Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
10 Июль 2019, 18:26

Бик тәмле бәлеш!

Шөкөр, быйыл емеш-еләк мул! Хужабикәләр, уларҙың һәр төрлөһөн ҡулланып, бына ошондай бәлеш бешереп ҡарағыҙ әле!

Ҡамыр өсөн 110 г шәкәр, 2 йомортҡа, 380 г он, 200 г аҡ май алабыҙ.
Бәлештең эсенә 120-160 г шәкәр, 20 г аҡ маҡ, 800 г емеш-еләк, 2 алма, 3 аш ҡашығы крахмал кәрәгәсәк.
1. Эслек өсөн бер нисә төр емеш-еләк (малина, ҡарағат, сейә һ.б.), туңғандары булһа ла ярай. Емеш-еләкте йыуабыҙ, кәрәк булһа һөйәгенән таҙартабыҙ. Әҙер эслекте ике өлөшкә бүләбеҙ ҙә, береһен ҡуйы итеп ҡайнатабыҙ (әҙер ҡайнатмағыҙҙы алырға була).
2. Ондо май менән ышҡыйбыҙ, шәкәр, йомортҡа ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Шунан уны ярты сәғәткә һыуытҡысҡа алып торабыҙ.
3. Алманы бәләкәй тишекле терка аша үткәрәбеҙ, ҡайнатҡан еләккә ҡушабыҙ. Шунда уҡ еләктән ҡалған өлөшөн ҡушып болғатабыҙ. Крахмал ҡушабыҙ. Масса бигерәк шыйыҡ булһа, күберәк крахмал өҫтәгеҙ. 120-160г тирәһе шәкәр ҡушығыҙ.
4. Табаны майлайбыҙ. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ, тик береһе әҙерәк булырға тейеш. Күберәк булған өлөшөн йәйеп табала урынлаштырабыҙ. Ҡамыр ситенә лә етергә тейеш. Шунан әҙерләгән эслекте һалып сығабыҙ. Ҡалған ҡамыр менән бәлеште ябып ҡуябыҙ. Төрлөсә матурларға ла мөмкин.
5. Йомортҡаның ағы менән һылап сығабыҙ. Берәй биҙәк эшләһәгеҙ, эслек ҡасып китмәһен өсөн һәр бер тишегенә май һалығыҙ.
6. 180 градуста 40-45 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: