Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
16 Июль 2019, 17:53

Матур булам тип...

Үткән йәкшәмбе Мәскәүҙә косметологҡа тип Өфөнән килгән 27 йәшлек Элина тигән ҡатын үлгән.


Элина бер нисә процедура үтергә ниәтләгән. Әммә инъекция эшләгәс, уның йөрәге тибеүҙән туҡтай. 7 минуттан килеп еткән реаниматологтар ярты сәғәт буйына йәш ҡатындың ғүмере өсөн көрәшеүгә ҡарамаҫтан, ҡотҡара алмайҙар. Элина иҫенә килмәй, үлә.


Ошо хәлдән һуң, Элинаның туғандары әйтеүенсә, косметолог тик массажсы булып эшләгәнгә һалыша. Бының ысынмы-түгелме икәнен хоҡуҡ һаҡсылары асыҡлаясаҡ.


Әле Элинаның кәүҙәһе экспертизаға ебәрелгән, салон ябылған, бөтә препараттар тикшереүгә алынған.


Читайте нас: