ. Ә насар юлдарҙың ниндәйлеген күптән онотҡанбыҙ икән. Юғарыға ҡарап – фекер ит, түбәнгә ҡарап шөкөр ит, тип белмәй әйтмәйҙәр шул. Ярғайыш– район үҙәгенән иң алыҫта урынлашҡан ауыл, әммәҡойма ямғыр булһынмы, ыжғыр буранмы – шөкөр, юлһыҙ ҡалғаныбыҙ юҡ.Юл ғазабы нимә икәнлеген онотҡанбыҙ икән – был Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәренең эшенең һөҙөмтәһе.
Барыһы ла сағыштырыуҙа күренә, тиҙәр. Бына шулай ҡыҫҡа ғына сәфәрҙән ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына ғына түгел, үҙебеҙҙә тормоштоң матурыраҡ булыуына инанып ҡайттым.
Читайте нас: