Роза Аҡбашева (Байгилдина) сығышы менән Күгәрсен ауылы ҡыҙы, бөгөн 92 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ағинәй бик яҡшы торошта һаҡланған, донъяға ҡарашы киң, тормошто ярата һәм ҡәҙерен белә. 40 йылдан ашыу ғүмерен мәҙәниәткә арнаған, биләмәләштәре уны яратып, әле һаман да Атҡаҙанған халыҡ артисы, тип йөрөтә. бала саҡтан йырлаған. Ҙурайғас, сәхнәлә йөрәктәрҙе әрнетерлек итеп, шулд уҡ ваҡытта аһәңле башҡарған йыры "Зөлхизә" булған. Тауышы данлыҡлы йырсы Фәриҙә Ҡудашеваныҡына оҡшаш булыуына хайран ҡалыусылар булған.
Роза Аҡбашева Ҡөрьәнде һәйбәт белә, район гәзитен даими алдыра. Йәштән сая холоҡло булған ҡыҙ 18 йәшендә үк колхозда бригадир булып, мал аҙығы-бесән әҙерләүҙә ойоштороу эштәрен алып барған. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тол ҡатыны, тыл эшсәне Роза Аҡбашева легендар тарихи яҙмыш хужаһы.