28 июль – Хәрби-диңгеҙ флоты көнө
“Илде һаҡлау” тигән һөнәр бар
Элекке замандан илде һаҡлау ир-егет өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурыс тип һаналған. Үҙенең көслө армияһы, күренекле хәрбиҙәре менән дан тотҡан Рәсәй армияһы әле лә шанлы ла, данлы ла үткәндәр юлынан тайпылмай. Ата-бабаларҙан ҡалған данлы традицияларға, халҡыбыҙға хас булған тыуған илде һөйөү хисенә тоғро ҡалып, әле лә егеттәребеҙ ил именлеге һағында тора. Бөгөнгө геройҙарыбыҙ – ағалы-ҡустылы Рөстәм менән Рәмил Сабировтар Санкт-Петербургта хәрби юғары белем алғандар, Рөстәм Владивостокта Тыуған илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итеүен дауам итә, быйыл ҡулына диплом алған ҡустыһы Рәмил лейтенант дәрәжәһенә эйә булып, ағаһы янына барасаҡ.
Егеттәр Яңы Себенле ауылында йәшәүсе Нурия менән Кәрим Сабировтарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килә. Ватанды һаҡлау хисе һәр кемебеҙҙә бала саҡтан башлап һалыналыр, егеттәрҙе Тыуған иленең ысын патриоттары, һаҡлаусыһы, яҡлаусыһы итеп үҫтереүҙә, һис шикһеҙ, ата-әсәнең роле бик ҙур. Кәрим Әмир улы үҙе Петропавловск-Камчатскиҙа 1985-88 йылдарҙа баш карап старшинаһы булып хеҙмәт иткән. Егеттәр бәләкәйҙән аталарының хәрби хеҙмәттән үҙе эшләп алып ҡайтҡан фотоальбомын ҡарарға яратҡан. Уны беҙгә лә күрергә яҙҙы, шулай уҡ Кәрим ағай тураһында хәрби газетаға ла яҙған булғандар, ул әлеге көнгә тиклем һаҡланған. “Шул ваҡытта уҡ хәрби булыу тураһында уйлай башлағанбыҙҙыр”, – ти Рөстәм менән Рәмил икеһе бер тауыштан. Кескәйҙән спорт менән дуҫ булалар, уҡыу яғынан да һынатмайҙар. Мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән аталары Кәрим ағай ҙа өлгө булып торған, ул рәсем, һыҙма дәрестәренән тыш ОБЖ-нан да уҡытҡан, 1997 йылдан военрук булып эшләй башлағас, призывниктарҙы Өфөгә алып барырға тура килгән. Кәрим Әмир улы әле Ишемғолда балаларға тарих, йәмғиәт фәндәренән белем бирә. Ысын ир-егеттәр тәрбиәләүҙә үҙенең мул өлөшөн индергән әсәләре Нурия апайҙан “Малайҙар икеһе лә ҡырҙа булғас ҡыйын түгелме?” тип һорайым. “Шулай тейештер инде, кемдер илде һаҡларға бурыслы бит. Тәүҙәрәк ҡыйын ине, өйрәндек. Хәҙер йылына бер тапҡыр ғына осрашабыҙ, отпускыға ҡайтып, ял итеп китәләр”.
Егеттәр икеһе лә башлы-күҙле булған, шуға күрә ата-әсәнең күңеле тыныс. Рөстәмдең кәләше Екатерина – Владивостоктан, ә Рәмил атаһы Кәрим ағайҙың дуҫының ҡыҙы Эльвираға өйләнгән. “Улдарымдың ҡатындарына ҡарата мөнәсәбәтен күреп ҡыуанам, шундай хөрмәт йөҙө менән, яратып мөғәмәлә итәләр. Был да бит ысын ир-егеттәр һыҙаты. Мин үҙем дә апайығыҙға байрам һайын сәскләр бүләк итәм”, – ти ул. Шулай, атанан күргән – уҡ юнған, атай кеше һәр ерҙә лә өлгө булып тора егеттәргә.
Июлдең һәр йәкшәмбеһендә хәрби моряк исемен ғорур йөрөткән, үҙенең ғүмерен флотҡа бағышлаған, шунда эшләгән, хәрби-диңгеҙ флотын яратҡан, традицияларын хөрмәт иткәндәрҙең байрамы тип иғлан ителә. Уны нисек үткәрә икән Сабировтар? “Беҙ ғаиләләр менән йыйылышып ҡырға сығабыҙ, табын ҡорабыҙ, һәр төрлө уйындар ойошторабыҙ, тәбиғәттә ял итеп, көс йыйып, кискә әйләнеп ҡайтабыҙ”, – ти Кәрим Әмир улы. Ә егеттәр өсөн был көн ғәҙәти эш көнө булып үтәсәк.
Ватандың патриоттары, диңгеҙ хеҙмәте романтиктары байрамы уңайынан Сабировтарҙы ҡотлайбыҙ! Ир-егеттәр Ватанды һаҡлаусы булһын, ә яҡлаусы булып ҡоралға тотонорға яҙмаһын!