Ҡышҡылыҡҡа лечо эшләйек әле!
Ингредиенттар:
* 3 кг помидор
* 1,5 стакан шәкәр
* 1 стакан үҫемлек майы
* 8-10 бөртөклө ҡара борос
* 2 аш ҡалағы тоҙ
* 3 лавр япрағы
* 2 аш ҡалағы 9% аш һеркәһе
* 3 кг татлы борос
Помидорҙы ит турағыс аша үткәреп, шәкәр, май, ҡара борос, тоҙ, лавр япрағы, аш һеркәһе ҡушып, 30 минут ҡайнатабыҙ. Унан турап боросто ҡушып, тағы 5-10 минут ҡайнатабыҙ. Алдан стерилләнгән банкаларға һалып, баш түбән ултыртып, һыуынғансы төрөп ултыртып ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!