...Бер ҡыҙ атаһына килгән дә, зарлана башлаған:"Мин арыным, теге юҡ, был юҡ. Тормошом ауыр, проблема артынан проблема... Мин гел ағымға ҡаршы йөҙәм - көс-хәлем ҡалманы..."-тигән.
Яуап биреү урынына атай кеше 3 бер иш кәстрүлгә һыу ҡойған да, береһенә - кишер, икенсеһенә - йомортҡа, өсөнсөһөнә кофе һалып утҡа ҡуйған. Күпмелер ваҡыттан кишер менән йомортҡаны һыуҙан алған, кофены стаканға ҡойоп, ҡыҙынан:"Нимә үҙгәрҙе?"-тип һораған.
- Кишер менән йомортҡа бешкән, ә кофе ирегән, тигән ҡыҙ.
- Юҡ, был әйберҙәргә өҫтән генә ҡарау. Тышҡы эффект. Ҡара: ҡап-ҡаты кишер йомшарған, һытылып барған йомортҡа ҡатҡан - улар тыштан үҙгәрешһеҙ ҡалған, ҡайнар һыуҙа эстән, структураһын үҙгәрткән, тигән атаһы. - Кешеләр ҙә шулай: тыштан көслө күренгәндәр мөсһөҙ, нескәләр батырайып, ныҡ булған мәлдә йомшаҡлыҡ күрһәтә.
- Кофемы? Ул үҙенә ҡулай булмаған, хатта дошман мөхиткә (ҡайнар һыуға) килеп эләккәс, ошо мөхиттә тулыһынса иреп, уны үҙе үҙгәрткән - хуш еҫле эсемлек яһаған... Ошондай кешеләр була: улар тормошто, хәл-ваҡиғаны үҙҙәре үҙгәртә һәм яңыса ҡора - әлеге ситуацияны аҡыл-ғилеме менән файҙалы яҡҡа бора, тигән атаһы...