Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
9 Август 2019, 19:11

Һемәйгән

Йәшәгәндәр, ти, бер ир менән ҡатын. Көндәрҙән бер көндө 60 йәштәрен тултырып, былар байрам ойошторорға уйлағандар.

Йәшәгәндәр, ти, бер ир менән ҡатын. Көндәрҙән бер көндө 60 йәштәрен тултырып, былар байрам ойошторорға уйлағандар.


Байрамға кешеләргә изгелек эшләргә күнеккән тылсым эйәһе (фея) ла килгән. Тик ул изгелектәрен яҡшы күңелле кешеләргә генә ҡыла торған булған.

Килгән кунаҡтар барыһы ла быларҙың яҡшы ғүмер итеүҙәре тураһында һөйләгәндәр. Тылсым эйәһе уларҙы тыңлап-тыңлап торған да: “Һеҙ шул ҡәҙәр бер-берегеҙҙе хөрмәт итеп йәшәгәнһегеҙ икән. Мин һеҙҙең икегеҙҙең дә берәр теләген тормошҡа ашырырға ярҙам итә алам,” – тигән. Башта һүҙҙе ирҙең хәләл ефетенә биргәндәр. “Мин ирем белән бик яҡшы ғүмер кисерҙем, уның яҡшылығын тойоп йәшәнем. Ҡартайған көнөмдә мин ирем менән бергә дөнья тирәләй сәйәхәткә сығыр инем, төрлө илдәрҙе, океан-диңгеҙҙәрҙе күрер инем,” – тигән ҡатын. Барыһы ла уны хуплағандар. Фея уның теләген үтәргә әҙер икәнен белдергән. Таяғын бер һелтәп ебәреүе булған, 60 йәшлек ҡатын ҡулына круизға барыу өсөн путевка килеп кергән. Һүҙҙе ир кешегә биргәндәр. “Бындай форсат гел сығып тормай, шуға күрә мин сәйәхәткә ҡарт ҡатын менән түгел, ә үҙемдән 30 йәшкә кесерәк йәш ҡатын менән барырға теләр инем,” – тигән. Тылсымсы уның был һүҙҙәренә шаҡ ҡатҡан, шулай ҙа уның да теләген үтәйәсәге тураһында белдергән. Таяғын һелтәүе булған, 60 йәшлек ир 90 йәшлек бабайға әйләнгән. Тап үҙе теләгәнсә, ҡатыны унан 30 йәшкә кесерәк булып ҡалған.
Читайте нас: