Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
29 Август 2019, 18:32

Үҙ баҡсаңды гөл-сәскә ит!

Үҙ баҡсаңдыгөл-сәскә ит! Кеше уңыштарына көнләшмәй, үҙеңәмаҡсат ҡуйып, үҙ өҫтөңдә эшләп һөҙөмтәгә иреш, тип өйрәтә Ислам дине.

Үҙ баҡсаңдыгөл-сәскә ит!

Кеше уңыштарына көнләшмәй, үҙеңәмаҡсат ҡуйып, үҙ өҫтөңдә эшләп һөҙөмтәгә иреш, тип өйрәтә Ислам дине. Күршеңдең уңышын урлау бәрәкәт килтермәй. Иҡтисадта “интенсив һәм экстенсив технология» тигән әйтем бар. Беренсеһе яңы алымдар өйрәнеп, ҡулланып, зур һөҙөмтәгә ирешеү булһа, икенсеһе һан яғын күбәйтеп, үҙгәрешһеҙ – маҡсатҡа ирешергә тырышыу. Мәҫәлән, Н.С.Хрущев заманында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе эшкәртеп (һан яғынан күбәйтеп) ашлыҡ мәсьәләһен хәл итергә тырышылды. Тарихта: шведтар күршеләрен талап байыу маҡсатынан, Полтавалағы һуғыштан һуң, кире ҡайтҡан. Япондар Икенсе донъя һуғышынан һуң, күршеңдең байлығын талап байығансы, "үҙ баҡсаңды гөл-сәскә итеү күпкә отошлораҡ” тигән идеяға килгәндәр. Ә Рәсәй ҡасан шул аҡыллы уйға килер икән? Һәр беребеҙ аңлап "үҙ баҡсаһын гөл-сәскә" итһә, күңелен насар уйҙарҙан арындырһа, бәлки, тотош Рәсәй йәмғиәте гөл-сәскә булыр ине!

Әйткәндәй,ошо көндәрҙә Рәфис кейәүҙең юбилейына, коттедждарына йыйылғайныҡ. Унда Флүрәһылыуым менән үҫтергән баҡсалары хайран ҡалдырҙы. Улар бүленгән ерҙәрен генә гөл-сәскә итмәгән, ә юл буйын да матурлағандар. Был да Ислам тәғлимәттәренә ишара: "Үҙ баҡсаңды гөл-сәскә ит!"

Ғилман хажи. Өфө ҡалаһы. Автор фотоһы.
Читайте нас: