Бөтә яңылыҡтар
Тормош һабағы
18 Сентябрь 2019, 21:09

23 сентябрҙә – көҙгө СӘҮИӘ – көн менән төндөң тигеҙләшеүе була.

Сентябрь – көҙҙөң тәүге айы, халҡыбыҙ календары буйынса Көҙбағыр, Әкрәп, Һарығай тип йөрөтөлә. Уның Алтынай, Илаҡ ай, эңер иртә төшкән өсөн, Йыл кисе кеүек атамалары ла бар.23 сентябрҙә – көҙгө СӘҮИӘ – көн менән төндөң тигеҙләшеүе була. Был Өфө ваҡыты менән

С.Бикбаева фотоһы.
С.Бикбаева фотоһы.
Сентябрь – көҙҙөң тәүге айы, халҡыбыҙ календары буйынса Көҙбағыр, Әкрәп, Һарығай тип йөрөтөлә. Уның Алтынай, Илаҡ ай, эңер иртә төшкән өсөн, Йыл кисе кеүек атамалары ла бар.
23 сентябрҙә – көҙгө СӘҮИӘ – көн менән төндөң тигеҙләшеүе була. Был Өфө ваҡыты менән 12 сәғәт 49 минутта була, тигән мәғлүмәт бирәләр баш ҡала планетарийынан. Астрономик календарь буйынса алтын көҙ ошо сәүиәнән башлана ла инде.
Ошо көндө бөтөн Ер йөҙөндә көн менән төндөң оҙонлоғо бер тигеҙ – 12 сәғәт буласаҡ. Көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшкән көнөндә йыл миҙгелдәре алмашына тип иҫәпләйҙәр.
“Ҡояш күк көмбәҙенең төньяҡ ярымшарҙарынан көньяҡҡа күсә. Ерҙең төньяҡ ярымшарҙарында астрономик көҙ килә, ә көньяғында – астрономик яҙ. Төньяҡ ярымшарҙарҙа төндәр көндәрҙән оҙонораҡ, ә көньяҡ ярымшарҙарҙа – ҡыҫҡараҡ. Сентябрь башында көн оҙонлоғо Өфөлә 13 сәғәт 44 минут, ә аҙағында – 11 сәғәт 37 минут. Йәғни, бер айҙа көн оҙонлоғо ике сәғәткә ҡыҫҡара һәм ҡышҡы ҡояш торошо 22 декабргәсә кәмеүен дауам итә,” – тигән аңлатма бирәләр Өфө планетарийында.
Көн менән төндөң тигеҙләшеүе йылына ике тапҡыр: көҙөн һәм яҙын була. Яҙғы көн менән төндөң тигеҙләшеүе йыл һайын март айына тура килә.
Алтын Көҙ менән, дуҫтар!
"Аманат" журналынан.
Читайте нас: