Туҡтауһыҙ эсеп, һин нимә оттоң?!
Тештәрең төшкән, күҙең шешенгән...
Эсмә һин, Халиҡ, оял кешенән.
Пенсияң бик аҙ, етмәй ашарға,
Эсеп-тартыуҙы кәрәк ташларға.
Ябығып бөткәнһең, йонсоп киткәнһең,
Көн-төн эсәһең, сәпсим бөткәнһең.
Кешегә күренмә, урамда йөрөмә,
Әҙәм көлдөрөп, нигеҙең бөлдөрөп.
Ҡыҙың сөңкөлдәй, улдарың әрләй.
Һин, ҡартлас, эскәс, йөрәктәр әрней.
Оят юғалттың, тәүфиҡ оноттоң.
Туҡтауһыҙ эсеп, һин нимә оттоң?!
Араҡы эсмә, сәй баллап һемер,
Күп эсеп йөрөһәң, ғүмерең өҙөлөр.
Ыҫпай һин йөрө, кейемең үтекләп.
Эҙләнеп йөрөмә, туйғансы йоҡла.
Араҡы һатыусыға һуҡмаҡты онот,
Пиво-араҡыға эҙеңде һыуыт.
Ҡаҙаҡ араҡыһының тәмен дә онот,
Һатҡан ҡәбәхәткә эҙеңде һыуыт.
Ҡаҙаҡ араҡыһын эсһен ҡаҙаҡтар,
Ник уны эсә татар-башҡорттар?!
Эсһен үҙе ҡаҙаҡ, эсһен Джамбул,
Эсмә һин, Халиҡ, эсмә, айыҡ бул!
60 йыл тарттың, тәмәкене ташла,
Тартмай-эсмәйсә, ҙур тормош башла!
Пиво ла эсмә, тәмәке тартма,
Сауҙәгәр кибетен байытып ятма.
Ныҡ ябыҡҡанһың, тәнең ҡаҡ һөйәк,
Һиңә эсмәҫкә, ашарға кәрәк.
Ныҡ йүткерәһең, саҡ-саҡ йөрөйһөң,
Күҙҙәрең нурһыҙ, шуны белмәйһең.
Тәнең ҡаҡ һөйәк, сәпсим скелет,
Бына нишләтә кешене эскелек!
Китап күп уҡы, йөрө мәсеткә,
Эсмә самогон, бал да әсетмә.
Ал һин компьютер, индер интернет,
Шунда булырһың бер тигән егет.
Араҡы-пивоны сәпсим онторһоң,
Тыуған ауылыңда марка тоторһоң.
Ҡара урамға – барыһы айыҡ,
Күрше-тирәң дә маҡтауға лайыҡ.
Улдарың эсмәй, кейәү-ҡыҙ эсмәй,
Ә һин сәрхүште “эс!” тип кем көсләй?!
Абруйың төшкән. Сәбәп – эскелек.
Сыҡ-сыҡ киләһең, тота осҡолоҡ.
Йыу биттәреңде, ҡыр һин һаҡалды,
Эсеүҙе ташла, бул һин аҡыллы.
Тәнеңдә ит юҡ семетеп алырлыҡ,
Һиңә ҡараһаң, хайран ҡалырлыҡ.
Эсәһең килһә, үтескә алаһың,
Шунан ай буйы бурыслы ҡалаһың.
Эсмә һин, Халиҡ, эсмә инде бер үк.
Йәштәр үрнәк алһын, һине айыҡ күреп.
Һөйләһен ауыл: Халиҡ айныған,
Эсмәй-тартмағас, Халиҡ байыған!