Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
12 Сентябрь 2019, 12:40

Сайҡалғанда ғүмер арбаһы

Рәнйеш

Был хәтирә бер апайҙың баласаҡ тормош юлынан.

Миңә ауыр саҡтарҙа гел урманға йүгерә инем, тип һөйләй башланы апай.

...Бына бер ваҡыт әсәйем кесе туғаным менән дауаханаға ятты.Атай ҙа дауаханала.Ул саҡта миңә 9 йәш тирәһе.Ниңәлер уҡытыусы апабыҙ гел мине йәберләй ине.Бер шулай дәрес бара,уҡытыусы апай бөтә класс алдына сығарып,битәрләй башлай.Атай әсәйең һинең шундай,ҡарауылһыҙ,еттем бала һин, тип мыҫҡыл итә. Аҙаҡтан сәсемдән тотоп коридорға сығарып ебәрә.Мәктәп

урмандан йыраҡ

тугел,йүгерҙем урманға,яҙ көнө, көн матур, ташҡын мәле.Үҙем йүгерәм,үҙем илайым быуылып,күңелгә ауыр.Барып еттем бер яр буйына, һыу шабырлап, ҡотороп-ҡотороп аға.Тын етмәй уҙем илайым ҡысҡырып.Эй,

хоҙайым, ни ғәйебем

бар?

Ниндәй ғәрлек...Ошо ташҡынға ырғыйым да куяйым тип,йүгерәм, бына хәҙер яҡынайҙым, тигәндә, нимәлер мине туҡтата.Ҡыҙым, илама,әсәйҙең тауышы,мин шатланып киттем,әсәй ҡайтҡан дауахананан тип.Артыма боролоп ҡараһам бер бабай тора.Үҙе оҙон,мөләйем,аҡ һаҡаллы,матур

аҡ күлмәк кейеп алған уҙе йылмая.Ә куҙҙәре шундай матур, нурлы

ине.Ҡыҙым көймә, барыһы ла яҡшы булыр,бүтән йәберләүҙәр ишетмәҫһең, балам.Ҡайт ҡыҙым,атай-әсәйең һине көтә.Мин аптырап киттем.Өйгә йүгерә-атлай ҡайтып киттем.Атай ҙа, әсәй ҙә өйҙә,ҡунаҡҡа өләсәй ҙә килгән.Ҡалай куңелле, бергәләшеп сәй эсеп алдыҡ.Өләсәйгә һөйләп бирҙем,урманда бер бабайҙы кургәнде.Хызыр Ильяс булғандыр, ҡыҙым тине.Йәберләү ишетмәҫһең, тигәне шул булды,беҙ ғаилә менән икенсе районға күсеп киттек.Бер нисә йылдар уткәс

теге уҡытыусы апабыҙ ауырыу бала тапҡан...Ғумер буйы интегә, тип һүҙен тамамланы апай.

"Сәйер донъя" төркөмөнән алынды.
Читайте нас: