"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
4 Сентябрь 2019, 13:20

Йәшелсә-емештәрҙең өлгөргән мәле

Баҡсала йәшелсә-емештәрҙең өлгөргән мәле. Уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә: ҡайната, тоҙлай, салаттар әҙерләй. Ҡыш көнө хуш еҫле ҡайнатмалар, кетерләп торған тоҙло ҡыярҙар, телде йоторлоҡ тәмле салаттар, ысынлап та, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәй. Бөгөн беҙ ҙә һеҙгә бер нисә рецепт тәҡдим итергә булдыҡ. Тулыһынса сайтта уҡырһығыҙ

Кетчуп


2 кг помидор, 0,5 кг һуған, 0,5 кг татлы борос, 1 стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ гәрсис, 1 балғалаҡ ҡара йә ҡыҙыл борос.
Йәшелсәләрҙең барыһын да ит турағыс аша үткәреп, 1,5 сәғәт ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан массаға тоҙ, борос, шәкәр, гәрсис өҫтәп, тағы 10 минут ҡайнатырға һәм стерилләнгән банкаларға тултырып ябырға.


Йәшелсәләрҙән икра


2 кг помидор, 1 кг һуған, 1 кг кишер, 1 кг татлы борос, 0,5 л көнбағыш майы.
Һуғанды турап, майлы табала ҡыҙҙырырға. Шул уҡ ваҡытта кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, помидорҙы, боросто турап, һуған менән барыһын бергә асыҡ һауытта 1,5 сәғәт ҡайнатырға. Тоҙҙо тәменә ҡарап һалырға. Һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырырға.


Тултырылған борос
1 кг кишер, 1 кг һуған (әҙерәк булһа ла ярай), 150 г көнбағыш майы, 750 г помидор йәиһә 1 стакан соус, тоҙ, 0,5 балғалаҡ ҡара борос һәм шуларҙың барыһын тултырырлыҡ татлы борос.
Һуған менән кишерҙе ваҡлап турап, өҫтөнә соус ҡойорға, май, борос ҡушып 5 – 7 минут быҡтырырға. Әгәр ҙә соус урынына помидор һалһағыҙ, тәүҙә уны ҡабығынан әрсеп, ит турағыс аша үткәрергә кәрәк.
Килеп сыҡҡан массаны таҙартылған боростарға тултырып, кәстрүлгә һалып, ҡалған һутын өҫтөнә ҡойоп, 10 минут бешерергә. Артабан эҫе килеш банкаларға һалып ябырға.
Читайте нас: